

Бөгөн Тәтешле районында XVI быуатта йәшәгән арҙаҡлы милләттәшебеҙ, мәшһүр сәйәси эшмәкәр, Ирәкте башҡорттары вәкиле Иҫән ханға мемориаль комплекс асылды.
Был проект Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында республика Башлығы грантына ойошторған конкурсында еңеп сыҡҡайны.
Мәғлүм булыуынса, 2025 йылда Иҫән хандың (Әсән хан) тыуыуына 500 йыл тула. Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, ул сығышы менән Ирәкте (ҡара табын) ҡәбиләһе башҡорттарынан, Майҡы бей нәҫеленән. Ғәли Соҡорой "Энеләр һәм дуҫтар өсөн нәсихәт" әҫәрендә уның шәжәрәһен килтерә.
Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Иҫән хан XVI быуатта Ҡазан ханлығы тарханы булып хеҙмәт иткән. Ирәктеләрҙең бер өлөшөнөң Ыҡ йылғаһы үҙәненән Тере Танып бассейнына күсеүен Иҫән бей ҡәбилә башлығы булған осорға тура килтерәләр. Р.Ғ. Кузеев тарафынан яҙып алынған риүәйәттәргә ҡарағанда, Ыҡ буйында йәшәгән Иҫән бей улдары менән йыш ҡына Танып яғына һунарға йөрөгән. Бер ваҡыт бында таҙлар ҡәбиләһе аҡһаҡалы Таҙ бабайҙы осратҡан һәм дуҫлашып киткәндәр. Ҡарт уны ғүмерлеккә Танып буйында йәшәргә ҡалырға саҡырған, Иҫән бей ризалашҡан. Уның улдары Таҙ бабайҙың ҡыҙҙарына өйләнгән. Иҫән бей Мәскәүгә Аҡ батшаға (Иван Грозныйға) барған һәм ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы алған.
Иҫән XVI быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостандың төньяғында башҡорт ханы булған. Беүә менән Тере Таныптан алып Ағиҙел һәм Бөрө йылғаларының түбәнге ағымындағы биләмәгә тиклем хакимлыҡ урынлаштырған.
Тәтешле халҡы билдәле яҡташын онотмай. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында тарихи һәйкәл урынына мемориаль комплекс булдырҙылар. Ул тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн мәҙәни-экскурсион турҙар ойошторорға булышлыҡ итәсәк, эске туризмды үҫтерәсәк, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә этәргес бирәсәк.
Иҫән хандың ҡәбере Тәтешле районындағы Иҫке Соҡор ауылынан 3,5, Яңы Соҡорҙан бер километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Халыҡ был урынды белә. Проект нигеҙендә ул тәртипкә килтерелгән, төҙөкләндерелгән, тротуар плиткаһы, бордюрҙар һалынған, эскәмйәләр ҡуйылған, көмбәҙ формаһында металдан сүкеп яһалған мемориаль комплекс эшләнгән.
Проекттың дөйөм хаҡы — 785 000 һум.
Шулай уҡ бөгөн район үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, билдәле ғалимдар ҡатнашлығында "Беҙ - Иҫән хан вариҫтары" тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.