Башҡорт донъяһы
6 Октябрь 2021, 17:15

Хандарҙың ханы булған

Тәтешле районы үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, билдәле ғалимдар ҡатнашлығында "Беҙ - Иҫән хан вариҫтары" тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде.

Хандарҙың ханы булғанХандарҙың ханы булған
Хандарҙың ханы булған

Бөгөн Тәтешле районында XVI быуатта йәшәгән арҙаҡлы милләттәшебеҙ, мәшһүр сәйәси эшмәкәр, Ирәкте башҡорттары вәкиле Иҫән ханға мемориаль комплекс асылды тип хәбәр иткәйнек. Шулай уҡ бөгөн район үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, билдәле ғалимдар ҡатнашлығында "Беҙ - Иҫән хан вариҫтары" тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде.

Тәтешле халҡы алдында билдәле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, “Без - башҡортлар” хәрәкәте лидеры Радик Бәхтиев һәм башҡалар сығыш яһаны.  

Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз-ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм “Арғымак” төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов ҡурайҙа сәләмләне.

Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин үҙ сығышында түбәндәгеләрҙе белдерҙе.

“Иҫән хан шәжәрәләр һәм тәүарихтар нигеҙен тәшкил иткән Ирәкте ырыуы риүәйәттәре геройы булып тора. Шулай уҡ был шәхес данлыҡлы башҡорт шағиры Ғәли Соҡоройҙоң (1826 - 1889) һәм уның улы, башҡорт мәғрифәтсеһе, публицист һәм тарихсы Ғарифулла Кейековтың (1861 - 1918) әҫәрҙәрендә киң сағылыш тапҡан. Ирәктеләр, башҡорт халҡының ҡеүәтле Табын ырыуының бер бүленеше булараҡ, Майҡы бейҙең нәҫеленә барып тоташа.

Ирәктеләрҙең ата-бабалары элек-электән төрлө хандарға хеҙмәт иткән. Шул иҫәптән Алтын Урҙа, Шибан (үзбәк), Себер, Ҡазандыҡыларға ла.

Быуаттарҙан килгән хәрби традициялар, нәҫел затлылығы, тархан титулдары, аҫабалыҡ хоҡуғы уларға ырыу тарихын яҙма теркәү мөмкинлеген биргән. Әҫәрҙәренең ысынбарлыҡҡа тап килеү ихтималлығы, шәжәрәләрҙеке кеүек үк, бик юғары: Ирәкте башҡорто Шәйех-Әхмәткә бирелгән тарханлыҡ ярлығы һаҡланған.

Күрше Уран ырыуы башҡорттары шәжәрәһе иһә уның етәксеһе тип Айсыуаҡ бей Иҫәнбаевты атай – быны батша Иван Грозный биргән грамота раҫлай. Ғәйнә башҡорттары шәжәрәһе ырыу башлығы Ураҡбай Мәмәтҡолов тураһында бәйән итә, уны иһә XVII-XVIII быуаттағы Рус дәүләте документтары иҫбатлай.

Рәсми атамаһы булмаған ырыу башлыҡтары XVI быуаттағы төрлө мөһим ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан, шул иҫәптән Иван Грозный ғәскәрҙәре Ҡазанды алғанда ла.

Башҡорт тархандары хан ярлыҡтарына ярашлы үҙ сюзерены яғында алышырға тейеш булған. Шулай килеп сыҡҡан да, әммә күбеһе, ханлыҡ сиктәрен һаҡлағанға күрә, Ҡазанға ярҙамға килеп өлгөрмәгән.

Риүәйәттәрҙә “Иҫән бей” тип күберәк шәхескә әһәмиәт бирер өсөн генә аталған хан Иван Грозный Волга буйы һәм Урал халыҡтарына “...береһе лә ҡасмаһын һәм үҙ динендә ҡалһын, йолаларын үтәһен” тип мөрәжәғәт иткәндә төньяҡ-көнбайыштағы башҡа башҡорт ырыуҙары башлыҡтары менән батша саҡырыуына ҡолаҡ һалған. Ғәли Соҡорой яҙмаларында ошондай юлдар бар: “Аҙаҡ буласаҡ Бөрө өйәҙе ерҙәрендә башҡорт аҡһаҡалдары Иҫәнде юлға йыйҙы һәм Мәскәүгә оҙатты. Был Иван Васильевич батша заманы, ҡыш ине. Иҫән хан ҡама бүрек, аяғына ҡама тиреһе менән нығытылған саңғы кейҙе һәм бер үҙе ҡуҙғалды. Мәскәүгә килеп еткәс, ул хандар (башҡорт бейҙәре) сәләмен еткерҙе, буйһоноу билдәһе булараҡ, имзаһын ҡуйҙы ла өйгә ҡайтырға сыҡты”.

Ҡыйыу, тәүәккәл, сәйәси йәһәттән алдынғы ҡарашлы булыуы арҡаһында Иҫән бей Көнбайыш Башҡортостандың башҡа бейҙәре араһында беренселек яулаған. Шуға ла уны хандарҙың ханы тип билдәләгәндәр. Ошо атамаһы менән тарихҡа инеп ҡалған”, - тип бәйән итте Салауат Хәмиҙуллин.

Фәтәолар рәсми сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас