Башҡорт донъяһы
9 Октября 2021, 14:45

Салауат Юлаев – Көҙәй башҡорто

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә республика райондарында ырыуҙар йыйыны дауам итә. Бөгөн Көҙәйҙәр Нуриман районының  Яңы Күл ауылында ҡор тупланы.

Салауат Юлаев – Көҙәй башҡортоСалауат Юлаев – Көҙәй башҡорто
Салауат Юлаев – Көҙәй башҡорто

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә республика райондарында ырыуҙар йыйыны дауам итә.
Бөгөн Көҙәйҙәр Нуриман районының  Яңы Күл ауылында ҡор  тупланы.
Сарала ҡатнашыусылар Яңы Күл мәктәбендә асылған тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Музей ауылдың ғорурлығы, революционер Баһау Нуриманов исемен йөрөтә. Ауыл мәҙәниәт йортонда ырыу тарихына ҡағылышлы экспонаттар, шәжәрәләр ҡуйылған.
Көҙәй ырыуы йыйынында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Рәсих Хәмитов, Салауат Хәмиҙуллин, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, урындағы халыҡ һәм республиканың башҡа райондарында йәшәгән ырыу вәкилдәре ҡатнаша.

Тарих   фәндәре кандидаты, тележурналист,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Салауат Хәмиҙуллин түбәндәгеләрҙе белдерҙе:


 – Көҙәй ырыуы – башҡорт этногенезында ҡатнашҡан иң боронғо  башҡорт компоненттарының береһе.  Көҙәй волосы тау-урман зонаһын төйәк иткән. Ырыу вәкилдәре  әлеге  Белорет, Благовещен, Иглин, Нуриман, Салауат райондары биләмәһендә йәшәгән. Әгәр ҙә картаға ҡараһаҡ, Уралдың тау-завод районы – Силәбе өлкәһенең Сим, Йүрүҙән  буйҙары – барыһы ла  Көҙәй ырыуы ерҙәре, уларҙы ҡасандыр заводтар төҙөү өсөн алғандар. Сим заводы Шайтан-көҙәй ерҙәрендә тора, был хаҡта Степан Злобин да романында яҙған. Көҙәй ырыуының билдәле шәхестәре күп. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев – Көҙәй ырыуы вәкиле икәнлекте әйтеү ҙә етә, - ти Салауат Хәмиҙуллин.  

Тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәғариф ветераны Лена Хәлил ҡыҙы Ямалетдинова Салауат районының Көҙәй ырыуы ауылдарының тарихы тураһында былай тип һөйләй:
“Ерҙәребеҙҙең боронғолоғон йылға исемдәренән үк күрергә мөмкин. Мәҫәлән, Көҫкәнде йылғаһының икенсе өлөшө "кәнде" ҡала тигәнде аңлата. Мәҫәлән, Ташкент, Сәмәркәнд. Билдәле тарихсы Руф Игнатьев беҙҙең яҡтарҙа ҡала урындары барлығын яҙып ҡалдыра. Был урындар һаҡланған. Бик боронғо замандарҙа беҙҙә ҡалалар булған.
Тарихсылар, беҙҙең яҡтарға килегеҙ, Юлай ауылының урынын табырға ине. Ентекләп тикшерергә кәрәк”, - ти тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәғариф ветераны Лена Ямалетдинова.

Фотолар рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас