

Зәүхиә Ҡәҙербәковның исеме гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш.
Беренсенән, ул халыҡ медицинаһына бәйле көнүҙәк мәҡәләләре, тәбиғәт бүләге – үҫемлектәрҙең сихәттәрен файҙаланыу, борондан һыналған дауаланыу ысулдарын ҡулланыу буйынса төплө кәңәштәре аша матбуғат дуҫтарының һөйөүен яуланы.
Икенсенән, “халыҡ табибәһе” тигән даны ла бар Зәүхиә ханымдың. Уның сәләмәт тормошҡа әйҙәгән, һаулыҡты һаҡлау йәшәйештең иң төп һәм мөһим мәсьәләләренең береһе икәнлеген иҫбатлаған тормошсан яҙмалары, ғибрәтле миҫалдары әленән-әле төрлө баҫмаларҙа ла, социаль селтәрҙәрҙә лә донъя күреп, таралып тора.
Өсөнсөнән... Бик мөһим һәм булдыҡлы яҡташыбыҙҙы аныҡ ҡылыҡһырлаған йәнә бер сифаты бар – ул да булһа, милли рух. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Зәүхиә Ҡәҙербәкова өс тиҫтә йылдан ашыу Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалаһында йәшәй. Әммә тыуған ере, тамырҙары менән бәйләнеше көслө, ҡеүәтле уның.
Тыуған ер йылыһы
– Һәр кешене ғүмер буйы кендек ҡаны тамған, тәүге аяҡ баҫҡан, яҡындарының йылыһы яҡтыртҡан тыуған ере тартып тора, тамырҙарҙың илаһи көсө бар...
– Мин Ейәнсура районының Биштирәк ауылында тыуып үҫтем. Беҙҙең ауыл ике йылға араһында урынлашҡан, уны уртаса бейеклектәге тауҙар уратып алған. Ҡыҫҡаһы, бала сағым – тормошомдоң бик бәхетле, сағыу мәле. Йәйен йүгереп менергә, ҡышын сана шыуырға – тауҙары, йәйгеһен рәхәтләнеп һыу инергә йылғалары, еләкле, сәскәле болондары булды. Атайым Ғәзизйән Ғәйзулла улы һәм әсәйем Фәтихә Хәмит ҡыҙы ете балаға ғүмер бүләк иткән. Әсәйем дә, атайым да беҙгә матур тәрбиә һәм белем бирер өсөн һәр көнөн фиҙакәр хеҙмәткә бағышлап йәшәне. Шуға ла тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн, өйөбөҙ йәмле, ҡотло булды.
Бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп, бер эштән дә ҡурҡмай үҫтек. Шул уҡ ваҡытта әсәйем һәм атайым беҙгә һәр яҡлап белем биреү өсөн тырышты. Һәр беребеҙҙең яратҡан гәзит-журналдарын яҙҙырҙылар, китаптар һатып алдылар, мәктәпкә килеп, беҙҙең нисек уҡығаныбыҙҙы уҡытыусыларҙан һорашып, улар менән тығыҙ бәйләнештә булдылар. Ошо аҙымдар менән беҙҙең белем алыуыбыҙҙы һәр саҡ ҡайғыртып торҙолар. Өйҙә матбуғат баҫмаларын, китаптар уҡыу бик хуплана ине. Унынсы класты бөтөргәс, техникумдарға, юғары уҡыу йорттарына индек, уларҙы уңышлы тамамланыҡ. Ауылда беренселәрҙән булып ағайым, апайым, унан мин юғары уҡыу йортона уҡырға индек.
– Дөйөмләштереп әйткәндә, үҙегеҙ үҫкән, шәхес булараҡ формалашҡан мөхитте нисек һүрәтләй алаһығыҙ?
– Бала сағым, үҫмер, йәшлек йылдарым ысын башҡорт мөхитендә үтте. Тыуған ауылымда, Байыш урта мәктәбендә туған телемдә белем алдым. Башҡорт теле минең яратҡан дәрестәремдең береһе ине, шуға күрә унынсы класты тамамлағас, бер йыл атай-әсәйемә ауыл эштәрендә ярҙам итеп, икенсе йылына Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте” бүлегенә уҡырға индем. Теләп, яратып яҡшы уҡыным, алдынғы студент булдым.
Өс йыл рәттән факультеттың “Айгөл” исемле төҙөлөш отрядының командиры булдым, институт тормошонда әүҙем ҡатнаштым. Ошо уңышлы уҡыған йылдарыма йомғаҡ яһап, Башҡортостандың беренсе комсомолкаһы Шәрифә Тимерғәлина исемендәге премияға лайыҡ булдым. Ул факультеттан бер генә студентҡа бирелә ине. Фәнни конференцияларҙағы сығыштарым, спорт ярыштарында ҡатнашыуым, төҙөлөш отрядындағы ҡаҙаныштарым иҫәпкә алынды.
Үҙәктән алыҫ ауылда, башҡорт мәктәбендә уҡыһам да, юғары уҡыу йортона тиҙ өйрәндем. Бик күп фәндәр русса уҡытыла ине – улар буйынса ла “дүртле”, “бишле” билдәләренә генә өлгәштем. Бер юлы икешәр имтихан тапшырып, сессиямды иртәрәк ябып, күп осраҡта ауылыма, атай-әсәйем янына оҙағыраҡҡа, ярҙам итергә, тип ҡайта инем.
Тыуған ауылымдың тормошо яҡты хәтирәләр булып иҫтә ҡалған. Ауылыбыҙҙа башҡорт моңдары, дәртле йырҙары яңғырап торор ине: беҙҙә гөрләтеп байрамдар ҙа үткәрелде, клубта уйындар ойошторолдо. Гармунсылар күп ине. Улар ярышып уйнай, ә беҙ күңелебеҙ булғанса бейейбеҙ – табандар әсетеп, аяҡтар талып китә. Төрлө бейеүле-йырлы уйындар ойоштора торғайныҡ. Ауылыбыҙҙа бәләкәй генә булһа ла бай китапхана, уйнарға бильярд, шахмат бар ине. Яңы йыл, 8 Март, Ҡарға бутҡаһы байрамдарын тотош ауыл халҡы, балалар, йәштәр, ололар ҡатнашлығында уҙғарҙыҡ. Яңы йылға пар аттар егеп, дуғаларын биҙәп, урам буйлап йырлап үтерҙәр ине... Булған бит замандар! Ауылым халҡы ғәжәйеп ҡунаҡсыл, көр күңелле ине ул саҡтарҙа. Ишек-ҡапҡа бикләү, бейек ҡоймалар ҡуйыу юҡ.
Ауылыбыҙҙы ниндәйҙер дәрәжәлә интернациональ тип әйтергә лә була. Беҙҙә бер нисә ҡаҙаҡ, урыҫ, татар ғаиләһе лә бар ине. Барыһы ла, бер-береһенә ярҙам итеп, берҙәм, дуҫ йәшәне. Кәрәк саҡта күмәк өмәләр үткәрҙеләр. Ошо бөтөн, йылы мөхит беҙҙе тормошто яратырға, кешелекле, көр күңелле булырға, дуҫ йәшәргә, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, бер-береңде хөрмәт итергә өйрәткән. “Бала саҡта алған тәрбиәне һуңыраҡ бөтөн донъя халҡы ла үҙгәртә алмаҫ”, – тигән бит Ризаитдин Фәхретдинов та.
Белем сығанаҡтары
– Бүтән төбәктә йәшәгәндә бала саҡтан әсә һөтө менән һеңеп үҫкән ҡиммәттәрҙе, телде һаҡлау мәсьәләһе ҡатмарлашамы?
– Татарстанда төпләнгәнемә 35 йыл була. Башҡа мөхиттә йәшәгәндә бала саҡтан әсәй һөтө менән һеңгән ҡиммәттәрҙе, туған телде һаҡлау, әлбиттә, ҡатмарлаша. Үҙ телеңдә көн һайын аралашыу ҡырҡа кәмей, көнкүреш, менталитет айырмалыҡтарын ҡабул итеп, күнеп, өйрәнеп йәшәй башлайһың. Үҙ яйына был ғәмәлдәр йәшәү рәүешенә әүерелә, булмышыңды биләй. Тыуған ер күберәк хәтирәләргә күсә, унда йылына бер-ике тапҡыр ҡайта торған ҡунаҡҡа әйләнәһең. Иң ҡатмарлыһы – туған телде һаҡлап ҡалыу, уны онотмау. Туған телдә аралаша белеү генә түгел, бар күркәмлегендә, тәрәнлегендә һөйләшеү, уны белеү дәрәжәһендә һаҡлап ҡалыу шик аҫтына ҡуйыла.
Миндә башҡортлоҡ рухы, үҙ илемә, халҡыма, телемә тоғролоҡ иҫ киткес ныҡ көслө тәрбиәләнгән, әсә ҡарынында уҡ булмышыма һалынған, шуға тыуған еремдән ситтә йәшәһәм дә, бер тамсыға ла кәмемәне. Шуға ла: “Зәүхиә илен, халҡын, телен онотҡан икән”, – тип әйтергә 35 йылдан һуң да сәбәп юҡ. Үрҙә телгә алынған хәл килеп сыҡмаһын өсөн, бар көсөмдө һалдым. Әсәйем иҫән-һау саҡта ғәиләм менән йыл һайын тыуған ауылыма ашҡындым. Ни өсөндөр диңгеҙ ярҙары, сит илдәр мине ымһындырманы. Тыуған яғыма ҡайтһам, ғәжәйеп йәшәү көсө, эске ныҡлыҡ, тормош көтөргә дәрт-дарман йыйып килә инем.
Хәҙер генә донъя үҙгәрҙе: иҫ киткес ҡоролоҡ, йәй уртаһында уҡ йылғалар кибеп, ҡороп бөтә. Әүәлерәк Ейәнсура яғына ҡайтҡан һайын рәхәтләнеп һыу инеп, йылға балыҡтарын ауыҙ итеп, ҡымыҙ, ҡоротло һурпа эсеп, үҙебеҙҙең яҡтың тәмле итенән аш бешереп, саф йылға һыуҙарының сәйен тәмләп, шул хәтлем күңелебеҙ булып килә инек.
Әсәйем бик ихлас күңелле, шат, асыҡ булды. Ул һәр ғәмәлдән, бәләкәй генә матурлыҡтан да йәм табып йәшәне. 18 ейәненең дә тыуған көндәрен иҫтә тотоп, бәләкәй генә булһа ла бүләк менән ҡотларға, билдәләргә тырыша ине. Ҡомалаҡтан яһалған сүпрәгә баҫылған, аҡ ҡына булып ҡабарып бешкән мейес икмәгенә яғылған ап-аҡ ҡаймағын балалар әле лә һағына. Тауыҡ итенең һурпаһы ла һап-һары, татлы булыр ине... Ҡайһы берҙә бишбармаҡты әсәйем шаҡмаҡлап ҡырҡа ла, “ҡаҙаҡ һалмаһы” тип ашата ине. Уның тәмен, боҫрап торған татлы һурпаһын ғүмеремдә лә онотмайым.
Тау битенән сылтырап ҡына ағып ятҡан Ҡайын шишмәһенән өҫтәрәк урманлыҡ бар. Әсәйем ейәндәрен эйәртеп, шунда “кәкүк сәйенә” алып сығыр булды. “Кәкүк сәйе” тигәне хәҙер пикник инде. Мышылар төшөрөлгән ҙур япманы алып сығып йәйәбеҙ, тәмләп тороп сәй эсәбеҙ...
Был хәтирәләр минең күңелемде генә биләмәй. Улар яҡты иҫтәлек булып ейәндәр күңелендә лә ҡалды. Башҡорт халҡының ябай, әммә сағыу бер вәкиле булған бит әсәйем. Балаларым күңелендә тап әсәйем, уның рухы, булмышы аша башҡорт халҡына ҡарата мөхәббәт, хөрмәт тәрбиәләнгәндер. Улар ҡатнаш милләт балалары булһа ла, башҡорт телен ишетеп, аңлап үҫте, ә оҙағыраҡ торһаҡ, бөтөнләй башҡорт телендә һөйләшеүгә күсеп китәләр ине. Рухи тәрбиә йәһәтенән был, әлбиттә, үҙ ваҡытында бик мөһим булған.
Хәҙер балаларым ҙур инде. Уларҙың үҙ тормошо, йәшәйеш ҡанундары, әммә булмыштарында башҡорт ҡаны ла аҡҡанын, тамырҙарҙың Башҡортостанға барып тоташҡанын улар онотҡаны юҡ.
– Ғөмүмән, һеҙҙең өсөн нимә ул башҡортлоҡ, башҡорт йыр-моңо, рухы? Ҡатнаш ғаиләлә балаларҙы милли төшөнсәләр буйынса тәрбиәләп буламы?
– Минең өсөн башҡортлоҡ ул иң тәүҙә – туған телеңде онотмау, тыуған ерең, яҡындарың менән туғанлыҡ ептәрен өҙмәү, киреһенсә, уларҙы нығытып тороу, халҡың тормошо менән ҡыҙыҡһыныу, уның моң-зарын белеү, сит ерҙә йәшәһәң дә, тамырҙарыңды өҙмәү. Милләтеңдең балаһы, уның бер тарихы булып йәшәү – үҙе ҙур бәхет.
Ҡатнаш ғаиләлә лә балаларҙы милли рухта тәрбиәләп була. Уның өсөн ғаилә ҡорған атай-әсәйҙең күңелендә милли рух, милли мөхит төшөнсәләре ныҡлы булырға тейеш. Әгәр ҙә ошо ғәмәлдәр булмаһа, ул осраҡта балаларҙан бер милләт вәкиле лә килеп сыҡмаясаҡ, бала маңҡорт булып үҫәсәк. Күңелендә тамырҙарына хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу йәшәмәгән кеше туған телһеҙ, ерһеҙ була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
– Һеҙ йәшәгән төбәктә милләттәштәребеҙ бармы, ни хәлдә йәшәй улар? Телдәре үҙгәрһә лә, тамырҙарын белгән һәм ҡыҙыҡһынған кешеләр осраймы?
– Беҙ йәшәгән төбәктә башҡорттар бихисап. Тик уларҙың күбеһе туған телен онотҡан. Шул уҡ ваҡытта, “оноттоҡ” тип борсолоусылар ҙа бар. Мин матур итеп башҡортса һөйләшһәм, ҡыҙыҡһынып китәләр. Тамырҙары кипмәһен өсөн үҫемлеккә лә һыу һибеп торалар бит. Тел – ул милләттең тамыры. Ул бөтмәһен һәм кипмәһен тиһәк, туған телдә һөйләшеп-аралашып торорға, “мин – башҡортмон” тип йоҡларға ятырға һәм иртәнсәк күҙҙе лә асырға кәрәк. Яйы сыҡҡан һайын үҙ телеңдә һөйләшһәң генә, ул юғалмай, хәтерҙән юйылмай. Үҙемә килгәндә, туған телемдә рәхәтләнеп аралашам, яҙам. Ошо йәшкә етеүемә ҡарамаҫтан, уны тағы ла тәрәнерәк һәм киңерәк өйрәнеү мөмкинлектәрен ҡулланам, шуға күрә белем сығанаҡтарым кәмемәй, һайыҡмай, туған телем дә онотолмай.
“Арҡырыға-буйға гиҙмәксебеҙ”
– Яҡташтар, милләттәштәр менән аралашып йәшәйһегеҙме? Башҡортостанға юл йыш төшәме?
– Ғөмүмән, был йәһәттән минең тормош позициям бик әүҙем: туғандарым, класташтарым, яҡташтарым менән һәр саҡ хәбәрләшеп торам, даими яҙышып, һөйләшеп алабыҙ. Өфөгә лә йыш ҡына барам. Мөмкинлек булһа, башҡортса спектаклдәр ҡарайым, китап магазинына инеп, туған телдә сыҡҡан баҫмаларҙы һатып алам.
Элегерәк Пушкин урамында бик тә яратып йөрөгән кафем бар ине. Исеме урам атамаһына бәйле булһа ла, эсендә ысын башҡорт мөхите булдырылғайны. Унда инмәйенсә ҡайтмай инем. Беләһегеҙме, был кафела иң оҡшағаны нимә булды? Тәҙрәләре төрлө-төрлө боронғо милли кейемдә төшкән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының фотолары менән биҙәлгәйне. Уларҙы ҙур итеп баҫтырып, быялаға йәбештергәндәр. Барыһы ла фотоһүрәттән йылмайып, шундай дәрәжә һәм самимилыҡ менән ҡарап тора... Мин ошо рәсемдәргә ҡарай-ҡарай, әсәйемде иҫкә төшөрөп, башҡорт милли аштарынан ауыҙ итеп, тәмле сәй эсеп сыға инем. Күп кенә туғандарымды ла шунда алып барҙым, улар менән осрашыу урыны ла булды ул.
Бынан ике-өс йыл элек барғас, тура шунда киттем. Тик килеп ингәс, илап ебәрә яҙҙым. Унда хәҙер – икенсе интерьер, данлыҡлы фотолар ҙа юҡҡа сыҡҡан. Матур-матур башҡорт апайҙары сүплеккә киттеләрме икән, тип үҙәк өҙгөләнде. Шунан бирле унда барғаным юҡ.
Хәҙер Өфөгә юл төшһә, “Ҡартатай” тигән кафеға барырға тырышам. Һуңғы тапҡыр ингәндә ишек төбөндә үк башҡорт кейемендәге бер ағай, кешеләрҙе ҡаршылап, гармунда уйнап тора ине. Йылҡы итенән төрлө милли ризыҡтар, тәмле ауыл ҡаймағын, тәмле аш һәм сөсө икмәк менән башҡорт үләндәренән сәй – барыһы ла телеңде йоторлоҡ булды. Ағайҙы гармунда уйнатып, башҡортса бейеп тә алдыҡ. Өфөлә ошондай урындар күберәк булһа ине, тип уйлайым: ситтән килгән кешеләргә лә, туристарға ла милли мөхитте күрһәтеү, милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттереү өсөн бик уңайлы.
Ғөмүмән, ирем менән Башҡортостандың, Татарстандың матур, данлыҡлы урындарына барыу, күреү, өйрәнеү маҡсатын алдыбыҙға ҡуйҙыҡ. Быйыл Өфөнө ике көн буйы йәйәүләп тигәндәй йөрөп сыҡтыҡ, элек уҡыған ерҙәрҙе ҡарап, Ағиҙелдә пароходта йөҙҙөк. Шунан ике көн Красноусолда булып, ундағы сихәтле сығанаҡтарҙың һыуында сумып, матурлыҡҡа хайран ҡалып, шатлыҡ- ҡыуаныстар тейәп ҡайттыҡ.
Унда башҡорт халҡы тарихынан өҙөктәр яҙылған таҡталарҙы ла иғтибарлап уҡыныҡ. Бармаһаҡ, белмәҫ инек. Ул ерҙең шифаһын да күрҙек, тарихын да өйрәндек, бик оҡшаны. Ҡазанды турист фирмаһы ярҙамында ҡарап ҡайттыҡ. Артабан да ике республиканы арҡырыға-буйға гиҙмәксебеҙ. Был үҙенә күрә балаларға ла үрнәк. Икенсенән, ошо йәшкә еткәс, еребеҙҙе, тарихыбыҙҙы белеү ихтыяжы артты: тыуған төйәгебеҙ менән бәйләнеште нығытырға теләк ҙур.
Татарстанда йәшәү дәүерендә дуҫлашҡан, туғандарым кеүек булып киткән бүтән милләт кешеләре лә бар. Улар Башҡортостандың тәбиғәтен бик ярата, йыш ҡына барып ял итеүселәр ҙә бар. “Янғантау”, “Красноусол” шифаханаларына барып, ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең иғтибарлылығына, яҡшылығына хайран ҡалып, туҡланыуҙың сифатлы булыуына иҫтәре китеп, милли ризыҡтарҙы оҡшатып ҡайтыусылар бар.
– Телде яҡлау һәм һаҡлау өсөн, бигерәк тә Башҡортостандан ситтә, һеҙҙеңсә, нимә эшләргә кәрәк?
– Минеңсә, теләһә ҡайһы милли телде һаҡлау, яҡлау республика етәкселәре дәрәжәһендә килешеп-һөйләшелгән ҡарарҙарҙан тора. Башҡортостан менән Татарстан – сиктәш республикалар ғына түгел, тел яғынан да, дин яғынан да, ғөрөф-ғәҙәттәр, байрамдар оҡшашлығы менән дә яҡын төбәктәр. Һәр республиканың милли үҙенсәлектәрен һаҡлап, тел айырмалыҡтарын да күҙ уңында тотоп, уртаҡ байрамдар, төрлө саралар аша туғандаш халыҡтарҙың дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереү мөһим.
Бәғзе берәүҙәр, башҡорт һәм татар теле бик оҡшаш, хатта бер тел, тип уйлай. Минең ундай саҡта бер һынау тесы әҙер. Бына ошо һөйләмде әйтәм дә, яуап көтәм: “Сәскәле матур күнәккә урмандан бәшмәк йыйып алып ҡайтып, мөйөшкә ҡуйҙым”. Ғәҙәттә, ошо бер һөйләмдә генә лә “сәскә”, “бәшмәк”, “күнәк”, “мөйөш” һүҙҙәренең нимә аңлатҡанын белмәйҙәр, сөнки ул һүҙҙәр татар телендә осрамай. Эйе, башҡорт һәм татар телендә оҡшаш һүҙҙәр бар, тик бөтөнләй айырмалы һүҙҙәр ҙә күп осрай. Һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас ауаздары, яңғырашы, яҙыу ҡағиҙәләре лә бар. Ә башҡорт телендәге “ҫ”, “ғ”, “ҙ” хәрефтәре татар телендә бөтөнләй юҡ, ул ғына түгел, сит телде өйрәнгән кеүек, ошо өндәрҙе әйтергә өйрәнергә лә кәрәк бит әле.
Минеңсә, Башҡортостанда йәшәгән татарҙарҙың туған телен, мәҙәниәтен һаҡлау өсөн уңайлы шарттар күп. Мәктәптәр эшләй, гәзит-журналдар сыға, татар театры бар. Туғандаш халыҡтар үҙ-ара дуҫ, татыу, бер-береһе менән аңлашып, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итеп, яҡты хистәр менән йәшәй.
Башҡорттар – ҡыйыу, батыр халыҡ. Сабыр ҙа, түҙемле лә, киң күңелле лә, ҡунаҡсыл да. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ. Тик башҡорттоң сәменә теймә – ул ғорур, ниндәй генә ваҡыт килһә лә, арҡаһы һәр саҡ тура уның. Атҡа менергә, яуға баҫырға әҙер. Башын сапһа сабырҙар, тик теҙләнмәҫ. Милли һыҙатты үҙгәртеп булмай. Ғәмәле буйынса, ул бер ваҡытта ла һатмаҫ, алдамаҫ. Алдыңда – бер төрлө, артыңда икенсене һөйләмәҫ, арттан бысаҡ ҡаҙамаҫ. Мин үҙем дә ошондай халыҡ балаһы – тамырҙарым менән ғорурланам.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.