Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Октябрь 2021, 16:15

Ат спортының киләсәге бармы?

 “Аҡбуҙат” ипподромында “Рәсәйҙең ярыш аттарын үҫтереү дуҫлығы коммерцияға ҡарамаған хеҙмәттәшлеге идараһы рәйесе Николай Исаков менән “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге директоры Дамир Исеев  “Терра Башкирия” ат сабыштарына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы.

“Өфөләге һеҙҙең ипподром миңә бик оҡшай, - тине Николай Исаков. - Ҡазандағы, Краснодарҙағы һәм башҡа бер нисә ипподром менән бергә мин уны иҡ яҡшылар рәтендә тип беләм. Һеҙҙә фәҡәт күнекмәләр үҙәге асыу ғына етмәй”.

Уның әйтеүенсә, ат спортының киләсәге ҙур, тик уға дәүләт яғынан иғтибар ғына етмәй әле. Мәҫәлән, халҡы һәм майҙаны буйынса Башҡортостан менән бер сама булған Финляндияла 43 ипподром уңышлы эшләп килә.

Беҙҙә лә ат спортын йылдан-йыл үҫтереүҙә, ипподромдар инфраструктураһын яҡшыртыуҙа алға китеш бар. Николай Исаков “Терра Башкирия” ат спорты турниры буйынса башланғыстың нисек барлыҡҡа килеүен, был йүнәлештәге саралар тураһында ентекләп һөйләне. Матбуғат конференцияһында шулай уҡ, донъяның башҡа илдәрендәге кеүек, тотализатор системаһын ойоштороу кәрәклеге тураһында ла төрлө фекерҙәр әйтелде.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: