

Билдәле булыуынса, республиканың рәсми делегацияһы Ҡаҙағстанда эш сәфәре менән булып ҡайтты. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов та ҡатнашты. Ҡайтҡас, ул был сәфәр тураһындағы тәьҫораттары менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты.
“Сәфәр иҡтисади йүнәлештә ине, һәм, минеңсә, бик файҙалы булды. Республика әүҙем рәүештә тышҡы баҙарҙарҙа инвесторҙар эҙләргә, халыҡ-ара сауҙаны үҫтерергә йыйына. Ә үткәрелгән осрашыуҙарҙан, килешелгән ҡарарҙарҙан күренеүенсә, Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың иҡтисади мөнәсәбәттәре үҫеш өсөн яңы этәргес алды.
Сәфәргә әҙерләнгән саҡта Радий Фәрит улы миңә Ҡаҙағстандың башҡорт диаспораһы менән осрашыу ойошторорға ҡушты. Быны Нур-Солтандағы диаспора етәксеһе Урал Аҙнабаев менән берлектә башҡарҙыҡ. Әҙерләнгән ваҡытта шул асыҡланды: бындай осрашыу беренсе тапҡыр үтә. Республика етәкселәре элек тә Ҡаҙағстанға барған, юғары кимәлдәрҙә осрашҡан, әммә бер тапҡыр ҙа ул биләмәлә диаспора менән осрашмаған.
Ватандаштарыбыҙ менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләһендә беҙгә яҡташтарыбыҙға этномәҙәни үҙенсәлектәрен, республика менән рухи бәйләнештәрен һаҡлау өсөн, ә теләктәре булғанда – Башҡортостанға күсеп ҡайтыуы өсөн шарттар булдырыу мөһим. Ҡаҙағстандың башҡорт диаспораһына республиканың иҡтисади проектарын тормошҡа ашырыуҙа, сауҙа-иҡтисади проекттарҙы үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашырға, беҙгә юғары класлы белгестәр сифатында уҡырға килергә тәҡдим ителде.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса шуны әйтә алам: беҙҙең Ҡаҙағстандағы ватандаштарыбыҙҙы башҡа милли-мәҙәни берекмәләрҙәге кеүек үк проблемалар борсой. Бөтә мәсьәләләр буйынса ла, уларҙы нисек хәл итергә кәрәклеген аңлайбыҙ. Шуныһын айырым билдәләгем килә – башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһен Ҡаҙағстан властары хуплай, улар бина бирергә һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн үҙ өҫтөнә алырға әҙер", - тип яҙҙы Азат Бадранов.
Фото: Азат Бадрановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.