

Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре дауам итә.
Кисә Силәбе ҡалаһындағы Халыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре урындағы милләттәштәребеҙ, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, әүҙемселәр менән осрашты. Сара "түңәрәк өҫтәл" форматында ойошторолдо. Унда Халыҡтар берҙәмлеге үҙәге директоры Сергей Бредихин, Силәбе ҡалаһы хакимиәтенең йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшек идаралығы начальнигы Вячеслав Борисов, мәғариф эштәре буйынса комитеты етәксеһе Татьяна Мельникова ла ҡатнашты. Һүҙ белем биреү тармағында ике өлкә араһындағы бәйләнеш, балаларҙың туған башҡорт телендә уҡыу, уны өйрәнеү хоҡуғын тормошҡа ашырыу хаҡында барҙы. Был йәһәттән көнүҙәк мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелде, кадрҙарға, уҡытыу-методик ҡулланмаларға бәйле проблемалар киҫкенлеге билдәләнде. Өлкә балаларының йәйге ялын Башҡортостандағы профилле лагерҙарҙа ойоштороу мәсьәләһе лә тикшерелде.
Әлеге ваҡытта Силәбенең 6-сы, 8-се, 24-се мәктәптәрендә 149 бала башҡорт телен өйрәнә башлаған. Бынан тыш, 131-се, 54-се мәғариф учреждениеларында уҡытыу ойошторолған. Уҙған уҡыу йылында Силәбе өлкәһендәге 19 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында 839 тәрбиәләнеүсегә башҡорт телен өйрәтә башлағандар. Дәрестән тыш уны алты белем учреждениеһында 201 уҡыусы, өҫтәмә белем биреү учреждениеһында 135 бала үҙләштерә. Бынан тыш, башҡорт телен өйрәтеү йәмәғәт башланғысында Халыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә йәкшәмбе мәктәбе форматында тормошҡа ашырыла.
Силәбеләр Башҡортостан вәкилдәренә уҡытыу-методик ҡулланмалар, уҡыу әсбаптары, китаптар менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Сарала тағы бер мөһим мәсьәлә күтәрелде: урында йәмәғәтселәр Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйырға ниәтләй. Был турала Силәбе өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмалары ассоциацияһы рәйесе Рауил Әсәтуллин һөйләне. Әйтеүенсә, улар был тәҡдим менән өлкә губернаторына мөрәжәғәт иткән. Һәйкәлдең ҡалаға ингән урында, Салауат Юлаев урамында ҡуйылыуын теләйҙәр.
Рауил Әсәтуллин Силәбе өлкәһендәге билдәле милләттәштәребеҙҙең исемен тергеҙеү менән шөғөлләнәсәк яңы ойошма хаҡында ла һөйләне. "Был йәмғиәт башҡорт кенәздәре, дворяндары тураһында мәғлүмәт туплау менән шөғөлләнә. Силәбе өлкәһе биләмәһендә беҙҙең тархандар күп булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта урындағы башҡорттар ҙа үҙ тарихын насар белә. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәтен йәнләндерергә кәрәк, тарихсылар етешмәй", — тине ул.
Шундай билдәле башҡорт тархандарының береһе Таймаҫ Шәһимов булған. Силәбе башҡорттары ҡаланың бер урамына уның исемен ҡушырға тәҡдим итә. Был турала өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов белдерҙе. "Таймаҫ Шәһимов — исемен мәңгеләштереүгә лайыҡ шәхес, нәҡ уны ҡалабыҙға нигеҙ һалыусы тип атай алабыҙ, сөнки Силәбе ҡәлғәһен төҙөүгә үҙ ерҙәрен биргән. Яҡын арала хакимиәт менән берлектә бер объектҡа уның исемен биреү тураһындағы мәсьәләне ҡарарбыҙ. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы янындағы яр буйы урамы Таймаҫ Шәһимов исемен йөрөтһә, бик һәйбәт булыр ине. Ни өсөн тигәндә, тап шунда - уның йорто урыны, ошо ерҙә ата-бабалары ерләнгән. Бөйөк милләттәшебеҙ ғүмер буйы Рәсәйгә лайыҡлы хеҙмәт иткән, шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡы өсөн янып-көйөп йәшәгән", - тине Морис Йосопов.
Башҡортостан делегацияһы шулай уҡ Силәбе ҡалаһында 1812 йылдағы Ватан һуғышында, 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полктары яугирҙәренә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.