Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Октябрь 2021, 23:00

Тәүге “Бәйге”: ҡайһы ырыу егеттәре еңер?

Туймазы ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында беренсе тапҡыр башҡорт милли уйындары буйынса “Бәйге” чемпионаты уҙҙы.

Тәүге “Бәйге”: ҡайһы ырыу егеттәре еңер?
Тәүге “Бәйге”: ҡайһы ырыу егеттәре еңер?

Туймазы ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында беренсе тапҡыр башҡорт милли уйындары буйынса “Бәйге” чемпионаты уҙҙы. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, билдәле башҡорт спортсылары, төрлө ырыу вәкилдәре ҡатнашты.

Сарала һигеҙ башҡорт ырыуы командаһы көс һынашты: “Табын” (Силәбе өлкәһе), “Юрматы” (Өфө), “Ғәйнә” (Пермь крайы), “Балыҡсы” (Асҡын районы), “Уран” (Яңауыл районы), “Ҡаңлы” (Туймазы районы), “Йылан” (Дүртөйлө районы), “Ҡырғыҙ” (Илеш районы). Командалар арҡан тартышыу, башҡорт триатлоны, йөк өҫтөрәү, төк әйләндереү, уҡ атыу, таяҡ тартыу, бүрәнәлә тамға ырып яһау һәм башҡа ярыштарҙа ҡатнашты. Һәр береһенең составында үҙ “йондоҙо" – халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары, донъя, ил чемпиондары бар ине.

"Маҡсат – сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу. Был республикалағы Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер йылы принциптары менән дә тап килә. Унан тыш, ошондай ярыштар төбәк халҡы араһындағы берҙәмлекте, спорт, мәҙәниәт буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек нигеҙҙәрен нығыта", – тип билдәләне республиканың спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамурзина.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, “Бәйге” чемпионаты милли берҙәмлекте көсәйтә, глобалләшеү шарттарында үҙбилдәләнеште һаҡлай, тине.

Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса өс еңеүсе билдәләнәсәк. I урын өсөн 150 мең һум һәм Еңеүселәр шлемы ҡаралған. Икенселекте яулаған бәйгесегә - 100 мең һум, өсөнсө урын өсөн 50 мең һум биреләсәк.

“Бәйге” еңеүселәре Башҡорт ырыуҙары ҡорон ябыу тантанаһында билдәләнә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: