Башҡорт донъяһы
30 Сентябрь 2021, 15:00

Ҡыуандыҡтарға ҡыуаныс өҫтәп

"Йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында асылды".

Ҡыуандыҡтарға ҡыуаныс өҫтәпҠыуандыҡтарға ҡыуаныс өҫтәп
Ҡыуандыҡтарға ҡыуаныс өҫтәп

Ырымбур өлкәһендәге Ҡыуандыҡ ҡала округына ҡараған Ейәнсура ауылы мәктәбе ҡарамағында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшләй башланы.

Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының проектына ярашлы һәм уҡыу йортоноң методик ярҙамы менән булдырылды.

Яңы ойошманы асыу тантанаһы онлайн тәртиптә үтте. "Йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында асылды. Бында 15 уҡыусы аҙнаһына бер көн шөғөлләнәсәк. Улар башҡорт теле, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы менән яҡындан танышасаҡ. Балалар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәреләсәк", - тине Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов.

Билдәле булыуынса, быйыл Пермь крайы, Силәбе, Свердловск өлкәләрендә һәм Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре эшләй башланы.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас