Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Октябрь , 11:00

Район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте

Быйыл да Учалы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары дәррәү рәүештә республиканың төп баҫмаһы “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды.

Район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте

Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы киңәйтелгән ултырышы булып үтте. Бөгөн йәмәғәт ойошмалары халыҡ араһында ҙур эш алып бара, урындағы үҙидара органдарының уң ҡулы булып тора. Учалы районында ла кесе ҡоролтай, “Ағинәйҙәр” ҡоро, яҙыусылар ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советының ярҙамы менән мөһим саралар ойошторола.

Ултырышта тиҙҙән уҙасаҡ мөһим сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында әүҙем ҡатнашыу, мәғариф учреждениеларында туған телде өйрәнеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, йәштәр араһында сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, милли спорт төрҙәрен үҫтереү, онотола барған йолаларҙы тергеҙеү кеүек мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Барлыҡ һорауҙар буйынса фекер алышыуҙар булды, ҡарарҙар ҡабул ителде.

Мәғлүм булыуынса, 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы иғлан ителгәйне. Шуныһы һөйөнөслө, Учалы районы уға иң беренселәрҙән булып ҡушылды. Ә былтыр Илсе ауылы беренсе урын яулап, биш миллион һумлыҡ призға лайыҡ булды.

Учалы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров район ауыларының быйыл да был конкурста мотлаҡ ҡатнашасағын белдерҙе һәм “Айыҡ ауыл-2022” конкурсының шарттары менән таныштырҙы.

Район ҡоролтайы милли матбуғатты таратыу, тиражын арттырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Әйткәндәй, быйыл да башҡарма комитет ағзалары дәррәү рәүештә республиканың төп баҫмаһы “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды.

Автор фотоһы.

Автор:Римма Султанова