Башҡорт донъяһы
28 Сентябрь 2021, 14:30

Танылған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштерегә кәрәк

Ҡәнзәфәр бей кеүек билдәле шәхестәрҙең исемен донъяға таратыу мөһим.

Танылған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштерегә кәрәкТанылған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштерегә кәрәк
Танылған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштерегә кәрәк

Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында Башҡорт тарихы йылына ярашлы “Ҡәнзәфәр бей – Мең ырыуының башлығы, дәүләт эшмәкәре” тип аталған фәнни-ғәмәли кәңәшмә үтте. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Ҡәнзәфәр бейҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған был сарала философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин башҡорттарҙың арҙаҡлы шәхестәре бихисап булыуын билдәләне.

"Мин сит илдәрҙә күп булдым, – тине ул. – Бер нәмә аптырата: ошо сит илдәрҙән айырмалы, беҙҙең Өфөлә арҙаҡлы шәхестәр исеме бирелгән урамдар аҙ. Был мәсьәлә буйынса эшләргә лә эшләргә әле".

Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Әлмира Ҡолдәүләтова Благовар районындағы Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” тарихи-мәҙәни үҙәк тураһында һөйләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Ғаяз Зарипов Ҡәнзәфәр бей кеүек билдәле шәхестәрҙең исемен донъяға таратыу кәрәклеген билдәләне.

Төштән һуң ҡунаҡтар Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асыу тантанаһында ҡатнашты.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас