Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Октябрь 2021, 20:30

Халыҡ кәсептәре, өмәләр, димләү мәктәбе...

Ырыуҙар ҡоронда үткәрелгән стратегик сессияла һәм “түңәрәк өҫтәл”дә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Халыҡ кәсептәре, өмәләр, димләү мәктәбе...
Халыҡ кәсептәре, өмәләр, димләү мәктәбе...

Туймазы ҡалаһында Башҡорт тарихы йылына ярашлы Башҡорт ырыуҙары ҡоро бара, тип хәбәр иткәйнек.

Саралар Туймазы районының Ҡандра-Төмәкәй ауылында башланды, унда башҡорт ырыуҙарына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Артабан ҡор Туймазы ҡалаһында дауам итте, бында пленар ултырыш уҙҙы.

Шулай уҡ “Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте үҫешенең юл картаһы” темаһына стратегик сессия һәм “Этнос – субэтнос: дөйөмлөк һәм шәхсилек нисбәте. Этник үҙбилдәләнеш формалашыуы” темаһына “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо, унда төрлө ырыу вәкилдәре, Башҡортостандың милли-мәҙәни үҙәктәре, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәктәр ағзалары ҡатнашты.

Ырыуҙар ҡорона килгәндәр 12 төркөмгә бүленеп, төрлө көнүҙәк мәсьәләләр буйынса стратегик сессияла фекер алышты. Башҡорт ырыуҙары үҫеше өсөн ниндәй саралар үткәреү мотлаҡ? Ырыуҙар хәрәкәтенә йәштәрҙе нисек йәлеп итергә? Халыҡ кәсептәрен нисек тергеҙергә? Өмәләр үткәреү кәрәкме? Димләү мәктәбен нисек йәнләндерергә? Ошо һәм башҡа һорауҙар яңғыраны, байтаҡ тәҡдимдәр индерелде. Шул иҫәптән һәр ырыуҙың арҙаҡлы шәхестәре исемлеген асыҡлау, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, үҙенсәлекле милли ризыҡтарын туплау, шәжәрә байрамдарын уҙғарыу ҙа ғәйәт кәрәкле тигән фекерҙәр яңғыраны.

Ғөмүмән, һәр ырыу вәкилдәре көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты, уларҙы хәл итеү буйынса иң ҡулай ысулдарҙы тәҡдим итте. Йәнле аралашыу йыр-моң менән үрелеп барҙы.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: