Башҡорт донъяһы
9 Октябрь 2021, 15:30

Билдәле шәхестәрҙең исеме тергеҙелә

Данлыҡлы шәйех Баязит Хәйруллиндың исеме Яңы Күлдәге мәсеткә бирелде. 

Билдәле шәхестәрҙең исеме тергеҙеләБилдәле шәхестәрҙең исеме тергеҙелә
Билдәле шәхестәрҙең исеме тергеҙелә

Бөгөн көҙәйҙәр Нуриман районының  Яңы Күл ауылына йыйынға  йыйылды тип хәбәр иткәйнек.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәсих Хәмитов әйтеүенсә, йыйында ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә фәһемле һөйләшеү үтте, ырыу вәкилдәре көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
“Көҙәй ырыуының данлыҡлы шәхестәренең исеме тергеҙелә. Был –ҡыуаныслы хәл. Мәҫәлән, данлыҡлы шәйех Баязит Хәйруллиндың исеме Яңы Күлдәге мәсеткә бирелде. Көҙәй ырыуының данлыҡлы улын Махачкалала хөрмәт итәләр, ундағы мәсет уның исеме менән атала. Хәҙер тыуған ауылындағы мәсет тә Баязит шәйехтең исемен йөрөтә",- тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәсих Хәмитов.

Иҫке Күл мәктәбендә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ырыуҙар йыйыны, "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллығы уңайынан осрашыу булды. Борон замандарҙан был ерҙәрҙә Көҙәй ырыуы башҡорттары йәшәй.
Сара мәктәп менән танышыуҙан башланды. 1-се - 4-се класс уҡыусылары йыйылған осрашыуҙа баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларға ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәр - яҙыусылар Ярулла Вәлиев, Ғайнан Хәйри, халыҡ артисы Сәүиә Сираева, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мифтахетдин Шәймөхәмәтовтарҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Көҙәй ырыуының ағасы - имән. Балалар баҫманың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә ырыу ағасын төшөрҙө. Еңеүсе һүрәт авторы - 2-се класс уҡыусыһы Вилена Харисова һүрәте. Шулай уҡ Эмиль Зәйнуллин, Сафия Ҡолоева, Мансур Нәбиев, Вәрис Вәлиев, Билал Шәһиев, Алһыу Мәмәшева лауреат исеменә лайыҡ булды.
Мәктәптә бөгөн 115 бала белем ала. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнәләр.
Мансур Нәбиев, Вилена Харисова, Сафия Ҡолоева, Нәркәс Ғарипова, Мөхәммәт Әлмөхәмәтов, Радим Вәлиев, Артем Шәйҙуллин, Билал Шәһиев шиғыр һөйләне. Эмиль Зәйнуллин шәжәрәһе менән таныштырҙы. Шәжәрәһен өйрәнеүселәр ҙә бар. Ырыуҙың батыры Салауат Юлаев - ул азатлыҡ символына әүерелгән шәхес. Уның тураһында балалар яҡшы белә. Ана шулай халҡы шәхестәре рухында, миҫалында үҫһен балалар! Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән "Урал батыр" йәнһүрәтен балалар яратып ҡараны.

Фотолар рәсми сығанаҡтан. 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас