

Башҡорт өйө, башҡорт көйө,
Булһаңсы гел көйлө көйө.
Рауил БИКБАЕВ.
* * *
Илебеҙ бер изге имән икән,
Һәр бер халыҡ – уның ботағы.
Мең тамырҙан сыҡҡан олон ғына
Мең йыл йәшәй ала ул тағы.
Рәми ҒАРИПОВ.
* * *
Башҡортостан –
минең йәнтөйәгем,
Башҡортостан – минең ырыҫым!
Башҡортостан йәмен,
ҡотон һаҡлау –
Минең, һинең изге бурысым!
Рауил НИҒМӘТУЛЛИН.
* * *
Меңәр йылдар буйы беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ өсөн Шүлгәнташ изге лә, серле лә, шомло ла урын булып ҡала килгән, ҡурҡыныслы тәбиғәт көстәренә, аллаларына табыныр өсөн килгеләп торған улар был ер аҫты донъяһына. Мәмерйәгә килеп ингән һәр кеше, уның ҡараңғылыҡҡа батҡан ғәжәп ҙур, төпһөҙ бушлыҡтарын күреп, хәҙер ҙә аптырап ҡала, ә әүәлге кешеләргә уның тәьҫире бигерәк тә көслө булғандыр. Шунан килә инде мәмерйәгә халыҡтың мәңгелек ихтирамы, мәмерйәнең мәңгелек даны.
Ю. С. ЛЯХНИЦКИЙ.
* * *
Меңәр йыл эсендә тауҙар ишелгән, мәмләкәттәр ҡыйралған, ҡалалар һүнгән, ҡәбиләләр тарих юлдарында аҙашып ҡалған. Ошо араларҙы үтеп, беҙҙең халҡыбыҙ үҙен генә түгел, хөр рухын, сәсән телен, моңло йырын, милли әҙәбен, милли иманын һаҡлап ҡалған.
Мостай КӘРИМ.
* * *
Эй, ҡурайсы, һинең ҡулдарыңда
Тылсым көскә эйә был ҡурай!..
“Ете ҡыҙ”ға төшөп китергә тип,
Йөрәкһенә күктә йондоҙ-ай.
Әхмәҙин ӘФТӘХ.
* * *
Башҡорт фән менән сәнғәткә бик һәләтле.
Мөхәмәтсәлим ӨМӨТБАЕВ.
* * *
Күп һыҡтауҙан ҡурай ҙа бит ярыла бер мәл…
Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖА.
* * *
Ҡарағыҙ уңға – күгелйем күк Урал!
Ҡарағыҙ һулға – күгелйем күк Урал!
Ҡарағыҙ алға – күгелйем күк Урал!
Ҡарағыҙ артҡа – күгелйем күк Урал!
ӘБҮС.
* * *
Эй, хозур Уралым,
сыңраһын ҡурайың.
Яралы йөрәкте
мин наҙға сорнайым.
СӘСӘНИӘ.
* * *
Ер хәтерен мәңге тере тотор
Эҙҙәр ҡала Бөрйән, Шүлгәндә лә.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.
* * *
Тыуған ер-һыу ғына
Башҡортто һуң башҡорт итәме?
Назар НӘЖМИ.
* * *
Ялан ғына ерҙә, ай, сүл ҡурай,
Фәрештәләр һыйпап үҫтергән.
Ата-бабаларҙың моң-зарҙарын
Һин бит, ҡурай, беҙгә еткергән.
“Ҡурай” йырынан.
* * *
Башҡорт йыры ниңә оҙон, тиҙәр,
Ҡыҫҡамы ни халҡым ғүмере?
Башҡорт йәне – уның моңдарында,
Йыр күрәсәк халҡым күрерҙе…
Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА.
* * *
Үҙ илемдә, үҙ телемдә
Үҙ халҡым йырын йырлау —
Атайымды, әсәйемде,
Туған халҡымды ҙурлау.
Рауил НИҒМӘТУЛЛИН.
* * *
Бөйөк шәхестәрҙе, ил батырҙарын йырлаған дастандары булған халыҡ – бөйөк халыҡ!
Шамил АНАҠ.
* * *
Уйымда һин, ҡанымда һин,
Башҡортостан – ғәзиз әсәм.
Күк Уралдан ҡеүәт алып,
Мәңге балҡы, мәңге йәшә!
Рәмил ЙӘНБӘК.
* * *
Һеҙҙең (башҡорттарҙың — Ф. М.) оҙон көй — ысын мәғәнәһендә милләттең рухи сығанағы.
Кадзуйуки ТАНИМОТО.
* * *
Халҡыбыҙҙың ер тип, азатлыҡ тип
Көрәшмәгән сағы бар микән?
Бер-беребеҙҙең ере менән иркен
Сикләмәһәң, донъя тар микән?
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.
* * *
Милли тойғо... Ул – иң нескә, иң көслө нәмә, һәр халыҡтың үҙ ҡан тибешенә бәйләнгән, быуаттар буйына милләттәр менән бергә формалашҡан, һәр халыҡтың тик үҙенә генә хас.
Назар НӘЖМИ.
* * *
Башҡортостан – алтын бишегебеҙ!
Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ.
И, кешеләр! Ҡиммәт шул бәхетте
Ҡәҙерен белеп кенә тотоғоҙ!
Башҡортостан – изге Ватан,
Башҡортостан – яҡты Ватан.
Мостай Кәрим.
* * *
Башҡортостан – гөлбостан,
Былбылстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт тигән арыҫлан.
Шәйехзада Бабич.
* * *
Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры тынмаҫ илдә,
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.
Рәми ҒАРИПОВ.
* * *
Яҙ, ҡара тупраҡлы дала хуш еҫле, һутлы яңы сыҡҡан үҫемлектәр менән ҡапланғас та, ә ҡышын ябыҡҡан бейәләр һимергәс, бөтә йәйләүҙәрҙә лә ҡымыҙ бешергә тотоналар, кем эсә ала, бөтәһе лә — имсәк балаһынан алып бәлтерәп бөткән ҡарттарға тиклем — туйғансы сихәтле, шифалы батырҙар эсемлеген эсә, һәм һалҡын ҡыштың, хатта ҡартлыҡтың бар сир-сырхауҙары шунда уҡ юҡҡа сыға, һулыған йөҙҙәр тулыша, эскә батҡан аҡһыл яңаҡтар алһыулана.
Сергей АКСАКОВ.
* * *
Мәҙәни булған милләттәр уҙа бара, наҙан милләт туҙан кеүек туҙа бара.
Мәжит Ғафури.
* * *
Башҡорт тигән милләт беҙ,
Илаһи бер өммәт беҙ,
Ауыр юлдар үткәнбеҙ,
Дәүерҙәрҙе иңләп беҙ.
Рәшит Шәкүр.
- Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.