

Мәғлүм булыуынса, бөгөн Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башланды. Унда республика вәкилдәре, шул иҫәптән Бөтө донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡатнаша.
Күрше өлкәгә "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ла барҙы. Ул кескәй милләттәштәребеҙ менән булған осрашыу хаҡында түбәндәгеләрҙе белдерҙе.
"Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорттар борондан ата-бабаларының аҫаба ерендә көн итә. Бында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының төп баҫмаһы "Башҡортостан ҡыҙы"на нигеҙ һалған балалар яҙыусыһы Кәтибә Кинйәбулатова, күренекле яҙыусылар Ҡадир Даян, Рамаҙан Шәғәлиев, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хафиз Ҡушаев, Башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы Нуриәғзәм Таһиров, данлыҡлы йырсылар Раил Кучуков, Вәкил Йәләлетдинов, ғалим Дамир Вәлиев, спортсылар Эльбрус Ниғмәтуллин, Денис Шафиҡов, Хәбир Сөләймәнов тыуған, эшләгән.
Беҙ бөгөн Ҡоншаҡ районының Тахталым урта мәктәбендә, Хәлит ауылында булдыҡ. Бында 303 бала белем ала. Осрашыуға 2-се, 3-сө класс уҡыусыларынан 40-ҡа яҡын бала йыйылғайны. Уларға башҡорт ырыуҙары, шәжәрә тураһында ла бәйән ителде. Уҡыусылар бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе. Уларҙың һәр береһенә "Аҡбуҙат" журналы бүләк ителде. Әйткәндәй, баҫманың сентябрь һанында Силәбе өлкәһе балаларының эштәре баҫылды.
Балаларға шулай уҡ китаптар, "Урал батыр" комикстарын тараттыҡ.
Викторина һорауҙарына иң күп дөрөҫ яуап биргән 3-сө класс уҡыусыһы Гөлназ Хәкимоваға башҡортса шрифлы планшет бүләк ителде. Класс етәкселәре Эльза Фәйзуллина менән Зөлфиә Вәлиева балаларҙың эштәрен ебәрергә вәғәҙә биреп ҡалды.
Аҙаҡ уҡыусылар "Урал батыр" йәнһүрәтен ҡараны. "Балалар менән бәйләнеште нығытыу маҡсатында уларҙың яҙмаларын, һүрәттәрен "Аҡбуҙат" журналына тәҡдим итәсәкбеҙ", - тине Лариса Хашим ҡыҙы.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.