

Башҡортостанда арҙаҡлы шәхестәребеҙгә арналған күләмле саралар йыш уҙа. Был юҫыҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ҙур хеҙмәтен билдәләмәү мөмкин түгел. Мәҫәлән, яңыраҡ Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында башҡорт халҡының данлы улы Ҡәнзәфәр бейҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған “Ҡәнзәфәр бей – Мең ырыуының башлығы, дәүләт эшмәкәре” тигән фәнни-ғәмәли конференция булды. Уның Башҡорт тарихы йылында ойошторолоуы һәр йәһәттән дә отошло.
Кем ул Ҡәнзәфәр бей?
Башта ҡунаҡтар район мәҙәниәт йорто фойеһындағы бай күргәҙмә менән танышты, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында китаптар ҡараны, стендтағы шәжәрәләрҙе өйрәнде. Халыҡ тигәндән, конференцияға, шишмәләрҙән тыш, Дәүләкән, Әлшәй, Бишбүләк, Миәкә, Благовар һәм Бүздәк райондарынан, ғөмүмән, Мең ырыуына ҡараған төбәктәрҙән вәкилдәр саҡырылғайны. Улар араһында бигерәк тә тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, китапханасыларҙы, Ҡәнзәфәр бейҙең нәҫел-нәсәбен күреү һөйөнөслө булды.
Ҡунаҡтар әйтеүенсә, билдәле шәхестәр тураһындағы сараларҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк, ошондай фәнни-ғәмәли конференцияларҙың йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә әһәмиәте ифрат ҙур.
Ғөмүмән, Ҡәнзәфәр бей тураһында нимә беләбеҙ? Ул – 1532 йылда Ябалаҡлы ауылында тыуған, Мең ҡәбиләһе башҡорттарының башында торған, тархан кимәленә күтәрелгән шәхес. Исеме есеменә тура килеп тора, ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә “арыҫлан” тигән мәғәнәлә. Китаптарҙа яҙылыуынса, уның Ҡужабаҡты, Хоҙайбаҡты, Ҡоҙаш һәм Дистан тигән улдары булған.
Бер нисә йыл элек ауылдағы зыяратта үҙенсәлекле ҡәбер ташы табылыуы хаҡындағы хәбәр бөтә донъяны шаулатҡайны. Ундағы иҫке төрки телендәге яҙмала был изге урында ниндәй кешенең ерләнгәне асыҡлана. Баҡтиһәң, ул Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәбере икән. Шуныһы шатлыҡлы: Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәбере таштар менән уратып алынған, уның һуңғы төйәге булған иҫке зыярат тәртипкә килтерелгән.
Сара башҡорт халҡының гимнына әйләнгән ҡурайҙа “Уралым” халыҡ көйөн башҡарыу менән асылды. Залдың көйҙө, тын ҡалып, аяғүрә баҫып тыңлауы ижадсыға ихлас рәхмәте булды ла инде.
Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров ҡунаҡтарҙы тотош төбәк халҡы исеменән ҡайнар тәбрикләне, райондың танылған шәхестәргә бай булыуын билдәләне.
– Шишмә төбәге донъя мәҙәниәтен байытыу һәм балҡытыу йәһәтенән бихисап талантлы шәхестәрҙе биргән, – тине Ришат Әнис улы. – Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Муса Ғәли, Фәриҙә Ҡудашева, Динис Исламов, Зәйтүнә Бикбулатова ише бөйөк ижадсылар һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Тарихи шәхестәрҙән Мең ырыуы етәксеһе Ҡәнзәфәр бей айырым урын биләй. Бынан тыш, Хөсәйенбәк менән Торахан кәшәнәләрен дә өҫтәү урынлы.
Дөрөҫ юл һайлаған
Оло сараға юридик фәндәр докторы, скульптор, Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостандағы вәкәләтлеге етәксеһе Рафаил Зинуровты хөрмәтле ҡунаҡ итеп саҡырғандар ине.
Рафаил Нариман улы билдәләүенсә, танылған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү эҙмә-эҙлекле дауам итә, башҡорттарҙың данлы улы Ҡәнзәфәр бейгә бюст эшләү – шуға асыҡ дәлил. Әйткәндәй, скульптор Башҡортостандың ете районында күренекле яҡташтарыбыҙҙың һындарын эшләп ҡуйған.
– Бындай сараларҙың айырыуса үҫеп килгән йәш быуынға йоғонтоһо көслө, – тип дауам итте һүҙен Рафаил Зиннуров. – Ошо скульптура Шишмә районы халҡына минән бүләк булһын. Бюст урынлаштырылған ер райондың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнер тип өмөтләнәм. Ижад емешем Башҡортостан гербы авторы Фазлетдин Ислаховтың һүрәтенә ҡарап эшләнде. Ғәжәп бит, башҡорттар, һынылышлы мәлдә Рәсәй составына ҡушылып, берҙән-бер дөрөҫ юлды һайлаған. Мең ырыуы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей етәкселегендә юғары даирәләргә дүрт илсене оҙатҡан булған.
Фән докторы Рафаил Зинуров Ҡәнзәфәр бейҙең бюст макетын Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровҡа тапшырҙы.
– Ошо бюсты райондағы Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейына – түргә ҡуясаҡбыҙ, уны Ҡәнзәфәр бейгә арналған сараларҙа ҡунаҡтарға күрһәтәсәкбеҙ, – тип ышандырҙы Ришат Мансуров. – Музейҙың бер мөйөшөнә мотлаҡ Ҡәнзәфәр бей тураһындағы экспонаттар ҡуйыласаҡ.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин һөйләүенсә, Ҡәнзәфәр бей – Дим буйының ғына түгел, тотош башҡорт халҡының олуғ шәхестәренең береһе. Ул иң беренсе булып батша ҡаршыһына юл тотҡан, Мең ырыуы башҡорттары исеменән Рус дәүләтенә ҡушылыуҙы һораған.
– Ҡәнзәфәр бей дөрөҫ юлды һайлаған, – тине Салауат Ишмөхәмәт улы. – Хәҙер һәр беребеҙ уның сәйәси һиҙгерлеген һәм аҡыллы эш итеүен таный.
“Мең ырыуы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Тимербулатов ошо көнгә хәтлем Ҡәнзәфәр бейҙең исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарған эшмәкәрлеге, башҡа бихисап саралар тураһында отчет бирҙе. Ҡәнзәфәр бей ерләнгән урындың тәртиптә тотолоуы, ҡәберенә таш ҡуйылыуы – шуға асыҡ миҫал.
– Беҙҙең районға килгән туристар өсөн киләсәктә Ҡәнзәфәр бей тыуған Ябалаҡлы ауылына экскурсия ойошторасаҡбыҙ, – тине Әхнәф Дәүләтйәр улы. – Ҡәнзәфәр бей башҡорт халҡының Рус дәүләте составында үҫешендә һәм аяҡҡа баҫыуында ифрат ҙур роль уйнаған.
Әхнәф Тимербулатов әйтеүенсә, киләсәктә Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бей исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк асыу күҙ уңында тотола. Унда был шәхескә арналған музейҙың, төрлө фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарыу өсөн залдың булыуы шарт. Ауыл ҡапҡаһы янында Ҡәнзәфәр бейгә арналған стенд эшләп ҡуйыу ҙа эш планына индереләсәк.
Философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин белдереүенсә, башҡорттарҙың Ҡәнзәфәр бей һымаҡ арҙаҡлы шәхестәре бихисап.
– Мин сит илдәргә йыш сәфәргә сығам, – тине Фәнил Сәйет улы. – Бер нәмә мине аптырата, башҡа яҡтарҙан айырмалы, беҙҙең Өфө ҡалаһында күренекле яҡташтарыбыҙға бәйле урам исемдәре бик аҙ. Был мәсьәлә өҫтөндә эшләргә лә эшләргә әле.
Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Әлмира Ҡолдәүләтова Благовар районындағы Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” тарихи-мәҙәни үҙәгенең эше менән таныштырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Ғаяз Зариповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Ҡәнзәфәр бей кеүек билдәле кешеләрҙең исемен донъяға сығарырға һәм танытырға кәрәк.
– Яңы мәғлүмәткә эйә булғас, күҙҙәр асылып ҡалғандай тойолдо, – тине Ғаяз Фазул улы. – Ысынында, Ҡәнзәфәр бей – баһаланып бөтмәгән шәхес, асылмаған китап ул. Киләсәктә ижадсыларҙың уның тураһында әҫәрҙәр яҙырына ышанам.
Ябалаҡлы һәйкәлле булды
Төштән һуң ҡунаҡтар Шишмә районының Ябалаҡлы ауылына юл тотто, бында улар Ҡәнзәфәр бейгә бюст асыу тантанаһында ҡатнашты.
Ауылдың исеме ябалаҡ тигән ҡош менән бәйле, тиҙәр. Ул йәмле Дим йылғаһының һул ярында урынлашҡан, 1780 йылдан билдәле. Мәсет, училище, өс һыу тирмәне, сауҙа лавкалары булған. Халыҡ иген сәскән, умарта тотҡан, мал аҫраған.
Бөгөн ауылда мәктәп һәм балалар баҡсаһы бөтөнләй юҡ, ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы мәктәп автобусы Шөңгәккүл ауылы мәктәбенә уҡырға йөрөтә. Бында фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар, ә элекке мәктәп бинаһын Үҙәк район дауаханаһының психоневрология диспансеры итеп үҙгәрткәндәр.
Бынан йыраҡ түгел ерҙә Ябалаҡлы ҡурғандары һаҡланған. Шөңгәккүл ауыл биләмәһенә ҡараған Ябалаҡлынан район үҙәге Шишмәгә 30 саҡрым тирәһе, тимер юл станцияһы йыраҡ түгел. Әле был ауылда 116 тирәһе йорт иҫәпләнә, уларҙа 220-гә яҡын кеше ғүмер итә.
Шул көндә иҫ киткес күркәм ғаилә – Ҡәнзәфәр бейҙең ауылдаштары Гөлфирә Ҡорбанова һәм Сабирйән Дәүләтшин менән танышыу бәхете тәтене.
Сабирйән Сәлимйән улы фекеренсә, Ҡәнзәфәр бейҙең исемен халыҡҡа кире ҡайтарыу һәр йәһәттән дә отошло, йәш быуын күренекле шәхестәрҙе белеп үҫергә тейеш.
Әйткәндәй, Сабирйән Дәүләтшин ғүмере буйы “Заря” хужалығында тир түккән, ә хужалыҡ “Таң” колхозы итеп үҙгәртелгәс, рәйес вазифаһын башҡарған.
– Мәктәпте тамамлағас, армияға алдылар, – тип хәтирәләргә бирелде ул. – Ватан алдындағы бурысты үтәү – изге йолаларҙың береһе. Элек бит әрме ҡайышын таҡмаған егеттәрҙе ҡыҙҙар бер саҡрымдан урап үтә торғайны. Армиянан һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (хәҙер – Башҡортостан дәүләт аграр университеты) механика факультетына уҡырға индем. Унан инде өйләндем.
– Ғөмүмән, Шишмә – таланттар төйәге, – тип һөйләй Гөлфирә Аҙнағол ҡыҙы. – Ижадсылар менән бер рәттән беҙҙең район уҡытыусылар, сәнғәт әһелдәре, спортсылар, агросәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һәм бүтән йүнәлештәге уңғандары менән дан тота.
Гөлфирә Ҡорбанова оҙаҡ йылдар мәктәптә балаларҙы уҡытҡан, һөнәрен яратып башҡарған. Һандыҡтағы төрлө наградалары – уға күрһәтелгән хөрмәт билдәһе. Мәҡәлә геройҙарымдың икеһе лә –ошо Ябалаҡлы ауылынан, улар Ҡәнзәфәр бейҙең ауылдашы булыу менән сикһеҙ ғорурлана.
– Бынан ары Ябалаҡлыға халыҡ йышыраҡ килер, тип өмөтләнәм. Ни тиһәң дә, Ҡәнзәфәр бейебеҙҙең рухы тыуған яғына ҡайтты бит, – ти Сабирйән олатай.
Ул йәштәрҙең ауылда нигеҙ ҡормауына үкенес белдерҙе. Ҡайһы берәүҙәр Ябалаҡлылағы йортон дача итеп кенә тота икән. Һөҙөмтәлә йәйгеһен халыҡ күбәйә, ә ҡыш, киреһенсә, ауыл тынып ҡала.
Рухы халҡына ҡайтты
Шулай уҡ Ҡәнзәфәр бейҙең нәҫеле – Бүздәк районы буйынса суд участкаһының мировой судьяһы Ғүмәр Әндәрйәновты күреү ҙә һөйөнөслө булды.
– Беҙҙә онотолған шәхестәргә иғтибарҙың бермә-бер артыуы ҡыуандыра, – тип һөйләй Ғүмәр Мәхмүт улы. – Ҡәнзәфәр бей тураһында ла шулай әйтергә мөмкин, ә ошо билдәле шәхес – туранан-тура нәҫелдәшем. Дистан бей Ҡәнзәфәр бей улдарының береһе булған да инде. Оҙаҡ эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә уның биш улы булыуы асыҡланды. Ә Дистан бейҙең иһә ике улы – Мәхмүт бей менән Әхмәт бейҙең барлығы иҫбатланды.
Әйткәндәй, Бүздәк районынан дүрт вәкил булды. Иң ҡыҙығы, Ҡәнзәфәр бейгә бағышланған сара тураһында бер көн генә алдан ишетеп, Шишмә тарафтарына осоп тигәндәй килеп еткәндәр. Сараға өлгөрөүҙәре шатлыҡлы күренеш.
Ғүмәр Мәхмүт улы һөйләүенсә, Дистан бей нәҫелен уларҙың яғынан Әндәрйән Дистанов дауам иткән. Әндәрйәндең балаларынан берәү генә – Әндәрйәнов, ә башҡаларының бөтәһе лә Дистанов фамилияһын йөрөтә.
Ғүмәр Әндәрйәнов бәләкәйҙән тарих менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне, ә инде Ҡәнзәфәр бейгә яҡын туған булыуын белгәс, ҡыуанысының сиге булманы.
Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров билдәләүенсә, тарихи шәхестәребеҙҙең исемен тергеҙеү – һәр йәһәттән дә ҡыуаныслы хәл. Киләсәктә төбәктә ойошторолған сараларҙа ҡунаҡтарҙы Ҡәнзәфәр бейҙең бюсы менән таныштырыу күҙ уңында тотола.
2019 йылда Ҡәнзәфәр бейҙең исемен мәңгеләштереү буйынса программа ҡабул ителгән. Әлеге сара – ошо программаның бер өлөшөн тормошҡа ашырыу ғәмәле ул.
– Арҙаҡлы шәхес Ҡәнзәфәр бейгә арнап үткәрелгән сараны ойоштороуға күп көс түккән Мең ырыуы кешеләренә мең рәхмәт, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Ғаяз Зарипов. – Хөрмәтле ябалаҡлылар, һеҙ ныҡ бәхетле, сөнки Ҡәнзәфәр бейҙең рухы халҡына ҡайтты. Ғөмүмән, тарих төпкөлөндәге шәхестәребеҙҙе халыҡҡа һәр ваҡыт танытып тороу зарур.
“Мең ырыуы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов әйтеүенсә, ошо бюст ҡуйылған урында киләсәктә тотош комплекс төҙөү күҙаллана, район буйынса турист маршруты билдәләгәндә, Ябалаҡлы ауылы ла индереләсәк, ә 2022 йылда Мең ырыуының Ҡәнзәфәр бейгә бағышланған ҙур йыйынын ойоштороу эш планына индерелгән.
Әхнәф Дәүләтйәр улы Марс Субаев, Ғүмәр Әндәрйәнов, Рафаил Зинуров, Рәүеф Ноғоманов, Хәлил Мәхийәнов, Әхәт Сәлихов, Салауат Вәликәев, Марс Юлдашев, Тимерғәле Усманов, Рәхмәт Исҡужин, Ғаяз Зарипов ише әүҙем һәм ныҡышмалдарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сараны ойоштороусылар киләһе йылдарҙа Шишмә һәм Ябалаҡлы ауылдары урамдарына Ҡәнзәфәр бейҙең исемен биреүҙе хәстәрләйәсәген әйтте, Ҡәнзәфәр бей тураһында китап сығарыу ҙа күҙ уңында тотола икән.
Ябалаҡлы ауылынан Салауат хәҙрәт изге эштәргә фатихаһын бирҙе, сығыш яһаусы бүтәндәр ҙә Ҡәнзәфәр бейҙең бөйөклөгөнә дан йырланы, уның яҙмышын өйрәнеү буйынса маҡсатлы эштәр алып барылыуына шатлығын йәшермәне, Мең ырыуының данлыҡлы кешеләренең күплеген билдәләне.
- Илдар АҠЪЮЛОВ.
Шишмә районы.