Башҡорт донъяһы
1 Октябрь 2021, 07:42

“Олатайым ғорурланыр ине...”

Таһир Байышевты иҫкә алдылар.

Минзиә Каспранова фотоһы.Минзиә Каспранова фотоһы.
Фото:Минзиә Каспранова фотоһы.

Быйыл августа башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, күренекле ғалим, төрки телдәрҙең диалектологияһы, лексикологияһы һәм терминологияһы буйынса белгес, төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү буйынса төплө хеҙмәттәр башҡарған ғалим Таһир Байышевтың тыуыуына 135 йыл тулды. Мәғлүм булыуынса, милләттәшебеҙ Өфөлә, мосолмандар зыяратында ерләнгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ғалимдың ейәнсәре Светлана Кузнецова һәм туғаны Фәнүр Байышев, билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова менән берлектә уның ҡәберенә сәскә һалды, рухи иҫтәлеген яңыртты.

 

Эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе

 

Уҙған быуаттың 20-се йылдарынан башлап Таһир Байышев етди ғилми хеҙмәт менән шөғөл­ләнә башлай. 1933 йылда Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған, 1933–1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән, башҡорт диалек­тологияһы һәм лексикографияһы буйынса фәнни тикшеренеүҙәр алып барған. Билдәле ғалим, яҙыусы Ғәзим Шафиҡов арҙаҡлы милләттәшебеҙ тураһында бына нимәләр яҙып ҡалдырған:

“...Таһир Байышев башҡорт халҡының йәнле һөйләү теле – һөйләштәре һәм диалекттары буйынса, оҙаҡ йылдарға һуҙылған эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе була­раҡ, “Башҡорт диалекттары әҙәби телгә ҡарата мөнәсәбәт­тә” тигән монографияһын яҙа (ул 1955 йылда Мәскәүҙә рус телендә бер мең данала баҫыла). 1948 йылда әле лә әһәмиәтен юғалтмаған ҡулланылыштағы “Урыҫса-башҡортса һүҙлек”, 1958 йылда Өфөлә донъя күргән “Башҡортса-урыҫса һүҙлек” ки­таптарының авторҙарының береһе булараҡ таныла. Тағы бер нисә телле терминологик һүҙлек төҙөүҙә ҡатнаша. Башҡортос­тан буйынса лингвистик экспедицияны етәкләй, йыйылған мәғ­лүмәтте эшкәртә. Айырыуса һөйләш күренештәрен йыя, фәнни һығымталар яһай.

Һүҙҙәрҙе яҙып-теркәй, шуның буйынса аҙаҡ һүҙлектәр төҙөй. Был уға башҡорттарҙың хәҙерге һөйләш телен һәм диалекттарын ныҡлап өйрәнергә мөмкинлек бирә. Был өлкәлә инде Байышев – алмаштырғыһыҙ белгес. 1950 йылда ошо хеҙмәттәре Мәскәү дәүләт университетының төрки филологияһы факультетына диссертация темаһы сифатында тәҡдим ителә. Шул уҡ йылдың мартында филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлана. Шулай итеп, Таһир Байышев башҡорт филологтары-диалектологтары араһынан тәү­ге­ләрҙән булып ошо ғилми дәрәжәгә өлгәшә.

Таһир Байышев рус теленән башҡортсаға барлығы 400 баҫма табаҡлы әҙәби һәм уҡытыу-методик әҙәбиәт тәржемәләй. Ләкин... Нисек кенә булмаһын, беҙҙең (бөгөнгө йәмәғәтселек) өсөн Таһир Байышев эшмәкәрле­гендә иң мөһиме – уның башҡорт теленең көнбайыш диалектына мөнәсәбәте, арҙаҡлы диалектолог булыуы. 50-се йылдар башынан уҡ ул башҡорт тел ғилеменә ошо көнбайыш диалект күренеш­тәрен дә индереү яҡлы була...”

Фирҙәүес Хисамитдинова ла арҙаҡлы ғалимдың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Әле 1954 йылда уҡ Таһир Байышев етәкселегендә Асҡын, Балтас, Борай, Яңауыл райондарына диалектология экспедицияһы ойошторолған. Һөҙөмтәлә фонетика, грамматика, лексика буйынса бик бай материал тупланған һәм “көнбайыш диалект – башҡорт теленең айырылғыһыҙ өлөшө” тигән һығымта яһалған. Әммә аҙаҡ был йүнәлештәге эштәр туҡтап ҡалған, Таһир Ғәлләм улы башҡарған уникаль, олуғ эш архивҡа оҙатылған. Ярты быуат үткәс кенә, ул “Ғилем” нәшриәтендә донъя күргән.

Ғалим башҡорт теленең диалекттарын өйрәнеү буйынса 11 фән­ни экспедицияла ҡатнашҡан, был иҫ киткес бай мәғлүмәт моног­рафияға тупланған. Ошо эшендә ғалим башҡорт диалекттарын классификациялаған, һүрәт­ләгән, үҙенсәлектәрен билдәләгән, таралыу биләмәләрен асыҡлаған, морфологик үҙенсәлектәрен күрһәткән.

Таһир Байышев – бик күп ғилми хеҙмәттәрҙең, русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлектәрҙең авторы. Тап уның башланғысы менән XX быуаттың 70 – 80-се йылдарында башҡорт теленең диалект­тарын өйрәнеү эше башланған. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Ғалим 1974 йылда вафат булған.

 

Байышевтың рухын яҡтыртып...

 

Таһир Байышевтың ейәнсәре Светлана Әхәт ҡыҙы олатайҙары тураһында йылы хәтирәләрен уртаҡлашты.

– Минең атайым – Таһир Ғәлләм улының өлкән улы, ул хәрби булды, тотош илде урап сыҡҡан кеше. 1958 йылда ғаиләбеҙ Өфөгә күсте. Йыш ҡына олатай һәм өләсәйҙә ҡунаҡта була инек, бер мәл улар менән йәшәп тә алдыҡ. Олатайҙы етди, тыныс кеше тип иҫләйем. Уның үҙ кабинеты була торғайны. Ҙур өҫтәл, ярым-яҡтылыҡ, сағыу мәрмәр лампа яна һәм өҫтәл артында олатай машинкала баҫа... Ошо мәлдәр миңә – мөғжизә, ә олатай тылсымсы булып тойола ине. Өләсәй ҙә, олатай ҙа ҡунаҡ­сыл, асыҡ кешеләр булды. Туғандары, дуҫтары йыш килә торғайны.

Улар дүрт ул тәрбиәләп үҫтергән. Барыһы ла – лайыҡлы кешеләр. Минең атайым Әхәт һуғыш башланыр алдынан Ульяновск элемтә училищеһын та­мамлаған һәм тура фронтҡа эләккән. Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнашҡан. 1943 йылда, ауыр яраланғандан һуң, Буденный исемендәге Ленинград хәрби академияһына уҡырға ебәрелгән.

Был ваҡытта уҡыу йорто Томск ҡалаһына эвакуацияланған, тап ошонда атайым әсәйем, медицина институты студенткаһы, менән танышҡан. Беҙ һеңлем Марина менән Ленинградта тыуғанбыҙ. Демобилизацияланғандан һуң атайым ғаиләһе менән Өфөлә төпләнгән. Оҙаҡ йылдар ул төрлө етәксе вазифаларҙа эшләне, полковник дәрәжәһенә етте. 2005 йылда вафат булды.

Таһир Байышевтың икенсе улы Сәғит бик һәләтле бала булған, матур бейегән. Махсус йыйылған төркөм составында данлыҡлы Ваганова исемендәге балет учили­щеһына уҡырға ингән. Әммә һуғыш уның яҙмышын тулыһынса ҡый­ратҡан. Яу башланғас, Сәғит Ленинградтан Өфөгә күсеп ҡайтҡан, Ғәскәров ойошторған ансамблдә бейей башлаған. Әммә бер йылдан, 17 йәшендә, фронтҡа китергә ҡарар иткән. Хәрби фельд­шерға уҡыған, 1942 йылда Сталинград өсөн алыштарҙа ҡат­нашҡан. Сәғит Байышев 1943 йылда батырҙарса һәләк булған һәм туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Беҙ, туғандары, уның һуңғы төйәген 68 йылдан һуң Белгород өлкәһендә эҙләп таптыҡ һәм сәскә һалдыҡ.

Таһир Байышевтың өсөнсө улы Булат Мәскәүҙә төпләнгән. Ул билдәле нефтсе, академик, донъя кимәлендәге ғалим ине. Ер йөҙөн­дәге барлыҡ нефть сығанаҡтарын йөрөп сыҡҡан Булат Байышев ғүмеренең һуңғы көнөнәсә тармаҡ белгестәренә консультациялар бирҙе, уның фәнни эштәре һәм китаптары бик күп.

Марат, ғалимдың бәләкәй улы Сәғит кеүек, ижади булмышлы кеше ине. Ул да, Булат ағаһы кеүек, Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ дәүләт университетын тамамлаған, билдәле геолог. Бик ҙур таштар, тамырҙар коллекциялары бар ине. Ижади булмышы бик көслө булды.

Беҙҙең ғаилә бик ҙур һәм татыу, үҙ-ара аралашып йәшәйбеҙ. Таһир Байышевтың ейәндәре, бүләләре лә – тормош буйлап ныҡлы атлап барған лайыҡлы кешеләр. Олатай, һис шикһеҙ, улар менән ғо­рурланыр ине, – ти Светлана Әхәт ҡыҙы.

Ғалимдың туғаны (ҡустыһының улы) Фәнүр Байышев билдәле нәҫел хаҡында китап яҙған. Ул да хәтирәләрен уртаҡлашты, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө һәм билдәле милләттәшебеҙ Таһир Байышевтың рухын яҡтыртҡан, иҫтәлеген тергеҙгән кешеләргә рәхмәтен еткерҙе.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас