Башҡорт донъяһы
1 Октября 2021, 12:30

Силәбелә иҫтәлекле саралар дауам итә

Бай программала Ҡоншаҡ районы йәмәғәтселеге менән осрашыу ҙа ҡаралғайны.

Силәбелә иҫтәлекле саралар дауам итәСиләбелә иҫтәлекле саралар дауам итә
Силәбелә иҫтәлекле саралар дауам итә

Силәбе өлкәһендә “Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре” дауам итә. Бай программала Ҡоншаҡ районы йәмәғәтселеге, башҡорт теле уҡытыусылары һәм башҡорт теле өйрәнелгән мәктәп директорҙары менән осрашыу ҙа ҡаралғайны.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Әлфир Байымов, өлкә менән Башҡортостан Республикаһы хөкүмәттәре араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына ярашлы, Силәбелә йыл һайын “Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре” үткәрелеүе тураһында һөйләне. Быйыл сара Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарында, Силәбе ҡалаһында уҙғарыла.

“Бөгөн Силәбе өлкәһендә 162 меңдән ашыу башҡорт иҫәпләнә. Беҙҙең бурыс – Башҡортостандан ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙ өсөн йыл һайын башҡорт телен, бейеүҙәрен, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу. Был төбәктә күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдары, шағирҙары, спортсыларының тыуып үҫеүен дә оноторға ярамай. Силәбе өлкәһе етәкселеге башҡорт халҡының телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эш башҡара. Төбәктәребеҙ араһындағы бәйләнеш, күп милләтле илебеҙҙең берҙәмлеген тәьмин итеп, тағы ла нығыр тип ышанабыҙ”, – тине Әлфир Байымов.

Осрашыуҙа ҡатнашҡандарҙы Ҡоншаҡ районы башлығы Сибәғәтулла Әминев исеменән район башлығы урынбаҫары Альбина Нәжметдинова сәләмләне. Ул райондың иҫтәлекле урындары, мәҙәниәт һәм мәғариф үҫеше тураһында һөйләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов үҙенең сығышында башҡорттарҙың үҙ тамырҙарын белеүенең мөһимлеген билдәләне һәм уларҙы шәжәрәләрен төҙөргә саҡырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән ул Ҡоншаҡ район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хабрахман Мансуровҡа һәм йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына рәхмәт әйтте.

Тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев “Башҡорт тарихы йылы” проектын тормошҡа ашырыу барышы, уға ярашлы планлаштырылған сараларҙың үтәлеше тураһында сығыш яһаны. Силәбе өлкәһенең башҡорт ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов ошондай сараларҙың әһәмиәтен, уларҙы даими ойоштороу зарурлығын билдәләне.

“Бөтә сараларҙы йәмәғәт ойошмалары менән берлектә үткәрәбеҙ. Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы 14 сара булды. Хатта Ҡоншаҡ районының хоккей командаһы кейеменә лә ҡурай һәм башҡорт биҙәге төшөрөлгән”, – тине Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хабрахман Мансуров.

Осрашыуҙың рәсми өлөшөнән һуң Мәғариф идаралығы вәкилдәре аралашты.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Силәбелә иҫтәлекле саралар дауам итә
Силәбелә иҫтәлекле саралар дауам итә
Силәбелә иҫтәлекле саралар дауам итә
Силәбелә иҫтәлекле саралар дауам итә
Силәбелә иҫтәлекле саралар дауам итә
Силәбелә иҫтәлекле саралар дауам итә
Силәбелә иҫтәлекле саралар дауам итә
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас