Башҡорт донъяһы
1 Октябрь 2021, 07:43

Тамырын тойған ағас ышаныслы үҫә

Геройҙың шәхси архивынан.Геройҙың шәхси архивынан.
Фото:Геройҙың шәхси архивынан.

Мишкә районының Оло Шаҙы мәктәбе уҡыусыһы Вилдан Арыҫланов нәҫел тамырҙары менән ихлас ҡыҙыҡһына һәм шәжәрәһен төҙөй.

“Халҡыбыҙҙа борон-борондан ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм һаҡлау йолаһы йәшәгән. Ете быуынды белеү ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки тамырын тойған ағас ҡына ышаныслы үҫә, нығый.

Мин дә ата-бабаларымдың кем, ниндәй кеше булыуын, уларҙың исемен, кәсептәрен, тарихын белергә теләп, класс етәксем Венера Мостафина етәкселегендә шәжәрә ағасын барларға булдым.

Тыуып үҫкән, тәүге аҙымдарҙы яһаған изге төйәгем – Оло Шаҙы. Бында ата-бабаларым ғүмер кисер­гән, ошо ерҙең хужалары булып, шәжәрә ағасын тармаҡландырып, киләсәк быуынына йәшәү биргән.

Туғандарым һөйләүенсә, нәҫе­ле­беҙҙең шәжәрәһе Көсөк исемле кешенән башлана. Ул килеп урынлашҡанда ауылыбыҙ урынында ҡуйы урман үҫеп ултырған. Был ерҙә төпләнеп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтергәндәр.

Мөхәммәтлатиф олатайым тура­һында тулыраҡ һөйләгем килә. Уның тураһында миңә атайым ме­нән әсәйем бәйән итте. Олатайым ауыр аслыҡ йылдарында йә­шәгән. Тормош ҡаршылыҡ­тарына биреш­мәйенсә, мал тотҡан, үҙ ерендә иген иккән. Ауылыбыҙҙың бер си­бәре менән ғаилә ҡорған. Уларҙың бер-бер артлы биш балаһы донъяға килгән: Фәнзилә, Эльмар, Зәлиә, Әлфиә һәм атайым Илфаҡ.

Олатайым музей документтары­на таянып, кешеләрҙән һора­шып, үҙебеҙҙең туғыҙ быуынға тиклем нәҫел ептәрен барлаған. Ул йый­ған ошо материалдар һәм музей­ҙағы мәғлүмәттәр буйынса мин шәжәрә ағасын тергеҙә алдым.

Үткәнеңде белгәндә генә, киләсәгеңде күҙалларға була икән. Ә тарихи тамырҙарыңды белеү кешегә ерҙең хужаһы булып йә­шәүгә көс бирә.

Мин ошо шәжәрә ағасын төҙө­гәндә күп яңылыҡ белдем. Ата-баба­ларымдың эш һөйөүсән, ихтирамлы кешеләр булыуына инандым. Мин улар менән ғорурланам”, – тип яҙа Вилдан. Афарин!

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас