

Светлана Хашимова – Яңауыл районында билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе ханым. Мауығыуының ниҙән башланыуы һәм нимәгә килтереүе тураһында хәбәрсегә һөйләп ишеттергән ул.
– Светлана Фәнил ҡыҙы, бөгөн йәмғиәттә шәжәрә менән ҡыҙыҡһыныу арта бара. Һеҙ ата-бабалар саҡырыуын башҡаларҙан алдараҡ ишеткәнһегеҙ. Быға нимә ярҙам итте?
– Ораҡлылыҡ. Мин 34 йыл тиерлек мәктәптә эшләнем, шуларҙың 14-ен – уҡытыу буйынса урынбаҫар һәм директор булып. Дөрөҫөн әйтәм, хаҡлы ялға арып, ығы-зығынан, ниндәйҙер мәсьәләләр хәл итеүҙән йырағыраҡ торғом килеп киттем.
Бер көн, Шәжәрә байрамында сығыш яһауымды үтенеп, китапханасы Гүзәл Ғатауллина килде. Оҙаҡ ризалашманым, шулай ҙа ул мине өгөтләүгә иреште. Ауылдаштарым алдында олатайым тураһында һөйләп сығыш яһаным. Уны хатта балалары ла иҫләмәй ине, сөнки ул Сталинград янында һәләк булған.
Олатайым ауылда беренсе рәйес булған. Уны һуғышҡа ебәрмәгәндәр, тылда ла кешеләр кәрәккән бит. Тик ул йыл буйына военкомат юлын тапаған... Алкинола уҡыған, уны офицер вазифаһына әҙерләгән булғандар. Өләсәйемә берҙән-бер хат яҙып өлгөрә, унда Сталинград яғына юлланыуҙары, инде бомбалар шартлауы ишетелгәне тураһында хәбәр итә. Алғы һыҙыҡҡа тиклем барып етә алмай ул, бер бомба олатайым китеп барған вагонға эләгә.
Уның исеме – Карамов Сабир Карам улы. Нәнәйем (өләсәй - ред.) Сүғдә (Сугда) Әхәт ҡыҙы Үрҙәк ауылынан була, мулла ҡыҙы, ярайһы ғына белемле. Уны Тартарға наҙанлыҡты бөтөрөү программаһы буйынса ебәрәләр. Беренсе колхоз рәйесе менән мулла ҡыҙы шулай танышып китә.
Карамдың атаһының исеме Ғабдрафиҡ булғанын белә инем, тимәк, ул Рафиҡов фамилиялы булырға тейеш. Тик олатайым Сабир, был фамилиялағылар күп тип, Карамов булып китә. Рафиҡтың атаһының исеме миңә билдәле түгел ине.
Ауылдашым Фәғиз Ғайсин бер ваҡыт интернетта халыҡ иҫәбен алыуға бәйле мәғлүмәттәр (ревизские сказки) барын әйтте. Шулар буйынса мин олаталарымдың сылбырын тергеҙҙем. Иң алыҫ олатайымдың исеме Килте Ниязов булған, ул беренсе өйҙә теркәлгән. Уның ейәне Арыҫлан Мостафин 1816 йылда Тартар ауылында төп кеше булған, иҫәп алыуға мәғлүмәттәрҙе ул биргән. Ул документта үҙ тамғаһын ҡуйған. Ике йөҙ йылдан һуң олатайымдың үҙ ҡулдары менән һалған тамғаһын күргәс, ниҙәр кисергәнемде күҙ алдына килтерәһегеҙме!
– Тикшеренеүҙәрегеҙ хаҡында ентеклерәк һөйләгеҙсе.
– Улар күп. Бәлки, кемгәлер минең алыҫ олатайымдың Килте тигән исеме сәйер күренәлер. Шуны асыҡланым: уның тулы исеме – Ураҙгилде, ҡыҫҡартһаң, Гилде. Башҡорттар йышыраҡ өндәрҙе һаңғыраулатып әйтә, шунлыҡтан Гилде – Килте, былай әйтеүе еңелерәк. Рус переписчигына олатайымдың исемен Килте тип атайҙар, ул шулай тип яҙып ала, ә уның улдарына, Ураҙгилдин урынына, Килтин тигән фамилия уйлап табып яҙып ҡуя.
Ә ысын исеме Ураҙгилде булғанын "Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты" (1954 йылдың ғилми отчеты) ("Северо-западный диалект башкирского языка" (научный отчет диалектологической экспедиции 1954 года) тигән китапта күрһәтелгән шәжәрә буйынса белеп ҡалдым. Экспедиция ағзаларына был шәжәрәне Киҫәкҡайын ауылы башҡорттары бирә. Шәжәрәләге бер тармаҡ Тартарҙағы 1812 йылғы иҫәп буйынса иң өлкән кешегә – Килтей Ниязовҡа алып килә. Артабан шәжәрәлә килтерелгән исемдәр иҫәп алыуҙарҙа билдәләнгән исемдәр менән тулыһынса тап килә: Мостафа, Арыҫлан, Ибәтулла. Килти Ниязов үҙенең ҡустылары Минлит һәм Сали менән Пугачев ихтилалында ҡатнашҡан. Был хаҡта Пугачев ставкаһының 371-се документынан белдем. Унда Салауат Юлаев отрядындағы баш күтәреүҙә ҡатнашҡан башҡорттарҙың исемдәре яҙылған.
Пугачев яғында әүҙем көрәшкән кешеләрҙең береһе – Ҡом (Сосново) ауылынан Айыт Сәйетов. Пугачев полковнигы Айыт Сәйетов отряд етәксеһе булып, хәҙерге Бөрө тирәһендә, Каракулино улысы (Каракулинская волость) биләмәһендә көрәшә. 1774 йылдың июнендә Пугачевтың Баш ғәскәре составында Уҫы эргәһендәге яуҙарҙа, Салауат Юлаев менән бергә Кама буйҙарында баш күтәреүселәрҙән торған отрядтар булдырыуҙа ҡатнаша. "Документы. Восстание Пугачева" йыйынтығында А.Сәйетовҡа һәм уның көрәштәштәренә ҡағылған бер нисә бойороҡ бар, мәҫәлән, 469-сы, 487-се, 535-се. Августа Сәйетов отряды Ҡазан даруғаһының Музякино ауылы эргәһендә И.Г.Штерич етәкселек иткән хөкүмәт командаһы менән алышта ҡатнаша. Әсирлеккә эләгә, Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшеренеүе ваҡытында вафат була (ҡайһы бер сығанаҡтарға ярашлы, өйөнә ҡайтарып ебәрелә). Уның Рафиҡ тигән улы була. Мин Айыт Сәйетовтың тоҡомдарын таптым.
2016 йылда Ғәйнан Әмириҙең шәжәрәһен төҙөүгә тотондом. Уның атаһы Ғимазетдин хәҙерге Яңауыл районының Яңы Артауыл ауылында 1881 йылда донъяға килгән. Ғимазетдиндың атаһының исеме Әмир булырға тейеш тип, иҫәп алыу мәғлүмәттәрен ҡарап сыҡтым, тик унда был исемде тапманым. Архивтарға ла яҙҙым, ыңғай яуап булманы.
2018 йылда Азат Ярмуллиндың "У истоков Башкирской республики" китабы тураһында белеп ҡалдым. Интернеттан табып уҡыным һәм бер яҡташыбыҙ – Әмиров Хәлим Насретдин улы хаҡында мәғлүмәткә юлыҡтым. Ул да Яңы Артауыл кешеһе, 1894 йылда тыуған. 1935 йылғы хужалыҡтар китабы буйынса Хәлимдең ағаһы – 1881 йылғы Ҡасим мулла – булғанын асыҡланым. Хәҙер инде ауылдың 1859 йылғы иҫәп яҙмалары буйынса Насретдинды эҙләй башланым. Таптым, ул ауыл иҫәбендә иң һуңғыһы булып яҙылған, 22/52-се өй. Насретдингә ике йәш булған, указлы аҙансы Фәтхулла Үмировтың кесе улы. Ул 1856 йылда Иҫке Артауылдан килгән. Уртауыл ауылының исеме Артауылға әйләнеп киткән шикелле, Үмир Әмиргә әүерелгән, унан Әмиров фамилияһы барлыҡҡа килгән. Ғәйнан Әмири – Хәлим Әмировтың ике туған тейешле кешеһенең улы.
Иҫке Артауыл тураһында ла күп нәмә хаҡында һөйләргә булыр ине.
Хәҙер Ҡарман ауылына күсәйек. Ауылға Ҡаһарман Бәкбов тигән кеше нигеҙ һалған. Был исем батша Петр Алексеевичҡа яҙылған челобитныйҙа һәм 1694 йылдың сентябрендәге Ҡазан һарайы Бойороғондағы Грамотала телгә алына. Әнүәр Әсфәндиәров "История сел и деревень Башкортостана" китабында, Ҡарман исемле башҡорт – 1704 – 1711 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашыусы, тип яҙа.
Ҡармандың улдары – Рахманғол, Назарғол һәм Йүзәй үҙ заманының әүҙем кешеләре була. Һуңғыһының исеме күп кенә тарихи документтарҙа осрай. Бына уларҙың бер нисәһе:
1. 1759 йыл, 17 март – Башҡорт һәм мишәр халыҡтары вәкилдәре исемлеге;
2. 1759 йыл, сентябрь, 29-ынан да һуң түгел – башҡорттар Темир Мутин һәм уның иптәштәренең Сенатҡа башҡорт ерҙәрен баҫып алыуҙы тыйыу һәм уларҙы һатып алыу ҡағыҙҙарын (купчие) бөтә улыс халҡы ризалашҡан хәлдә генә раҫлау тураһында үтенес белдергән донесениеһы (1);
3. 1760 йылдың 28 авгусы – 10 октябренән дә һуң түгел – Уҫы даруғаһы, Уран улысы башҡорто Йүзәй Ҡармановтың Ҡазан һәм Уҫы даруғалары башҡорттары Айыт Аскүбәков һәм иптәштәренән бурысты ҡайтарып алыу эше.
Ауылға нигеҙ һалыусының улы Йүзәй Ҡарманов – Уҫы даруғаһы вәкиле булараҡ һәм Ҡазан даруғаһынан старшина Темир Мутин Санкт-Петербургҡа барып, башҡорт ерҙәрен баҫып алыуҙы тыйыу тураһында үтенес яҙылған донесениены Сенатҡа тапшыра. Т.Мутинға әйләнеп ҡайтыу насип итмәй, ул шунда донъя ҡуя, ә беҙҙең яҡташ, эште башҡарып, ауылына кире ҡайта. Сенат үтенесте ҡабул итә һәм "башҡаса башҡорт халҡына бөлгөнлөк килтермәҫкә..." бойора.
Әбдүк (Әптек) (Абдук (Аптык) Септәрйәпов (Чептарзяпов) та Ҡарман ауылының билдәле кешеһе була. Ул Уран улысы старшинаһы булып хеҙмәт итә. Кантон системаһы индерелгәс, 1798 йылда 5-се башҡорт кантоны начальнигы булып китә. Был кантон Силәбе өйәҙендә урынлашып, үҙәге Иҫәнгилде ауылында була.
Әбдүк Септәрйәпов 1798 йылда император Павел I башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтен элеккесә ойоштороуға ҡайтыуҙы, башҡорт ерҙәрен межалауҙы сикләү, уларҙан күсеп килгәндәрҙе һәм припущенниктарҙы сығарыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. Шул ваҡыттан алып башҡорттар Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлау буйынса хәрби хеҙмәт алып бара, илдең яуҙарында ҡатнаша. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың формуляр исемлектәрендә 10-сы Башҡорт кантоны Ҡарман ауылынан биш кеше иҫәпләнә.
– Тупланған тарихи материалдарҙы нисек итеп ҡулланаһығыҙ, уларҙы ни рәүешле популярлаштыраһығыҙ?
– Төрлө конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашам, аудиториялар алдында сығыш яһайым.
– Урындағы тарих йәш саҡта ҡыҙыҡһындыра аламы, нисек иҫәпләйһегеҙ? Быға нисектер ярҙам итеп була, тип уйлайһығыҙ?
– Йәштәрҙең үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһынғаны ҡыуандыра. Миңә шәжәрә төҙөүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Шуныһы ғына насар: ундайҙар – мәғлүмәтте башлыса пассив рәүештә алыусылар, ә үҙҙәре лә эҙләнеүҙәрҙә әүҙем ҡатнашһын ине. Мин уларҙы рәхәтләнеп өйрәтер инем.
Был һорауға скептик ҡарағандар ҙа бар. Һәр кеше ата-бабаларының кемлеге тураһында белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Нәҫел бит ваҡыт һәм арауыҡта шәхескә ҡарағанда киңерәк урын ала. Айырым бер кеше тыуа, күпмелер йәшәй һәм юҡҡа сыға. Тере сағында кеше үҙенең күп быуаттар буйы йәшәгән нәҫелдең бер өлөшө икәнен тойһон ине – шул мөһим.
– Тыуған яҡҡа ҡағылышлы яңауылдар бик әҙ белгән факттар менән бүлешегеҙ әле, зинһар.
– Яңауылдар мин әлегә тиклем һөйләгәндәр тураһында бер нәмә лә белмәй ҙә ул. Гәзитте хәҙер һирәк уҡыйҙар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 21-се каналда күрһәтә, ә беҙҙә – 20 генә. Сараларға ла исем өсөн генә йөрөйҙәр. Беҙ, бер нисә ҡыҙыҡһынған кеше, тырышабыҙ, ләкин бынан ғына фәтеүә юҡ. Аталары, олаталары документтар буйынса башҡорт була тороп та, тоҡомдарының үҙҙәрен тырышып-тырмашып татар тип иҫбатлағаны, ә мине этномиссионер тип атағаны – бик йәл.
Мин был хәлдән сығыу юлын ошолай күрәм. Яңауыл районының бөтә тыуған яҡты өйрәнеүселәренә берләшергә лә, китап сығарырға. Унда бөтә эштәрҙе – башҡорт шәжәрәләрен генә түгел, ә рустарҙыҡын, мариҙарҙыҡын, татарҙарҙыҡын да – индерергә... Әммә был финанслауға ҡайтып ҡала. Әгәр ҙә ошо мәсьәләне хәл итеп, китапты баҫтырып сығарып булһа, уның ярҙамында бөтә кеше үҙенең тамырҙарын юллай аласаҡ. Шул саҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтә булыр.
Раушания ҒАРИФУЛЛИНА әңгәмәләште.
(Яңауыл районы)