Башҡорт донъяһы
6 Октябрь 2021, 18:00

"Ашҡаҙар” радиоһында – тарих көнө

Иртәгә көн дауамында радио тулҡындары аша тыуған төйәгебеҙҙең үткәненә бәйле бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ишетерһегеҙ.

"Ашҡаҙар” радиоһында – тарих көнө"Ашҡаҙар” радиоһында – тарих көнө
"Ашҡаҙар” радиоһында – тарих көнө

Етеп килгән Республика көнө уңайынан "Ашҡаҙар" радиоһы Башҡортостан тарихына ҡағылған тапшырыуҙар тәҡдим итә. Иртәгә көн дауамында радио тулҡындары аша тыуған төйәгебеҙҙең үткәненә бәйле бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ишетерһегеҙ.

Әйтәйек, урта быуаттарҙа булған ҡала менән Өфө араһында ниндәй бәйләнеш бар? Ни өсөн Бөйөк Ебәк юлының төньяҡ боролошо беҙҙең ер аша үткән? Урта быуат сауҙагәрҙәре нимә менән һатыу иткән? Ни өсөн археологик ҡаҙылмалар араһында дөйә һөйәктәре йыш осрай? Марат Зөлҡәрнәевтең "Минең Өфөм" тапшырыуын тыңлағандар ошо һорауҙарға яуап ишетер.

Билдәле тарихсы Рим Йәнғужиндың аҡса һауыты юғалыуы һәм Башҡорт дәүләт университетының йыллығын билдәләү. Был ике мәғлүмәтте нимә берләштерә? Ошо хаҡта "Беҙҙең донъя" тапшырыуында журналист Фәнүзә Баһауетдинова ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирер.

Буласаҡ фән эшмәкәре Ирек Аҡманов хеҙмәт юлын ниндәй һөнәр эйәһе булып башлай? Уның яратҡан шөғөлө ниндәй? Был турала – Зөмәйрә Сафинаның "Ижади портрет" тапшырыуында. Тура эфирҙа тыңлаусыларҙың һорауҙарына тарих фәндәре кандидаты Азамат Аҡъюлов яуап бирер.

"Әнүәр Әсфәндиәров, Марат Ҡолшәрипов, Айтуған Аҡманов, Юлдаш Йосопов, Ринат Йосопов… Был исемдәрҙе уҡығанда, ғалимдарға булған оло ихтирамдан тулҡынланыу хисе кисерәһең. Нәҡ улар фиҙакәр хеҙмәте, эшкә мөкиббән бирелгәнлеге менән тарихта яңы биттәрҙе яҙа, исемдәр аса. 7 октябрҙә "Ашҡаҙар" тулҡындарында көнө буйы Башҡортостан радиоһының алтын фондында һаҡланған материалдар яңғыраясаҡ. Тапшырыуҙар тарихи башҡорт халыҡ йырҙары менән үрелеп барасаҡ", – ти "Ашҡаҙар" радиоһы етәксеһе Гәүһәр Батталова.

Радионың киләһе эфирҙары мәғариф өлкәһенә һәм ретро-йырҙарға арнала. "Ашҡаҙар" радиоһы тура эфирҙа эшләй: 8(347) 24-61-481.

Мәғлүмәт сығанағы: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас