Башҡорт донъяһы
28 Сентября 2021, 09:00

Ырымбурҙан — тура эфир

«Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт халҡының архитектура ҡомартҡыһы булған Каруанһарайҙың 175 йыллығын үҙенсәлекле итеп билдәләргә ниәтләй, ти хәбәр иткәйнек

Ырымбурҙан — тура эфирЫрымбурҙан — тура эфир
Ырымбурҙан — тура эфир

«Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт халҡының архитектура ҡомартҡыһы булған Каруанһарайҙың 175 йыллығын үҙенсәлекле итеп билдәләргә ниәтләй, ти хәбәр иткәйнек.
Кисә ижади коллектив Өфө — Ырымбур маршруты буйынса яңы асыласаҡ «Орлан» поезының тәүге составында күрше өлкәнең баш ҡалаһына юлланды.

Мәғлүм булыуынса, состав тиҙ йөрөшлө һәм ике ҡала араһын ни бары алты сәғәттә үтә. Юлдағы журналистар хәбәр итеүенсә, «Орлан» поезы менән улар бик күңелле сәйәхәт иткән, күрше төбәккә йырлай-йырлай килеп еткән. Әйткәндәй, юлда «Орлан» поезын Мәләүездә, Күмертауҙа әүҙем милләттәштребеҙ йыр-моң менән ҡаршылаған, ялҡынлы сәләмдәрен еткергән. Ырымбурҙа ла яҡташтарыбыҙҙы йылы ҡаршы алғандар.

Бөгөн иртән иһә «Юлдаш» радиоһының «Теге өсәү» тапшырыуы күсмә студиянан эфирға сыҡты, журналистар Ырымбур өлкәһендә, Башҡортостанда йәшәгән кешеләр менән йәнле аралашыу ойошторҙо, уларҙың ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирҙе, башҡорт йыр-моңдары менән дәрт-дарман өҫтәне. Бер сәғәтлек күсмә эфирҙа егеттәр Ырымбур өлкәһендәге милләттәштәребеҙҙең тормошо менән танышып-таныштырып, бөтә тыңлаусыларға бәрәкәтле Ырымбур еренән сәләм оҙатты.

Был үҙенсәлекле, тарихи сығарылыш булды. Шулай уҡ, тура эфирға Ырымбур өләкһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин да килгәйне. Ул Башҡортостан тыңлаусыларына ҡайнар сәләм еткерҙе. Йәғәфәр Йәнгилде улы урындағы ҡоролтайға алты йыл етәкселек итә. Ул күрше өлкәлә 50 меңгә яҡын милләттәшебеҙ йәшәүен, әүҙем милләттәшебеҙҙең күп һәм берҙәм булыуын белдерҙе. Ырымбур өлкәһендә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре лә эшләп килә, унда бәләкәй милләттәштәребеҙ башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәнә.

«Шөкөр, уҡыу әсбаптары, уҡытыусыларыбыҙ бар. Иң мөһиме, ата-әсәләр балаларға туған телде өйрәтеү мөһим икәнлеген аңлаһын», — ти Йәғәфәр Йәнгилде улы.

«Юлдаш» радиоһы коллективы менән Ырымбур өлкәһенә «Башҡортостан» юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре юлланды. Артабан төрлө сығанаҡтарҙа сит өлкәлә көн иткән милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше һәм ойошторолған акция менән зәңгәр экрандар аша ла танышырға мөмкин буласаҡ.
Радиожурналистар бөгөн Ырымбурҙағы башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашып, Каруанһарайға экскурсия ла ойошторасаҡ.

— «Юлдаш» радиоһының Ырымбур өлкәһендә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Ҡыҙыл Гвардия районындағы Ҡыуандыҡ һәм Плешанов ауылдарында радиотапшырғыстары бар, шуға ла тыңлаусылары был өлкәлә күп. Улар менән күҙгә-күҙ осрашып аралашыу теләге ҙур булһа ла, әлеге пандемия шарттарына бәйле, был ниәтте киләсәккә ҡалдырып торорға тура килде. Шуға ла «Орлан» менән ойошторолған сәфәребеҙҙе интернет киңлектәрендә, онлайн һәм күсмә студиянан тулы яҡтыртабыҙ, - ти радионың баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева. — Был акция тыңлаусыларыбыҙ һәм коллектив өсөн яңы мөмкинлектәр асыр, берләштерер, күтәренке кәйеф, өмөт өҫтәр тип ышанабыҙ.


Әйткәндәй, Өфөнән Ырымбурға тиҙ йөрөшлө «Орлан» поезына билет хаҡы 866 һум торасаҡ. «Орлан» поезы маршрутын асҡанда республика Башлығы Радий Хәбиров ике төбәк араһында тура тимер юлы маршрутының тиҫтә йылдан ашыуға өҙөлөп тороуын билдәләне. Хәҙер иһә был мөмкинлек ҡабаттан барлыҡҡа килде һәм ике төбәк араһында бөтә уңайлыҡтары булған тиҙлекле поезд йөрөйәсәк. Һис шикһеҙ, был Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе араһындағы ижтимағи-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас