Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Октябрь 2021, 19:30

Бәләбәйҙәр "Башҡортостан"ға яҙылды!

Ҡаланың башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Фәтхетдинова ниндәй фекерҙә?

Бәләбәйҙәр "Башҡортостан"ға яҙылды!
Бәләбәйҙәр "Башҡортостан"ға яҙылды!

Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназия-интернаты йылдан-йыл үҫеш кисерә, һәр саҡ алдынғы. Балалар - уҡыуҙа, педагогтар хеҙмәттә һынатмай, барыһы ла йәмәғәт эштәрендә әүҙем.

Әле гимназияла 809 уҡыусы белем ала. Мәғариф учреждениеһы директоры Дилбәр Фәтхетдинова йәш быуынды милли гәзит-журналһыҙ тәрбиәләү мөмкин түгеллеген билдәләй.

"Матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙан ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ, – ти ул. – Әлеге ун көнлөктә беҙ, гимназия-интернат уҡытыусылары, барыбыҙ ҙа “Башҡортостан” гәзитенә яҙылдыҡ. Заман башҡа - заң башҡа, тиһәләр ҙә, гәзиттән уҡып алған мәғлүмәтте, бүтән төрлө яңылыҡты бер нәмә лә алмаштыра алмай".

Фото: Азамат Аҙнабаев.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: