Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
19 Октябрь 2021, 10:21

Милли биҙәүестәрҙе тергеҙә

Геройҙың шәхси архивынан.
Фото:Геройҙың шәхси архивынан.

Ҡариҙел районы таланттарға бай. Шундай ғәжәйеп тырыш, уңған, сәнғәткә ғашиҡ гүзәл заттарҙың береһе – Тайҡаш ауылында йәшәгән Лениза Муллаярова.

Лениза Мәҙехәт ҡыҙы ошо ауылда тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Өфө музыка мәктәбендә уҡыған. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетында белем алып, “социаль-мәҙәниәт эшмәкәрлеге менеджеры” йүнәлеше буйынса һөнәр алған.

2006 йылда Борай егете Ильяс Хөрмәтулла улына кейәүгә сыҡҡан. Үҙ тормоштарын ҡорғас, Муллаяровтар Тайҡаш ауылында төп­ләнгән, ҙур йорт төҙөгән. Ике бала тәрбиәләйҙәр. Улдары Ришат мәктәпте та­мам­лаған, ә ҡыҙҙары Лилиә VIII класта белем ала.

Ғаилә башлығы эске эштәр бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Лениза Мәҙехәт ҡыҙы ун йылдан ашыу ауыл мәҙәниәт усағы­ның эшендә янып йәшәй. Уға ҡарап һоҡланмау мөм­кин түгел. Ҡатын-ҡыҙға хас һөйкөмлөлөк, уңғанлыҡ, тәрбиәлелек кеүек күркәм сифаттарҙы үҙендә тупла­ған ул. Уңған хужабикә бу­лараҡ, йортонда ла тәртип, бөхтәлек, бәйләм дә бәйләй, аш-һыуға ла оҫта.

Муллайәровтар ғаиләһе, ғөмүмән, хеҙмәт һөйөп йәшәй. Эше барҙың – ашы бар, тигәндәй, һыйыр тота­лар, ҡуяндар, күпләп ҡош-ҡорт үрсетәләр. Ҡышҡы­лыҡҡа үҙҙәре үҫтергән йә­шелсә, еләк-емештән тоҙ­лан­малар әҙерләйҙәр. Йә­йен урманға еләк, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйырға йөрөйҙәр.

– Бала саҡтан хеҙмәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Әсәйемдең күңеле матур, ҡул эшенә бик оҫта ине. Уны телевизорҙан да йыш күрһәттеләр. Атайым да заманында алтын ҡуллы кеше булды, үҙебеҙгә генә түгел, ауылдаштарыбыҙға ла быйма баҫты. Күңелем теләгән һөнәргә эйә булып, хыялымдың тормошҡа ашыуына бик шатмын, – тип һөйләй Лениза Мәҙехәт ҡыҙы.

Йәш быуынды сәнғәт өлгөһөндә тәрбиәләгән за­мандашыбыҙ эшен яратып башҡара. Талант эйәһенең маҡсаты – йәштәрҙең, ба­лаларҙың һәләтен асыу, уны үҫтерергә ярҙам итеү. Мәҙәниәт йортонда балалар өсөн ойошторған “Оҫта ҡулдар” түңәрәге лә уңыш­лы эшләй. Үҙ ҡурсаланыу ваҡытында мәҙәниәт хеҙ­мәткәре онлайн тәртибендә балалар өсөн башҡорт мил­ли түшелдереген  тегеү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтте. Методист баш­ҡорт мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡ­лауға, милли кейемде тергеҙеүгә, уларға халыҡ­тың иғтибарын йәлеп итеүгә күп көс һала. Ике йыл элек Лениза Мәҙехәт ҡыҙы, боронғо биҙәктәрҙе тергеҙеп, балалар менән башҡорт милли биҙәүес­тәрен тегә башлаған. Хәҙер ошо шөғөлөн башҡаларға ла өйрәтә.

– Формаһы буйынса тү­шелдеректәр төрлөсә була. Уның нигеҙен туҡыма тәш­кил итә, көмөш, еҙ-никель тәңкәләр һәм башҡа биҙә­үестәр тегелә. Элек ҡабыр­саҡтар, төймәләр, медальондар ҙа ҡулланылған. Шундай муйынсаларҙы өләсәйҙәребеҙ таҡҡан. Тәңкәләр айырым роль уйнаған, һанына һәм нисек тегелешенә ҙур иғтибар биргәндәр. Улар күҙ тейеүҙән һаҡлаған, – тип һөйләй оҫта.

 

Люциә КАРАМОВА.

Читайте нас: