

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстанға эш сәфәрендә башҡорт диаспораһы вәкилдәре менән осрашҡайны.
Сара барышында ул милләттәштәребеҙҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Мәҫәлән, “Аҡбуҙат” берекмәһендә ҡатнашҡан Рәмзиә Батыргәрәева Дуҫлыҡ йортондағы башҡорт кабинетын йыһазландырыуҙа ярҙам һораны. Уның әйтеүенсә, башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбен асыу ниәте лә бар, тик мәғариф ойошмаһына уҡытыусы кәрәк.
– Яҡын арала беҙ “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни берекмәһенә булышлыҡ итеү өсөн бюджеттан тыш сығанаҡтарҙы билдәләргә тырышырбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Алынған аҡсаны артабан төрлө саралар үткәреүгә лә, Дуҫлыҡ йортондағы башҡорт кабинетын йыһазландырыуға ла тотонорға мөмкин буласаҡ.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, йәкшәмбе мәктәбен асыу мәсьәләһен тикшерергә кәрәк. Әгәр был башланғыс Ҡаҙағстандағы коллегаларҙа хуплау тапһа, республика БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студентын ярты йылға бында командировкаға ебәрергә әҙер.
– Был уның өсөн яҡшы стажировка булыр, балаларға башҡорт телен уҡытыр, – тине Радий Хәбиров. – Уға социаль яҡлау шарттарында йәшәүҙе ойошторорға тырышырбыҙ, ә вуз етәкселеге буласаҡ педагогтың хеҙмәтенә түләү мәсьәләһен хәл итһен ине. Шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеү өсөн методик әҙәбиәт менән дә ярҙам итербеҙ.
“Казакстан Ғарыш Сапары” милли компанияһы инженеры Нурия Аллабирҙина Рәсәй һәм Башҡортостан ватандаштарҙы ҡабул иткән дәүләт программаһындағы һөнәрҙәр исемлеге мәсьәләһен күтәрҙе. Ул билдәләүенсә, талаптарҙа һаулыҡ һаҡлау, мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, мәғариф, ауыл хужалығы, спорт өлкәһендәге специальностар күрһәтелгән.
– Вакансиялар исемлеген киңәйтеү тураһындағы һорауыбыҙға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре быйыл онлайн тәртибендә үткәрелгән конференцияла һөнәрҙәр буйынса сикләүҙәр алыныр, тип яуаплағайны. Әммә консуллыҡ сайтында программаны тормошҡа ашырған Рәсәй төбәктәре исемлегендә бындай мәғлүмәт әле булһа сағылыш тапмаған, – тине Нурия Аллабирҙина.
– Әлбиттә, беҙ ватандаштарҙың үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтыуы яҡлы. Дәүләт программаһына килгәндә, шуға иғтибарҙы йүнәлтмәксемен: 1 ноябрҙә эшмәкәрлек өлкәһе буйынса талаптарҙы йомшартҡан, сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарған яңы документ донъя күрәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Республикала хеҙмәт ресурстарына ҡытлыҡ һиҙелә. Ҡасандыр ошо уҡ Ҡаҙағстанға киткән кешеләрҙең эшлеклелеген, уларҙың юғары ойоштороу һәләтен, яҡшы компетенцияларын тормош асыҡ күрһәтә. Һеҙ беҙгә кәрәк.
Йәнә бер мәсьәлә башҡорт диаспораһы вәкилдәренең балаларын республика вуздарында уҡытыуға ҡағылды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, квота алыу йылдан-йыл ҡыйынлаша бара. Башҡортостан Башлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының был теманы күтәреп сығыуы тураһында белдерҙе. Ҡоролтайҙа БДБ илдәрендә йәшәгән һәм республикалағы университеттарҙа белем алырға теләгән башҡорт йәштәренә ярҙам күрһәтеү буйынса йәмәғәт программаһы төҙөлгән.
– Был программа ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы. Беҙ уны мотлаҡ ҡарарбыҙ. Ул нәҡ йәмәғәт программаһы буласаҡ, ә финанс тәьминәтен билдәләрбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Сарала шулай уҡ Өфө менән Нур-Солтан араһында тура авиарейс асыу тураһында һүҙ булды.
– Һөйләшеп килешелде. Даими рейстарҙы башҡарасаҡ авиакомпания ла бар, – тине республика Башлығы.
Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы башҡорт диаспораһының иң әүҙем вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
– 17 мең башҡорт йәшәгән Ҡаҙағстанда яҡташтарҙы берләштергән йәмәғәт ойошмаларының булыуы бик һәйбәт, – тине Башҡортостан етәксеһе. – Осрашыу бик йылы шарттарҙа үтте. Яҡташтарыбыҙ үҙҙәрен тыуған яғына ҡайтҡандай хис иткәндер, тип ышанам.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан делегацияһының Ҡаҙағстанға сәфәре һөҙөмтәле һәм бай йөкмәткеле булды.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145909.html
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145909.html