Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
19 Октябрь 2021, 10:12

Бүгәсәү башҡорттарында туй йолалары

Туй малы һуйыусылар, ғәҙәттә, туйҙың эс-ҡарынын алыусылар (таҙартыусылар) уларҙың бисәләре, ҡыҙҙың яҡын еңгәләре була. Мал һимеҙ булһа, һуйыусылар араһынан бер ир – ҡоҙаларға, ҡарын алыусыларҙан берәү ҡоҙағыйҙарға: “Туй һимеҙ ҙә, туй һимеҙ”, – тип таҡмаҡлап бейеп һөйөнсөләй, уларҙан аҡса ала. Шул уҡ ваҡытта егеттең әсәһе (баш ҡоҙағый) үҙе алып килгән ҡоҙағыйҙары менән барып, киленде һөйә, уға бүләк бирә. Киленде һөйгәндә баш ҡоҙағый уның тәүфиҡлы булыуын көйлө һүҙҙәр менән теләп, өгөт итә.

Туй малы һуйылып бөткәс, уның ите бер нисә өлөшкә бүленә. Туйлыҡ йылҡы малы булғанда (ғәҙәттә, туйлыҡ һәр ваҡыт йылҡы малы була), ике ҡабырғаһының икеһенән дә өсәр ҡабырға һебәләк (ҡабырға бөткән йомшаҡ ит яғы) алына. Был һебәләктәр туй көрәшендә иң тәүҙә сығып көрәшкән батырҙарҙың йыҡҡанына ла, йығылғанына ла бирелә торған бүләк була.

Ике артҡы боттоң оса һөйәгенә ҡушылған янбаш өҫтө “ейән һөйәк” кенә – ҡыҙҙың әсәһенең апаһы иренә бирелә торған өлөш. Шуның өсөн “ейән һөйәк” алған кеше ҡасан да булһа ҡыҙҙы кейәүе менән саҡырып күлдәк кейҙерергә һәм берәй мал бирергә тейеш.

Ҡартаның бер өлөшө, аҙлап эс-ҡарын һәм бер аҙ ит, күтән ите бүлеп ҡалдырыла. Иң ҡәҙерле еренән кейәүгә ашатыу өсөн бер аҙ ит алып ҡалынып, ҡалғандары туйға ҡатышҡан ҡоҙа һыйлаусыларға, ҡоҙаларға ашатырға билдәләнә.

Эсәк-ҡарын таҙартыусылар, таҙ ҡарын тип йөрөтөлә торған өлөшөнән тыш, ҡарындың бер аҙ өлөшөн таҙартып, бергә араларында батырыраҡ берәү етәксе­легендә бысраҡ көйө ҡоҙаларға алып килә. Һәм төп ҡоҙанан башҡаларының башына бысраҡ ҡарын кейҙереү менән ҡурҡытып, үҙҙәренең хеҙмәттәре өсөн аҡса ала.

Был таҙ ҡарын кейҙереү көлкөлө мәл була. Таҙ ҡарын тотҡан килен уны бер айырсалы ағас башына элеп, түрҙә ултырған ҡоҙаларҙың башына берәм-берәм кейҙерергә, уларҙың өҫтәрен бысратырға тырыша. Уға иптәштәре ярҙам итә. Ҡоҙалар бысраныуҙан ҡурҡып, аҡса бирә. Әгәр берәйһе аҡсаны аҙыраҡ бирһә, ҡарын тотҡан килен үҙенең һорағанын алырға маташып, ҡарынды һелкетеп, аяуһыҙ сауҙалашырға тотона. Мутыраҡ ҡоҙа килендәрҙең һорағанын бирмәй, уларҙы үҙенең янында ун-ун биш минут яуаплашырға мәжбүр итә.

Ҡоҙаларҙан аҡса йыйып алғас, ки­лендәр ҡоҙағыйҙарға бара, ләкин унда ҡарынды алмайҙар. Тик ҡулдарын йыумайынса: “Туй ҡарынын йыуғанда ҡулы­быҙ өшөнө, ҡулыбыҙҙы йылытып ебә­регеҙ”, – тигән булып, ҡоҙағыйҙарҙың өҫтөндәге кейемдәренә йышына. Ҡоҙа­ғыйҙар, бысраныуҙан ҡурҡып, быларға тағы аҡса бирә. Килендәр ҡоҙаларҙан һәм ҡоҙағыйҙарҙан алған аҡсаны үҙ-ара бүлешеп ала йәки шуға әйбер алып, йыйылып сәй эсә.

Туй малы һуйылып бөткәс, хасланған туй ите бешерелә. Уны ашап бөткәс, ат саптырыу, батырҙар көрәштереү, сапҡан аттарға, көрәшкән батырҙарға, ҡыҙҙың атаһының хәленә ҡарап, бүләктәр бирелә.

Туй малы һуйылғандың иртәгәһенә ҡоҙалар ҡыҙҙың атаһы тарафынан оҙа­тыла, ләкин төп ҡоҙа һаман үҙ ҡоҙаһында ҡалып, тағы ла өс-дүрт көн яңынан ҡунаҡ була.

Ҡоҙалар оҙатылған көндөң иртәгәһенә күтән (ҡартаның ҡалдырылған өлөшө) ашатыу була. Был ашҡа фәҡәт йәш егеттәр һәм йәш килендәр, ҡыҙҙар ғына саҡырылып, күтән ашарға килгән кешеләр ҡыҙға һаҡал, ҡашмау яһау өсөн аҡса, һаҡал, ҡашмау әйберҙәре, йөҙөк һәм башҡа шуның кеүек нәмәләр бүләк итә. Ҡыҙҙың яҡын еңгәләре күтән менән үҙҙәренең бүләк итә торған аҡсаларын бер ҡалаҡҡа һалып ҡыҙға һоғондора (аҡса, әлбиттә, йотолмай. – Г.А.).

Туйҙың башынан аҙағынаса һәр мәжлестә ҡурай, йыр, бейеү, уйын-көлкө була.

 

Кейәү булып барыу һәм кәләш кейәүләү

 

Туй бөткәндән һуң кейәү егет, үҙенең яҡын иптәшен алып (ул иптәшен “нөгәр” тип йөрөтәләр), кискә табан һыбай кәләшкә килә. Беренсе мәртәбә кәләшкә килеүендә кейәү туп-тура үҙенең ҡайын йортона төшмәй, шул ауылдағы еҙнә тейеш кешеһенә йәки яҡын ағай-энеһенә килә. Яҡын кеше ҡыҙҙың әсәһенә кейәүҙең килеүе хаҡында хәбәр итә: уның ҡыҙға ҡушылыуына һәм уны кем өйөнә (кейәү тәүге килеүҙә ҡайын йортонда булмай, ҡайынының айырым сыҡҡан улының өйөндә йәки ҡайынының ҡусты тейеш кешеһендә була) төшөрөргә рөхсәт һорай. Кейәү нөгәре менән ҡәйнәһе тарафынан күрһәтелгән өйгә бара. Был өй хужаһының ҡатыны, кейәүгә иң яҡын ҡайынеңгә булып иҫәпләнеп, кейәүҙе тәрбиәләй, ҡулынан килгән ҡәҙер-хөрмәт итә һәм ҡыҙҙы алып килеп кейәүгә ҡуша.

Әгәр ҡыҙ кейәүҙең килгәнен белеп ҡалһа (ҡайһы ваҡыт ҡайынеңгәләре ҡыҙҙы юрый, кейәүҙән аҡса алыр өсөн йәшереп тә ҡуя), йәшенә. Был ваҡыт ҡайынеңгә менән кейәү ҡыҙҙы эҙләргә сыға һәм йәшенгән еренән табып алып ҡайта.

Кейәү өсөн билдәләнгән айырым өй йәки бер бүлмә булып, шул бүлмәгә ике ҡомған йылы һыу әҙерләп ҡуйылған була. Кейәү менән ҡыҙ үҙҙәренә билдәләнгән шул урында төн үткәрә. Иртәгәһенә таң менән ҡыҙ өйөнә ҡайтып китә. Кейәүҙең яҡын ҡәйнештәре килеп, кейәүҙән – бәке, балдыҙҙары аҡса алып сыға.

Өй хужаһының ҡатыны (ҡайынеңгә) иртә менән күршеләрендәге йәш килен­дәрҙе кейәү янына саҡыра һәм ул бүләк ситсаны (тажтарлыҡ) ҡыҙҙың әсәһе күрһәткән килендәргә өләшә, ҡунаҡ күрһәтә, ләкин ҡыҙ ул көндә көн буйы күренмәй һәм саҡырған ерҙәрҙә лә кейәү менән бергә булмай.

Ҡунаҡ күргән килендәр берәм-берәм кейәүҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра. Һәр өйҙә егет кеше сәй эсеп бөтөүгә, башҡаларҙан йәшереп, сынаяҡҡа тәңкә (аҡса) һалып ҡалдыра. Ул аҡса шул өйҙөң ҡыҙына була. Әгәр ҙә ул өйөндә ир балалар булһа, уларға кейәү бәке бирергә тейеш.

Шулай дүрт-биш көн ҡунаҡ булғас, кейәү ҡайтып китә. Ун-ун биш көн уҙыуға, тағы килеп, дүрт-биш көн ҡунаҡ була, ләкин был һуңғы килеүендә һәр саҡырған өйҙә, баштағы кеүек, аҡса өләшеп йөрөмәй һәм фатир йорто ла төп ҡайын атаһы йортонда була.

Кейәү ҡайын атаһы менән ҡайын әсәһенән, шулай уҡ ҡайын атаһынан йәшкә өлкән кешенән һәм уның ҡатынынан ҡасып, йәшеренеп, уларға йөҙөн күр­һәтмәй йөрөй.

 

Ҡалын (ҡалым) биреү һәм ҡалын алыу

 

Кейәү кәләшкә бер-ике тапҡыр барып ҡайтҡас, егеттең атаһы, үҙ ағай-энеһе менән кәңәшләшеп, ҡыҙҙың атаһын ҡалын алырға саҡырырға ауылдан урта йәштәге бер-ике кешене ебәрә. Ҡалын йолаһын атҡарышыу өсөн сит ауылдан бер-ике хәллерәк кеше саҡырыла.

Саҡырыусы булып барған кешеләр, ҡыҙҙың атаһына барып, өс-дүрт көн ҡунаҡ булғандан һуң, ҡыҙҙың атаһы тарафынан күкрәк йәки сапан кейеп оҙатылалар һәм ҡыҙҙың атаһын ҡалын алырға саҡырып ҡайталар.

Быларҙың ҡайтыуына егеттең атаһы ҡалын бирергә әҙерләнгән, һуя торған малдарын һуйған, ҡалын атҡарышыу өсөн саҡырылған ҡунаҡтары ла, берәр тәкә һуйып, күпләп күстәнәстәр алып килгән була.

Ҡыҙҙың атаһы саҡырыусы ҡунаҡтар (ҡоҙалар) ҡайтыу менән ауылдан туғыҙ-ун пар ирле-ҡатынлы һәм биш-алты һыбай кешегә ҡалын алырға барырға әйтә. Ҡалын алырға әйтелгән ирле-ҡатынлы кешеләр төп ҡоҙағыйға күстәнәстәр бирә, ҡалын йолаһы бөткәнсә ятып-тороп йөрөй торған йорт хужаһына ла күстәнәстәр әҙерләй.

Ҡалын көнө килеп етә. Ҡыҙҙың атаһы, ҡалын алырға барырға әйткән кешеләрен алып, барыһы бергә егеттең атаһы йәшәгән ауылға юлға сыға.

Егет атаһы тарафынан ҡоҙаларҙы һыйлашырға әҙерләнгән йорт хужала­рының йәштәре килгән ҡоҙаларҙы ҡар­шылап алыр өсөн яланға сығып тора. Ҡоҙалар күренеү менән, уларҙы ҡаршы алып (туйҙағы һымаҡ), алдан берәү ҡот алып ҡаса. Уның артынан һыбай барған ҡоҙалар ҡыуа. Ҡаршы сыҡҡан кешеләрҙең бер аҙы килгән ҡоҙаларҙың бүректәрен ат өҫтөнән талап алып ҡаса; ҡоҙаларҙы ауылға яланбаш алып инәләр.

Ҡоҙалар, егеттең атаһы ишек алдына килеп туҡтау менән, ҡаршы алыусылар уларҙы өйгә алып инә. Ауылдың ваҡ бала-сағаһы ҡоҙаларҙың аттарын һыуытырға (йөрөтөргә) урам буйына алып сығып китә.

Ҡоҙалар өйгә инеп ултырыр-ултырмаҫ (туйҙағы һымаҡ) өҫтәренә бауырһаҡ сәсеү була. Шуның артынса сәй, аш ашатылып, кис ҡунаҡтарҙы егеттең ағай-энеһе алып ҡайта, тик баш ҡоҙа ғына үҙенең ҡоҙаһында (егеттең атаһында) ҡала. Иртәгәһенә егеттең атаһы, ауылдан бик күп кешене саҡырып, ҡунаҡ күрһәтеү ойоштора. Шул ваҡытта егеттең әсәһе ҡоҙағыйҙар килтергән бүләк ситсаны ҡунаҡ күргән ҡатындарға берәр сиректән, яртышар аршиндан йыртып, йыртыш өләшә. Ул көндә ҡунаҡ күреүселәрҙең бер нисәһе ҡоҙаларҙы үҙҙәренә саҡырып ала. Иртәгәһенә ҡалын атҡарышыу өсөн килгән ҡунаҡтарҙың тәкәләре ашатылып, тағы бер нисә өйҙә ҡоҙалар ҡунаҡ булып ала.

Шул рәүешле өсөнсө көн иртә менән бер нисә ерҙә ҡунаҡ булғандан һуң, егеттең атаһы өйөндә көрәгә ябыу һәм мал тотоу була. Кейәүҙең атаһы тарафынан мал һуғыу өсөн башына яулыҡ бәйләнеп, бер ҡороҡ әҙерләнеп ҡуйылған була. Шуны алып, ҡоҙалар тышҡа мал араһына сыға. Унда улар егеттең атаһы тарафынан никах туйында ҡыҙға тәғәйен малды, атаһына бирелгән мал тип билдәләп, өйгә инергә килә, ләкин берәү ишекте бикләп, ҡоҙаларҙы эскә индермәй берәү: “Ишекте ас!” – тип ҡысҡыра. Эстән берәү: “Күпме мәһәр ташлайһың?” – тип яуап бирә. Ҡоҙа сама менән: “Ун биш, йәки егерме, егерме биш һум”, – тип ҡысҡыра. Эстән: “Юҡ, ул аҙ”, – тиҙәр. Инергә маташҡан ҡоҙа хаҡты арттыра. Тағы: “Аҙ”, – тигән тауыш ишетелә. Шулай итеп, сауҙалаша торғас, мәһәр бер сама ярарлыҡ булһа, эстән ишекте асып, ҡоҙаны өйгә индерәләр. Уның артынан мал тоторға сыҡҡан икенсе бер ҡоҙа ишек янына килә. Уға ла ишек эстән бикле була. Уның артынан өсөнсө ҡоҙа килә. Быларҙың һәр береһенә, баштағы ҡоҙа кеүек сауҙалашып, өйгә инергә тура килә.

Шул рәүешле ҡоҙаларҙың барыһы ла, берәм-берәм өйгә инеп, үҙ урындарына ултыра. Ләкин быларҙың алдарына ултыртылған ҡымыҙ йәки сәйҙең өҫтө бер аҡ ситса менән ябыулы булып, уның үҙенә күрә һайлап ҡуйылған кешеһе була. Ул алға ултыртылған ҡымыҙ йәки сәйҙе ҡарай, уны асырға бер кемгә лә рөхсәт итмәй.

Шул ваҡыт егеттең атаһы тарафынан ҡоҙа һыйлап йөрөгән кешеләр, түрҙә ултырған ҡоҙаларҙы берәм-берәм урындарынан һөйрәп торғоҙоп, үҙҙәре уларҙың урындарына түргә ултыра. Ҡоҙалар аяғүрә тороп, түргә ултырған кешеләрҙе хөрмәтләргә, уларҙы ауыҙы ябылған ҡымыҙ йәки сәйҙе мәһәр хаҡын кәметеп һатып алып, ҡунаҡ итергә тейеш.

Алға ултыртылған ҡымыҙ йәки сәй ҡалын алырға килгән ҡоҙалар тарафынан мәһәр хаҡын кәметеп һатып алынғас, араларынан берәү түрҙә ҡунаҡ булып ултырған кешеләргә берәй туҫтаған (туҫтаҡ – Г.А.) ҡымыҙ йәки берәй сынаяҡ сәй яһап бирә. Ҡалғандары аяғөҫтө баҫып, тәбиғи ҡунаҡ хөкөмөндә олуғлап йырлай, бейей, ҡурай уйнай, үҙҙәренә күрә хөрмәт итәләр. Шул рәүешле түрҙә ултырған кешеләр берәй алдыр ҡымыҙ йәки берәй сынаяҡ сәй эскәндән һуң аяғүрә баҫып торған ҡоҙалар кире үҙ урындарына ултыралар. Түрҙәгеләр әүәлгесә уларҙы ҡунаҡ итеп, хөрмәтләп, аяғөҫтө тора. Ошо ҡымыҙ йәки сәй эсеүҙе “көрәгә ябыу” тип йөрөтәләр.

Был эш ҡоҙағыйҙар араһында ла ошо тәртиптә була, ләкин улар, тышҡа сығып мал тотоп, мәһәр кәметеп йөрөмәй, мәшәҡәтләнмәй.

Көрәгә ябыу (ҡымыҙ йәки сәй эселеп) бөтә. Бының артынан (туйҙағы һымаҡ) ат саптырыу, батырҙар, балалар көрәш­тереү һәм сапҡан аттарҙың алда кил­гәндәренә, көрәшкән батырҙарҙың йыҡҡандарына (ҡалын биреүсенең хәленә ҡарап), алда килгән атҡа ат, тай, яҡшы сапан, булмаһа, ҡуй, кәзә, һарыҡ вә башҡа нәмәләр биреү, батырҙарға күлдәклек ситса, йыртыш, аҡса биреү була. Шул көндөң кисендә һаба урлау ойошторола.

Һаба урлағанда ҡоҙа һәм ҡоҙағый булып килгән кешеләр кис, ҡараңғы төшкәс, егет атаһы тарафынан ҡунаҡ күрһәтелгән кешеләрҙең барыһына ла ирҙәр – үҙҙәре бер башҡа, ҡатындар икенсе ергә йыйылып, өй беренсә аш-һыу йыйырға йөрөй. Быларҙың йырлаусылары, һәр өйҙөң тәҙрә төбөнә барып, фәҡәт йырлау хеҙмәтен үтәй, ҡурайсылар ҡурай тартыу, бер-икеһе ҡап тотоп бирелгән аш-һыу йыйыу хеҙмәтен үтәй.

Ғәҙәттә, улар өйгә кермәй, тик тәҙрә төбөнә килеп, ҡурай менән ҡушлап йырлай ғына. Өй хужаһы, уларҙың килерен белеп, алдан әҙерләп ҡуйған ашамлыҡтарын сығарып биреп ебәрә. Ҡайһы берәүҙәр сабанланып үҙенең әҙерләп ҡуйған ашамлыҡтарын сығарып бирмәгәндә генә аш-һыу йыйыусылар өйгә кереп, тейешен алып сығырға мәжбүр була.

Шул рәүешсә һаба урлаусылар һәр бер өйҙә булып уҙғандан һуң, ирҙәр – бер башҡа, ҡатындар үҙҙәренә айырым аулаҡ өйгә барып, йыйылған ашамлыҡтар менән үҙ-ара ҡунаҡ булыша, уйын-көлкө яһай.

Иртәгәһенә егеттең атаһы тарафынан ҡоҙалар оҙатыла, ләкин баш ҡоҙа, ҡалып, яңынан тағы өс-дүрт көн ҡунаҡ була.

 

Ҡыҙ оҙатыу йәки ҡыҙ урлау

 

Егет, үҙенең кәләшенә ҡушылып, өс-дүрт тапҡыр ҡунаҡ булғандан һуң, ҡалын (ҡалым) биреп ҡыҙҙы оҙатып алыу егет өсөн ауыр булһа, үҙенең кәләшен ҡайын аталарынан урлап, төндә алып ҡасырға мәжбүр була, ләкин ҡыҙ урлау бигүк уңай булмай. Күп ваҡытта ҡайын әсәһе кейәү менән уның эйәрен һәм атын бикләп, йоҙаҡлап, ҡыҙҙың арыуыраҡ кейемдәрен йәшереп һәм ҡыҙҙы урлап алып китмәһендәр тип ҡарауыллап сыға. Әгәр кейәү ҡыҙҙы урлап алып китергә әҙерләнгәндә тотолһа, ҡайын ағалары тарафынан туҡмалып та ҡуя. Шуның өсөн ҡыҙ урлау берәй кешенең йоҙағын ватып, әйберен урлауҙан бер ҙә кәм булмай.

Кейәү ҡыҙ урларға булғанда шул ауылдағы бер яҡын иптәшенә ат әҙерләп ҡуйырға ҡуша. Ул үҙенең атын-арбаһын йәки кейәүҙең атын, әйберҙәрен бикле еренән урлап алып әҙерләй. Кейәүҙең әйткән еренә барып тора. Кейәү, ҡыҙ риза булғанда, үҙенең алып китергә әҙер­ләнгәнен әйтеп, уны кейендереп алып сығып китә. Әгәр ҡыҙ бер ҙә риза булмаҫтай булһа, тышҡа бергә сыҡҡан кеше булып, өҫтөндәге күлдәге менән генә мәжбүрләп алып китә. Ошолай эшләмәгәндә ҡыҙҙы оҙатып алырға кәрәк була.

Ҡыҙ оҙатҡанда кейәүҙең ата-әсәһе, йә булмаһа кейәү үҙе ҡыҙҙың атаһында ҡунаҡ булып, ҡыҙға әйтелгән бер ҡат кейем, яҫтыҡ, юрған, сымылдыҡ кеүек кейем-һалым әйберҙәренең барыһын да алып килеп, ҡыҙҙың атаһында өс-дүрт көн ҡунаҡ була.

Ҡыҙ оҙата торған көндә уның атаһының ишек алдына ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға килеп тула. Өйҙә ҡыҙ үҙенең әхирәттәре менән ҡосаҡлашып илаша башлай. Ҡыҙҙың еңгәләре, уларҙы әрсәләп алып, ҡыҙҙы кейендерә, уны юлға әҙерләй. Ләкин ҡыҙҙар бер-береһенән айырылмай, илауын дауам итә. Шул мәлдә аранан йырға оҫтараҡ килен, илашҡан ҡыҙҙарҙы үсекләгән, оҙатыла торған ҡыҙға атаһының өйөндә һуңғы минут үткәргәнен иҫенә төшөрөргә теләгән һымаҡ, оҙон, моңло көй һуҙырға тотона.

Ат егелә. Ҡыҙҙы мәжбүрләп кейендереп, өйҙән алып сығалар. Уның сыҡҡанын көтөп торған ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға инә ҡорт һымаҡ уратып ала.

Өҫтөнә сымылдыҡ йәки шаршау күтәреп, оҙатырға алып сығалар. Ҡыҙ һаман үҙенең әхирәттәре менән күмәк ҡыҙ-ҡатын араһында ҡосаҡлашып илаша-илаша бара. Быларҙың артынан ҡыҙ һәм егеттең атаһы үҙҙәренең арбаларында килеп, күмәк ҡыҙ-ҡатын араһынан оҙатылып барған киленде арбаға ултыртып алалар, ғәҙәттә, ҡыҙ (кейәүе булмағанда) үҙенең атаһының арбаһына ҡунаҡлай. Әгәр атаһының яҡын туғаны ҡыҙҙы оҙатышып барһа, шул ағаһының арбаһына ултыра. Киленде оҙата килгән ҡатын-ҡыҙ, килен арбаға ултырыу менән ҡоҙаның (егеттең атаһы) атының башынан алып, килендең баш таңыу (һыйҙар менән оҙатыу. – Г.А.) итеп йыйылып, сәй эсеү өсөн аҡса һорай. Аҡса бирмәй тороп уны ебәрмәйҙәр.

Шул рәүешле егеттең атаһы, киленен оҙатып, ауылға ҡайтыуға, ауылдан ҡатын-ҡыҙ киленде ҡаршы алыу өсөн яланға сығып тора. Килен килеп етеү менән, уны арбанан төшөрөп алып, йәйәү ауылға алып инәләр. Улар егеттең атаһының өйөнә килеп еткәс, килен өйгә инмәй тора. Күмәк ҡатын-ҡыҙ араһынан берәү: “Килен инмәй”, – тип ҡысҡыра. Өйҙән егеттең әсәһе: “Бер һарыҡ” йәки “Бер башмаҡ”, – ти. Әгәр мал биргеһе килмәһә: “Йыуғыс менән ҡырғыс”, ти. Шунан килен өйгә кереп ултыра. Ул көндә бер нәмә лә эшләмәй, ҡунаҡ була.

Иртәгәһенә килендең балдыҙҙары, бикәстәре йыйылып, уның билен быуҙырып, эсәр һыу ала торған ерҙе күрһәтер өсөн яҡындағы бер ҡоҙоҡҡа алып барып, шунан бер көйәнтә һыу күтәртеп алып ҡайталар. Быны “киленде һыуға башлау” тип йөрөтәләр. Килен үҙе менән бергә барған яҡын балдыҙҙарына йөҙөктәр өләшә. Яҡын ҡәйнеш тейеш кешеләренә балдаҡтар бирә.

Шунан һуң килендең ҡайын инәһе тарафынан күрше-тирә ҡатындары саҡы­рылып, килен күрһәтелә. Улар килендең аяҡ алыштарын, эшләгәндә ипле, сымырый булғанлығын, ҡулы буш торғанда, аяғөҫтө баҫып, ҡунаҡтарҙы хөрмәт итә белеү-белмәүен, биленең быуыулы һәм нисек быуылғанлығын, өҫтө-башына кейгән кейемдәренең таҙа булыу-булмауын – барыһын да энәһенән-ебенә хәтле тикшереп, үҙҙәренсә килендең тәртипле-тәртипһеҙ, тәрбиәле-тәрбиәһеҙ булған­лығын тикшерә. Ҡулы бушаған саҡта килен берәй урынға һөйәлеп торһа, балдыҙ йәки ҡәйнештәре менән күберәк һөйләшһә: “Был килен ус ялатмаҫ, ауыҙы-башы остаңлап, күп һөйләй, һөйәлеп тора, ялҡау булыр”, – тип тә китәләр.

Шул көндән алып килен һис бер ваҡыт өҫтөнә кәзәки йәки елән кеймәй. Ялан күлмәк көйөнсә (асыҡ күлдәк менән. – Г.А.), башына яулыҡ (ҙур йоҡа шәл) ябынмайынса, билен быумайынса йөрөргә тейеш түгел. Һәр көн ул бөтә кешеләрҙән иртәрәк торорға, бөтә кешеләрҙән һуңыраҡ ятырға тейеш.

Йомошҡа, һыуға барғанда, урамда һис бер кеше менән һөйләшеп, барған ерендә оҙаҡлап торорға тейешле булмаған кеүек, үҙенә ҡәйнеш булмаған ир кешенең һис берәүһенең (алыҫ булғанда) алдынан үтергә хаҡлы түгел. Ул бер йылға саҡлы ҡол рәүешендә эшләргә, һорамайынса бер ергә лә бармаҫҡа, йәштәр уйнаған ергә лә йүнләп йөрөмәҫкә, өйҙә ҡапланып, йәшенеп кенә эшләргә, ашарға тейеш. Уның өсөн бер генә хөрлөк булһа, ул да булһа – килен кеше үҙ ҡәйнештәре менән теләһә нисек һөйләшә, мыҫҡыллаша, шаяра, яғалаша, көсө етһә, уларҙы йығып һала ала. Ул хаҡта уны берәү ҙә ғәйепләмәй, килен ул саҡта хөррә (ирекле, азат. – Г.А.) була.

 

Ғәббәс ДӘҮЛӘТШИН

Мәҡәләне, ғәрәп графикаһынан транслитерация эшләп, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми-тикшеренеү институтының әҙәбиәт бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Гөлнара АБДРАФИҠОВА (ҒАРИПОВА) баҫмаға әҙерләне.

Читайте нас: