

30 сентябрҙән 2 октябргә тиклем Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтте. Сараларҙың һуңғы көнө Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында ойошторолғайны.
Башҡортостан делегацияһы, шул иҫәптән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре урындағы йәмәғәт ойошмалары, әүҙемселәр, Арғаяш халҡы менән осрашты, балаларҙың туған телдә (башҡортса) уҡыу хоҡуғын тормошҡа ашырыу буйынса уҡыу-методик консультациялар үткәрҙе.
Тәү сиратта Башҡортостан делегацияһы Силәбеләге хеҙмәттәштәре менән бергә 112-се Башҡорт кавалерияһы яугирҙәренең ҡаһарманлығы иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалды. Ул халыҡ аҡсаһына ҡойолған һәм Арғаяш ауылына ингән урында ҡуйылған.
Һәйкәлде 2018 йылдың ноябрендә асҡандар. Һис шикһеҙ, урындағы милләттәштәребеҙ өсөн был ҙур сараға әүерелгән. Әле лә һәйкәл урындағы халыҡтың яратҡан урыны: туй һәм башҡа тантаналы ваҡиғалар ваҡытында бында кешеләр күпләп йыйыла, сәскәләр һала.
Арғаяшта райондың башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ижади оҫтахана ойошторолдо. Унда башҡорт теле дәрестәрендә һанлы технологияларҙы ҡулланыу, электрон уҡытыу алымдарын ҡушып, түңәрәктәр эшмәкәрлегенең электрон контентын төҙөү мәсьәләләре ҡаралды.
Арғаяш уҡытыусыларын «БЕЛемАЛ» проектының методик продукттары менән дә таныштырҙылар. Улар менән оҫталыҡ дәрестәрен Башҡортостандың алдынғы уҡытыусылары үткәрҙе.
Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Альберт Яримов төбәк конкурстарында, олимиадаларҙа еңеү яулаған алдынғы уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы маҡтау грамоталары менән билдәләне. Арғаяш ауылындағы 2-се мәктәпкә бүләк итеп мультимедиа ҡоролмаһы, проектор һәм экран, уҡытыусыларға уҡытыу-методик ҡулланмалар, республика матбуғаты өлгөләрен тапшырҙылар.
Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм «Тамыр» студияһы Арғаяш балалырына башҡорт телендә сыҡҡан беренсе «Нурбостан» анимация сериалын күрһәтте.
Силәбе өлкәһендәге Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре Арғаяш ауылының мәҙәниәт йортонда тамамланды. Делегация унда ауыл халҡы, әүҙемселәр менән осрашты. Арғаяш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Мусина район хакимиәте башлығы Игорь Ишимов исеменән тәбрикләне, Силәбе ҡалаһы хөкүмәте вәкиле Андрей Резепин да сығыш яһаны. Шулай уҡ сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре исеменән Әлфир Байымов, Нурислам Ҡалмантаев һүҙ алды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов әүҙемселәргә рәхмәт хаттары, ике башҡорт милли кейеме йыйылмаһын тапшырҙы, Аҡбаш ауылы мәктәбе мультимедиа ҡоролмаһын алды.
Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Г. Мирхәйҙәрова үҙенең сығышында Силәбе өлкәһендә йылдан ашыу уларҙың ойошмаһының филиалы – Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшләп килеүен билдәләп үтте һәм уның яңы етәксеһе менән таныштырҙы. Был вазифа Вилиә Шәфҡәт ҡыҙы Батыршинаға йөкмәтелде.
Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың даими вәкиле Әлфир Зөлфәр улы Байымов, Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре йыл да үткәреләсәк һәм башҡорт халҡы күпләп йәшәгән башҡа муниципалитеттарҙа ла ойоштороласаҡ, тип белдерҙе.
– Башҡортостан яғынан беҙгә архив материалдары менән ярҙам итәсәктәр. Был тыуған яҡ тарихын өйрәнеү, шәжәрәләр төҙөү өсөн бик мөһим. Әлеге ваҡыта бөгөнгө Силәбе өлкәһе биләмәһенә ҡараған бихисап документтар Башҡортостан архивтарында һаҡлана. Артабанғы хеҙмәттәшлеккә һәм үҙ-ара ярҙамға өмөтләнәбеҙ, - тине Әлфир Зөлфәр улы.
Арғаяш ауылындағы саралар Башҡортостандың сәнғәт әһелдәре әҙерләгән ҙур концерт менән тамамланды.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.