Башҡорт донъяһы
1 Октябрь 2021, 18:00

"Ирем ҡыҙыбыҙ Настяның башҡорт телен өйрәнеүен теләй"

Бөгөн Силәбе ҡалаһы кескәйҙәре Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы саф башҡортса сәләмләне.

"Ирем ҡыҙыбыҙ Настяның башҡорт телен өйрәнеүен теләй""Ирем ҡыҙыбыҙ Настяның башҡорт телен өйрәнеүен теләй"
"Ирем ҡыҙыбыҙ Настяның башҡорт телен өйрәнеүен теләй"

Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре дауам итә.

Бөгөн Силәбе ҡалаһы кескәйҙәре Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы саф башҡортса сәләмләне. Уҡыу йылы башынан Инна Торпой етәкселегендәге 88-се балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылған. Бәләкәстәр ошо арауыҡта яңы һөнәрҙәр өйрәнгән. Ҡунаҡтарға улар Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләп күрһәтте, башҡортса тыпырлатып бейене, йырланы.

Төркөмдөң эшендә ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнаша. Лиана Громачеваның ҡыҙы Настя ла ошонда шөғөлләнә.

"Башҡорт төркөмө асылғанына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Ирем - Настяның атаһы - рус милләтенән. Ул ҡыҙының башҡорт телен өйрәнеүенә ҡушҡуллап риза. Өйҙә милли аш-һыу, йолалар аша Настяның башҡорт мәҙәниәтенә, тарихҡа ҡыҙыҡһыныуы арта. Милли байрамдарҙа теләп ҡатнаша", - ти Лиана Громачева. Ул милләте буйынса башҡорт, ҡатнаш ғаилә ҡорғандар.

88-се балалар баҡсаһында ике башҡорт төркөмө эш башлаған. Тәүгеһендә өс-дүрт йәшлек кескәйҙәр шөғөлләнә, улар башҡорт телен уйын аша өйрәнә. Икенсеһендә өлкәнерәктәр хәрефтәрҙе, өндәрҙе үтә башлаған. Көндөҙгө төркөмдә лә башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәтеү ойошторолған. Әле бында барлығы 25 бала белем ала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы 88-се балалар баҡсаһына планшет һәм уҡыу-методик ҡулланмалар тапшырҙы.

Башҡортостандан килгән делегация менән осрашыуҙа Силәбе ҡалаһы мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге һәм Калинин районы мәғариф идаралығы вәкилдәре ҡатнашты. Урындағы белгестәр әйтеүенсә, башҡорт төркөмдәрен Совет районында ла асыу ҡаралған.

88-се балалар баҡсаһы урынлашҡан Калинин районындағы 6-сы мәктәптә лә башҡорт телен өйрәтеү ойошторолған. Был йәһәттән белемде камиллаштырыу өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар.

Артабан Силәбенең Халыҡтар берҙәмлеге йортонда Башҡортостандан килгән делегация өлкәнең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осраша. Унда башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас