Башҡорт донъяһы
30 Сентябрь 2021, 18:00

"Барыһы ла тәү сиратта балаларыбыҙға кәрәк"

Силәбе өлкәһендә үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрендә балаларҙың башҡорт телендә уҡыу хоҡуғын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алыштылар. 

"Барыһы ла тәү сиратта балаларыбыҙға кәрәк""Барыһы ла тәү сиратта балаларыбыҙға кәрәк"
"Барыһы ла тәү сиратта балаларыбыҙға кәрәк"

Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре башланыуын хәбәр иткәйнек.

Бөгөн Ҡоншаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре урындағы халыҡ менән осрашыуҙа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса аралашты, балаларҙың туған башҡорт телендә уҡыу хоҡуғын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты. Сарала ҡатнашыусылар белдереүенсә, Ҡоншаҡ районында башҡорт теле предмет булараҡ алты мәктәптә үҙләштерелә, икәүһендә кластан тыш уҡытыу ойошторолған, өс мәктәптә Интернет аша өйрәтеү планлаштырыла. Башҡорт төркөмдәре өс балалар баҡсаһында эшләй.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы белгесе Гөлсөм Дилмөхәмәтова милли мәғарифта хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында һөйләне. Тағы башҡорт төркөмдәрен асыу күҙаллана.

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов өлкә йәмәғәт ойошмаларының телде, мәҙәниәтте, башҡорт халҡының йолаларын, милли спорт уйындарын һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

"Беҙҙең ҡоролтайҙың 15 бүлексәһе бар. Урындарҙа телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү буйынса ҙур эш алып баралар. Был йәһәттән муниципалитеттар хакимиәттәре менән килешеүҙәр төҙөйбөҙ. Ошо көндәрҙә - Арғаяш районы хакимиәте башлығы, августа Ҡоншаҡ, Сыбаркүл райондары, Сыбаркүл ҡалаһы хакимиәттәре башлыҡтары менән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был урындағы әүҙемселәргә үҙҙәренең сараларын хакимиәт планына индеререргә булышлыҡ итә. Уларға үҙҙәренең проектары өсөн ҡаҙнанан аҡса алыу йә федераль кимәлдәге дөйөм сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге тыуа. Беҙ "Уралым" гәзитен баҫтырабыҙ, телетапшырыуҙар эфирға сыға. Милли баҫма 10-15 мең дана тираж менән ай һайын тарала. Телетапшырыу айына ике тапҡыр өлкә телеканалы эфирында сыға. Силәбе башҡорттары тураһында сюжеттарҙы Башҡортостан юлдаш телеканалына ла ебәрәбеҙ. "Урал батыры", "Һабантуй мозаикаһы" кеүек күләмле саралар үткәрәбеҙ. Беҙҙең теләк - бөгөнгөләй сараларҙы йышыраҡ ойоштороу. Айырыуса оҫталыҡ дәрестәренә ихтыяж ҙур. Сәнғәт оҫталары менән дәрестәр тәү сиратта балаларыбыҙға кәрәк", - тине Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов.

Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Хәбрахман Мансуров та Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренең ҙур әһәмиәтен билдәләне.

"Беҙҙең Маяҡ ауылында ҡурайсылар ансамбле һәм "Йәйғор" фольклор коллективы эшләй. "Йәйғор" - Рәсәй кимәлендә үткән дүрт мәҙәни фестиваль еңеүсеһе. Июндә Әбйәлил районына барып та матур сығыш яһап ҡайттылар. Ә бөгөн беҙҙә байрам. Башҡортостан делегацияһына рәхмәт еткерәм. Ярҙамдан ташламайҙар, ҡурай, ҡумыҙ, милли кейемдәр бүләк итәләр. Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнарға ла уларҙан өйрәнеп ҡалабыҙ. Беҙҙең ҡоролтай төрлө сараларҙы үҙе лә әүҙем ойоштора. Әле билдәле башҡорт шағиры Мөхәмәтйәров Хәйҙең тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы башҡорттар ҡоролтайы иҫтәлекле фильм төшөрҙө", - тине Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәбрахман Мансуров.

Иртәгә Башҡортостан делегацияһы Силәбе ҡалаһының башҡорт йәмәғәтселеге менән осраша.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас