Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Октябрь 2021, 20:45

Халҡыбыҙҙы берләштергән сара

Эльвира Айытҡолова: "Ырыуҙар ҡорон, был көндө түҙемһеҙләнеп көттөк. Ошондай сара уртаҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн бик кәрәк ине. Оло ҡорҙоң халыҡ иҫәбен алыу кеүек мөһим ваҡиға башланып торғанда үткәрелеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә".

Халҡыбыҙҙы берләштергән сара
Халҡыбыҙҙы берләштергән сара

Туймазы ҡалаһында Башҡорт тарихы йылына ярашлы Башҡорт ырыуҙары ҡоро бара. Ойоштороусылары - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Туймазы районы хакимиәте.

Саралар Туймазы районының Ҡандра-Төмәкәй ауылында башланды, унда рәсми ҡунаҡтар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнашлығында башҡорт ырыуҙарына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Артабан Туймазы ҡалаһындағы "Родина" мәҙәниәт һарайында сағыу күргәҙмә, театрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Ошонда уҡ Ырыуҙар ҡороноң пленар өлөшө үтте, сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте ағзалары, төрлө министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, башҡорт ырыуҙары йәмәғәт ойошмалары советтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Модератор булараҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡы тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосопов сығыш яһаны. Эльвира Ринат ҡыҙы Башҡорт тарихы йылында үткәрелгән ҙур сараларҙы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланыуын, милләттәр, телдәрҙе белеү тураһындағы мәғлүмәттәр Рәсәйҙең этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлау өсөн мөһимлеген телгә алды.

"Ырыуҙар ҡорон, был көндө түҙемһеҙләнеп көттөк. Ошондай сара уртаҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн бик кәрәк ине. Оло ҡорҙоң халыҡ иҫәбен алыу кеүек мөһим ваҡиға башланып торғанда үткәрелеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә, — тине Эльвира Айытҡолова. - Беҙ — башҡорттар, республиканы булдырған, бар иткән милләт. Төбәктә барған һәр ваҡиға, тыныслыҡ, берҙәмлек, Башҡортостан халыҡтарының үҫеше өсөн яуаплыбыҙ. Һәм, әлбиттә, башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен телгә алғанда, тәү сиратта уның берләштереүсе көс икәнлеген билдәләйбеҙ. Бөгөнгө заманда, глобалләшеү кеүек төшөнсәләр алғы планға сыҡҡанда, тамырҙарыңды, туған телеңде, тарихыңды белеү ныҡлы рухи нигеҙ булдыра һәм төрлө тарафтан тәьҫир иткән мәғлүмәти баҫымға ҡаршы тороу мөмкинлеген бирә. Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте - милләтебеҙҙе берләштереүсе, туплаусы сара ла. Беҙ төрлөлөк йәһәтенән көслө, шул иҫәптән һөйләштәр менән. Мәҫәлән, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын ғына алайыҡ. Әлеге ваҡытта ошо йүнәлеште нығытҡан хәрәкәттәрҙең булыуы ("Без - башҡортлар", мәҫәлән) халҡыбыҙҙың ысын мәғәнәһендә оло берләшеү юлында икәнлеген иҫбатлай".

Юлдаш Йосопов башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең 2021 йылдағы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин башҡорттарҙың ырыу системаһы формалашыуы үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Шулай уҡ төрлө темаларға докладтар менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Юрматы ырыуы етәксеһе Вельмир Аҙнаев, Ҡырғыҙҙар ырыуы вәкиле Рөстәм Камалов, "Без - башҡортлар" хәрәкәте етәксеһе, Туймазылағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Альберт Исмаил һәм башҡалар сығыш яһаны.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: