Башҡорт донъяһы
5 Октябрь 2021, 08:56

Ғәббәс Дәүләтшин һәм Бүгәсәү башҡорттары

Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин (1892 – 1937) – эшмәкәрлеге XX быуаттың 20 – 30-сы йылдарына тура килгән билдәле башҡорт ғалимы, тел белгесе. Сығышы менән ул Һамар губернаһы, Пугачев өйәҙенең (элекке Николаевский) Ташбулат (Ташкүстән) ауылынан (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Глушица районы), башҡорттарҙың “трауай” араһы вәкиле. Революция йылдарына тиклем ул тыуған яғы, уның яҙмышы өсөн борсолоп, янып йөрөгән әүҙемселәр араһында ҡайнаған, артабанғы эшмәкәрлеге иһә халыҡ мәғарифына бәйле була. Ул – хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған билдәле тел белгесе, ғалим-филолог.

Ғәббәс Дәүләтшиндың 1927 йылдың ғинуар айында (№3) “Баш­ҡорт аймағы” журналында сыҡҡан күләмле мәҡәләһе, бәлки, 1926–1928 йылдарҙағы Һамар өлкәһе Пугачев өйәҙе Имәләй (Имелеевская) һәм Хужабай (Кузябаевская) улыстары башҡорттарын Баш­ҡортос­тан­дың көньяҡ-көн­сы­ғышына күсереү кампания­һына бәйлелер.

Һүҙ ыңғайында шуны ла билдә­ләйек, “Башҡорт аймағы”, үҙендә яҙылғанса, шул осорҙағы Баш­ҡортостанды өйрәнеү ғилми йәм­ғиә­те тарафынан өс айға бер тап­ҡыр сығарылған белем ҡорамаһы йәки ғилми йыйынтыҡ булған (һаҡ­ланған һандары күрһәтеүенсә, ундай йышлыҡ­та сыға алмаған). 1000 дана тираж ме­нән нәшер ителгән ғәрәп графика­һын­дағы был ҡора­мала күпселек башҡорт теле, әҙәбиә­те, фольклоры, эт­ногра­фия­һы һәм тарих мәсьә­ләләренә ҡа­ғы­лышлы, үҙ осоро өсөн генә түгел, бө­гөнгө көндә лә актуаллеген юғалт­ма­ған ғилми мәҡәләләр урын алған.

Ғәббәс Дәүләтшиндың Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары йолаларына арналған был мәҡәләһе бөтә баш­ҡорт этносы тарихы контексында үрҙә телгә алынған этнотерриториаль төркөмдөң этнографик үҙенсә­лек­тәрен өйрәнеү буйынса мөһим сығанаҡ булып тора. Был сығанаҡ шулай уҡ йола фольклорын, тел байлығын өйрәнеүселәр, диалектологтар өсөн дә бай материал бирә ала.

Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары тура­һын­дағы тәүге мәғлүмәт Ғәрәп хәлифәте илселеге сәркәтибе Әхмәд Ибн-Фаҙлан яҙыуҙарында осрай. Ул үҙе ҡатнашлы­ғындағы 921 – 922 йылдарҙағы Бағдад­тан Волга буйы Болғар дәүләтенә сә­йәхәт ҡылыу маршрутын тасуирла­ғанда ошо башҡорттарҙы, улар йәшәгән аныҡ ерҙәр­ҙе күрһәтеп, – Саған йылғаһы­нан алып Ҡон­дорса йылғаһынаса – телгә ала. XIII быуат аҙағы – XIV бы­уаттарҙа Нуғай Урҙаһы көсәйеү сәбәпле, башҡорт­тар күсеп йөрөү урындарынан ҡыҫырыҡла­ныла, ә арта­банғы нуғай аристократияһы ме­нән яҡын­лашыу процесы уларҙың башҡорт­тар менән бер­гәләшеп күсенеп йөрөүҙәренә килтерә.

1661 йылда ҡалмыҡтарҙың рус дәүләтселеген ҡабул итеүе баш­ҡорт йәйләүҙәренең Әмбә йылға­һынан Үҙән һәм Сәҙе буйҙарынаса ҡыҫҡа­рыуына алып килә. Бүкәй Урҙаһы барлыҡҡа килеп, башҡорт-ҡаҙаҡ аралары боҙолоуы, шулай уҡ Урал ғәскәри казактары менән ер конфликты киҫкенләшеүе XIX быуат урталарына башҡорттарҙың Үҙән һәм Сәҙе йылғалары буйынан тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығары­лыуына сәбәпсе була. Ошо ваҡыт­тарҙан алып Ырғыҙ, Кәмәлек, Кәрәлек йылғалары буйына күсен­гән башҡорттарҙы “иҫке баш­ҡорт­тар”, ә һуңыраҡ килгәндәрен “яңы баш­ҡорттар” тип йөрөтә баш­лағандар.

Түбәндә Ғ.Й. Дәүләтшиндың мәҡәлә­һен ғәрәп графикаһынан транслитерация эшләп, тексын оригиналдағыса бирәбеҙ.

Беҙҙең белешмә

 

Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин 1892 йылдың 24 сен­тяб­рен­дә Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең Ташбулат-Күстән ауылында тыуған. Хәҙерге башҡорт теле фәненә нигеҙ һа­лыу­сыларҙың береһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан.

1929–1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы булған. 1918 – 1919 йылдарҙа Ташбулат-Күстән ауыл советында, ә 1919 йылдан Һамар һәм Ырымбур губерналарында халыҡ мәғарифы бүлектәрендә мөдир һәм инспектор булып эшләгән.

Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты саҡырыуы буйынса 1924 йылдан Өфөләге В.И. Ленин исемендәге урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан. 1929 – 1931 йылдарҙа Ленинградта Көнсығыш телдәре институтында уҡый. Унда ғәрәп теле, төрки телдәрҙең сағыштырма грамма­тикаһы, төрки халыҡтары телдәренең тарихи үҫеше, фольклоры, эксперименталь фонетикаһы кеүек проблемаларҙы һәм фәндәрҙе өйрәнгән.

1931 йылдан К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләй башлаған.

1920–1930 йылдарҙа башҡорт теленең диалекттары, орфографияһы буйынса мәҡәләләр серияһы баҫтырған, баш­ҡорт мәктәптәре, техникумдары, рабфактары өсөн дәреслектәр төҙөгән. 1930 йылда Ғ.Й. Дәүләтшин “Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге”н баҫтырған, унда 11 мең һүҙ индерелгән. Юғары уҡыу йорттары өсөн “Башҡорт теле” дәреслеге, артабан “Башҡорт теленең синтаксисы” кеүек китаптар ижад иткән.

Ғөмүмән, Ғәббәс Дәүләтшин – башҡорт тел ғилеме фәненә нигеҙ һалыуға, уны артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес.

1929 йылдан Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы булған.

1937 йылда репрессиялана, атыуға хөкөм ителә. 1956 йылда тулыһынса аҡланған.

Читайте нас