Башҡорт донъяһы
8 Октябрь 2021, 08:26

Ата-бабалары – төньяҡ-көнбайыш башҡорттары

“Ике быуаттан һуң олатайымдың үҙ ҡулдары менән һалған тамғаһын күрҙем”

Светлана Хашимова – Яңауыл районында тыуған яҡты өйрәнгән билдәле шәхес. Мауығыуының ниҙән башланыуы һәм нимәгә килтереүе тураһында һөйләп ишеттерҙе ул.

 – Светлана Фәнил ҡыҙы, бөгөн йәмғиәттә шәжәрә менән ҡыҙыҡһыныу арта бара. Һеҙ ата-бабалар саҡырыуын баш­ҡа­ларҙан алдараҡ ишеткән­һегеҙ. Быға нимә ярҙам итте?

– Осраҡлылыҡ. Мин 34 йыл тиерлек мәктәптә эшләнем, шуларҙың 14-ен – директорҙың уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары һәм директор вазифаһында. Дөрөҫөн әйтәм, хаҡлы ялға арып, ығы-зығынан, ниндәйҙер мәсьәләләр хәл итеүҙән йырағыраҡ торғом килеп киттем.

Бер көн, Шәжәрә байрамында сығыш яһауымды үтенеп, китапханасы Гүзәл Ғатауллина килде. Оҙаҡ ризалашманым, шулай ҙа ул мине өгөтләүгә өлгәште. Ауылдаштарым алдында олатайым тураһында һөйләп, сығыш яһа­ным. Уны хатта балалары ла иҫләмәй ине, сөнки Сталинград янында һәләк булған.

Олатайым ауылда беренсе рәйес булған. Уны һуғышҡа ебәр­мәгәндәр, тылда ла кешеләр кәрәккән бит, тик ул йыл буйы военкомат юлын тапаған... Алкинда уҡыған, уны офицер вази­фаһына әҙерләгән булған­дар. Өләсәйемә берҙән-бер хат яҙып өлгөрә, унда Сталинград яғына юлланыуҙары, инде бомбалар шартлауы ишетелгәне тураһында хәбәр итә. Алғы һыҙыҡҡа тиклем барып етә алмай ул, бер бомба олатайым китеп барған вагонға эләгә. Уның исем-шәрифе – Сабир Карам улы Карамов. Нәнәйем (өләсәй) Сүғдә (Сугда) Әхәт ҡыҙы Үрҙәк ауылынан була, ярайһы ғына белемле мулла ҡыҙы. Уны Тартарға наҙанлыҡты бөтөрөү программаһы буйынса ебәрәләр. Беренсе колхоз рәйесе менән мулла ҡыҙы шулай танышып китә.

Карамдың атаһының исеме Ғабдрафиҡ икәнен белә инем, тимәк, ул Рафиҡов фамилиялы булырға тейеш. Әммә олатайым Сабир, был фамилиялағылар күп тип, Карамов булып китә. Ра­фиҡ­тың атаһының исеме миңә билдә­ле түгел ине.

Ауылдашым Фәғиз Ғайсин бер ваҡыт интернетта халыҡ иҫәбен алыуға бәйле рәүиз мәғлүмәттәре барлығын әйтте. Шулар буйынса мин олатайҙарымдың сылбырын тергеҙҙем. Иң алыҫ олатайымдың исеме Килте Ниязов булған, ул беренсе өйҙә теркәлгән. Уның ейәне Арыҫлан Мостафин 1816 йылда Тартар ауылында төп кеше булған, иҫәп алыуға мәғлү­мәттәрҙе ул биргән, документта үҙ тамғаһын ҡуйған. Ике йөҙ йылдан һуң олатайымдың үҙ ҡулдары менән һалған тамғаһын күргәс, ниҙәр кисергәнемде күҙ алдына килтерәһегеҙме?!

– Тикшеренеүҙәрегеҙ хаҡын­да ентекләберәк һөйләгеҙсе.

– Улар күп. Бәлки, кемгәлер минең алыҫ олатайымдың Килте тигән исеме сәйер күренәлер. Шуны асыҡланым: уның тулы исеме – Ураҙгилде. Ҡыҫҡартһаң – Гилде. Башҡорттар өндәрҙе йыш ҡына һаңғыраулатып әйтә, шунлыҡтан Гилде – Килте, былай әйтеүе еңелерәк. Рус иҫәпсеһенә олатайымдың исемен Килте тип атайҙар, ул шулай тип яҙып ала, ә уның улдарына, Ураҙгилдин урынына Килтин тигән фамилия уйлап табып яҙып ҡуя.

Ә ысын исеме Ураҙгилде булғанын “Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты” (1954 йылдағы диалектология экспедицияһының ғилми отчеты) тигән китапта күрһәтелгән шәжәрә буйынса белеп ҡалдым. Экспедиция ағзаларына был шәжәрәне Киҫәкҡайын ауылы башҡорттары бирә. Шәжәрәләге бер тармаҡ Тартарҙағы 1812 йылғы иҫәп буйынса иң өлкән кешегә – Килте Ниязовҡа алып килә.

Артабан шәжәрәлә килтерел­гән исемдәр иҫәп алыуҙарҙа билдәләнгән исемдәр менән тулыһынса тап килә: Мостафа, Арыҫлан, Ибәтулла. Килте Ниязов үҙенең ҡустылары Минлит һәм Сали менән Пугачев ихтилалында ҡатнашҡан. Был хаҡта Пугачев ставкаһының 371-се документынан белдем. Унда баш күтәреүҙә ҡатнашҡан Салауат Юлаев отрядындағы башҡорттар­ҙың исемдәре яҙылған.

Пугачев яғында әүҙем көрәш­кән кешеләрҙең береһе – Ҡом (Сосново) ауылынан Айыт Сә­йетов. Пугачев полковнигы Айыт Сәйетов хәҙерге Бөрө тирәһендә, Каракулин улысы (Каракулинская волость) биләмәһен­дә отряд етәксеһе булып көрәшә. 1774 йылдың июнендә Пугачев­тың Баш ғәскәре составында Уҫы эргәһендәге яуҙарҙа, шулай уҡ Салауат Юлаев менән бергә Кама буйҙарында баш күтәреүсе­ләрҙән торған отрядтар бул­дырыу­ҙа ҡатнаша. “Документы. Восстание Пугачева” йыйынты­ғында А. Сәйетовҡа һәм уның көрәштәштәренә ҡағылған бер нисә бойороҡ бар, мәҫәлән, 469-сы, 487-се, 535-се. Августа Сәйе­тов отряды Ҡазан даруғаһының Музякин ауылы эргәһендә И.Г. Штерич етәкселек иткән хөкүмәт командаһы менән алышта әсир­лек­кә эләгә, Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшеренеүе ваҡы­тында вафат була (ҡайһы бер сығанаҡтарға ярашлы, өйөнә ҡайтарып ебәрелә). Уның Рафиҡ тигән улы була. Мин Айыт Сә­йетовтың тоҡомдарын таптым.

2016 йылда Ғәйнан Әмириҙең шәжәрәһен төҙөү эшенә тотондом. Уның атаһы Ғимазетдин хәҙерге Яңауыл районының Яңы Артауыл ауылында 1881 йылда донъяға килгән. Ғимазетдиндың атаһының исеме Әмир булырға тейеш тип, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен ҡарап сыҡтым, тик унда был исемде тапманым. Архивтарға ла яҙҙым, ыңғай яуап булманы.

2018 йылда Азат Ярмуллин­дың “У истоков Башкирской республики” тигән китабы тураһында белеп ҡалдым. Интернеттан табып уҡыным һәм бер яҡташыбыҙ – Хәлим Насретдин улы Әмиров хаҡында мәғлүмәткә юлыҡтым. Ул да – Яңы Артауыл кешеһе, 1894 йылда тыуған. 1935 йылғы хужа­лыҡтар китабы буйынса Хәлим­дең ағаһы 1881 йылғы Ҡасим мулла булғанын асыҡ­ланым.

Хәҙер инде ауылдың 1859 йылғы иҫәп яҙмалары буйынса Насретдинды эҙләй башланым. Таптым, ул ауыл иҫәбендә иң һуңғыһы булып яҙылған, 22/52-се өй. Насретдинға ике йәш булған, указлы аҙансы Фәтхулла Үмировтың кесе улы. Ул 1856 йылда Иҫке Артауылдан килгән. Уртауыл ауылының исеме Артауылға әйләнеп киткән шикелле, Үмир Әмиргә әүерелгән, унан Әмиров фамилияһы бар­лыҡ­ҡа килгән. Ғәйнан Әмири – Хәлим Әмировтың ике туған тейешле кешеһенең улы. Иҫке Артауыл тураһында ла күп мәғлүмәт һөйләргә булыр ине.

Хәҙер Ҡарман ауылына күсә­йек. Ауылға Ҡаһарман Бәкбов тигән кеше нигеҙ һалған. Был исем батша Петр Алексеевичҡа яҙылған челобитныйҙа һәм 1694 йылдың сентябрендәге Ҡазан һарайы Бойороғондағы Грамотала телгә алына. Әнүәр Әсфән­диәров “История сел и деревень Башкортостана” китабында “Ҡарман исемле башҡорт – 1704 – 1711 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашыусы” тип яҙа.

Ҡармандың улдары – Рах­манғол, Назарғол һәм Йүзәй үҙ заманының әүҙем кешеләре була. Һуңғыһының исеме күп кенә тарихи документтарҙа осрай. Бына уларҙың бер нисәһе:

  1. 1759 йыл, 17 март – Баш­ҡорт һәм мишәр халыҡтары вә­килдәре исемлеге;
  2. 1759 йыл, сентябрь, 29-ынан да һуң түгел – башҡорттар Темир Мутин һәм уның иптәш­тәренең Сенатҡа башҡорт ерҙә­рен баҫып алыуҙы тыйыу һәм уларҙы һатып алыу ҡағыҙҙарын (купчая) бөтә улыс халҡы риза­лаш­ҡан хәлдә генә раҫлау тура­һында үтенес белдергән донесе­ниеһы (1);
  3. 1760 йылдың 28 авгусы – 10 октябренән дә һуң түгел – Уҫы даруғаһы, Уран улысы баш­ҡорто Йүзәй Ҡармановтың Ҡазан һәм Уҫы даруғалары башҡорт­тары Айыт Аскүбәков һәм иптәштәренән бурысты ҡайтарып алыу эше.

Ауылға нигеҙ һалыусының улы Йүзәй Ҡарманов, Уҫы даруғаһы вәкиле булараҡ, һәм Ҡазан даруғаһынан старшина Темир Мутин Санкт-Петербургка барып, башҡорт ерҙәрен баҫып алыуҙы тыйыу тураһында үтенес яҙылған донесениены Сенатҡа тапшыра. Т. Мутинға әйләнеп ҡайтыу насип итмәй, ул шунда донъя ҡуя. Ә беҙҙең яҡташ, эште башҡарып, ауылына кире ҡайта. Сенат үте­несте ҡабул итә һәм “башҡаса башҡорт халҡына бөлгөнлөк килтермәҫкә...” бойора.

Әбдүк (Әптек) (Абдук (Аптык) Септәрйәпов (Чептарзяпов) та Ҡарман ауылының билдәле кешеһе була. Ул Уран улысы старшинаһы булып хеҙмәт итә. Кантон системаһы индерелгәс, 1798 йылда 5-се башҡорт кантоны начальнигы булып китә. Был кантон Силәбе өйәҙендә урынлашып, үҙәге Иҫәнгилде ауылында була.

Әбдүк Септәрйәпов 1798 йылда император Павел Беренсегә башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтен элеккесә ойоштороуға ҡайтыуҙы, башҡорт ерҙәрен межалауҙы сикләү, уларҙан күсеп килгән­дәрҙе һәм припущенниктарҙы сығарыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. Шул ваҡыттан алып башҡорттар Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡ­лау буйынса хәрби хеҙмәт алып бара, илдең яуҙарында ҡатнаша. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың формуляр исемлектәрендә 10-сы Башҡорт кантоны Ҡарман ауылынан биш кеше иҫәпләнә.

– Тупланған тарихи мәғлү­мәт­тәрҙе нисек итеп ҡулла­наһығыҙ, уларҙы ни рәүешле популярлаштыраһығыҙ?

– Төрлө конкурстарҙа, конфе­ренцияларҙа ҡатнашам, халыҡ алдында сығыш яһайым. Йәштәр­ҙең үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡ­һынғаны ҡыуандыра. Миңә шә­жәрә төҙөүҙә ярҙам һорап мө­рәжә­ғәт итәләр. Шуныһы ғына насар: ундайҙар – мәғлүмәтте башлыса пассив рәүештә алыу­сылар, ә үҙҙәре лә эҙләнеүҙәрҙә әүҙем ҡатнашһын ине. Мин уларҙы рәхәтләнеп өйрәтер инем.

Был мәсьәләгә битараф, ышан­май ҡарағандар ҙа бар. Һәр кеше ата-бабаларының кемлеге тураһында белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Нәҫел бит ваҡыт һәм арауыҡта шәхескә ҡарағанда киңерәк урын ала. Айырым бер кеше тыуа, күпмелер йәшәй һәм юҡҡа сыға. Иҫән сағында кеше үҙенең күп быуаттар буйы йәшә­гән нәҫелдең бер өлөшө икәнен тойһон ине – шул мөһим.

– Тыуған яҡҡа ҡағылышлы яңауылдар бик әҙ белгән дә­лилдәр менән дә уртаҡла­шы­ғыҙ әле, зинһар.

– Яңауылдар мин әлегә тиклем һөйләгәндәр тураһында бер нимә лә белмәй тиерлек. Гәзитте хәҙер һирәк уҡыйҙар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 21-се каналда күрһәтә, ә беҙҙә улар 20 генә. Беҙ, бер нисә ҡыҙыҡһынған кеше, тырышабыҙ, ләкин бынан ғына фәтүә юҡ. Атайҙары, ола­тайҙары документтар буйынса башҡорт була тороп та, ошо хаҡта уйланмауҙары бик йәл.

Мин был хәлдән сығыу юлын ошолай күрәм. Яңауыл районы­ның бөтә тыуған яҡты өйрәнеүсе­ләренә берләшеп, китап сыға­рыр­ға. Унда бөтә эштәрҙе – башҡорт шәжәрәләрен генә түгел, ә рустарҙыҡын, мариҙарҙыҡын, татарҙарҙыҡын да – индерергә... Әммә был финанслауға ҡайтып ҡала. Әгәр ҙә ошо мәсьәләне хәл итеп, китапты баҫтырып сығарып булһа, уның ярҙамында бөтә кеше үҙенең тарихи тамырҙарын юллай аласаҡ. Шул саҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтә булыр.

 

- Раушания ҒАРИФУЛЛИНА әңгәмәләште.

Яңауыл районы.

Читайте нас