Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
19 Октябрь 2021, 10:18

Нәҫеле менән ғорурлана

Геройҙарҙың шәхси архивынан.
Фото:Геройҙарҙың шәхси архивынан.

“Ҡайҙа йөрөп, ниҙәр эшләһәк тә, Камалиевтар икәнебеҙҙе онотмайбыҙ. Олатайымдың “туған телегеҙҙе, иманығыҙҙы юғалтмағыҙ” тигән һүҙҙәре беҙгә изге мираҫ булып ҡалды. Беҙ уға тоғробоҙ”, – тип нәҫел тамырҙары менән таныштырҙы Ҡариҙел районынан оло хөрмәткә лайыҡ мәғариф ветераны, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Әлиә Закирйән ҡыҙы Камалиева. 

Киҙәсе ауылында йәшәгән Заһира менән Закирйән Камалиевтар туғыҙ балаға ғүмер бүләк итеп, уларға яҡшы тәрбиә, күңел­дәрендә иман нуры һәм ғилемгә ынтылыш бирә алған. Кистәрен балалар атайҙарының мөнәжәт­тәр көйләүен, әсәлә­ренең ауыл тарихы, кешеләр яҙмышы хаҡын­да һөйләгәнен тыңлап үҫә. Бына шулай тыуған ергә, нәҫел тарихына ихтирам, ҡыҙыҡһыныу Ка­ма­лиевтарҙа бәләкәйҙән тәр­биәләнә.

Үткән йыл Асҡындағы республика Шәжәрә байрамы сиктәрен­дә Шәжәрәләр аллеяһы ойошторолдо. Унда, асҡындарҙан тыш, күрше-тирә район һәм ҡалаларҙан милләттәштәребеҙ ҙә бик әүҙем ҡатнашты. Ҡариҙел районының Киҙәсе ауылынан килгән шундай рухлы, илһөйәр, телһөйәр апай менән нәҡ ошо байрамда танышҡайныҡ. Уның үҙ нәҫеле, ауыл һәм ырыу тарихы тураһында шулай илһамланып, ғорурланып һөйләүе бик күптәрҙе тыуған яҡ тарихын өйрәнергә, шәжәрә төҙөргә сәмләндерҙе.

Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул Әлиә Закирйән ҡыҙы 41 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған талантлы уҡытыусы ул. Шуның 25 йылын – директор урынбаҫары, 10 йылын мәктәп директоры булып эшләгән. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. 2008 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсында еңгә­не өсөн уға Грант тапшырылған.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмай, тыуған яҡ, нәҫел тарихын ныҡлы өйрәнергә тотонған. Быйыл ауылдың 150 йыллығын да ҙурлап үткәрергә уйлаған булғандар, тик пандемия план­дарға үҙгәрештәр индергән.

Әлиә Закирйән ҡыҙы нәҫеле тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:

“Камалиевтар шәжәрәһе ябай ғына күренһә лә, унда 10 быуын вәкиленең яҙмышы, ауыл һәм ил тарихы сағылыш тапҡан. Улар айырылғыһыҙ, бер-береһенә бәйләнгән. Райондың дала яғында урынлашҡан Уртауыл ауылында Унлар ырыуынан аҫаба халыҡ йәшәгән. Күрәһең, урман яғы ла уларҙың ере булғандыр. Йүрүҙән йылғаһының һул яғына ағас киҫергә килеп, бура бурағандар, дегет ҡайнатып, йүкә һыҙырыу менән шөғөл­ләнгәндәр. Бер-ике йыл килеп-китеп йөрөгәндән һуң, урман ерендә төпләнергә уйлайҙар. Минең ҡарт олатайым Шәймөхә­мәт, үҙенең дуҫтары Дәүләтхан, Ғәлләм менән 1870 йылдарҙа был яҡтарға килеп, оло йылға буйында йорт һала. Ә эштәре – кесе йылға буйында. Киҙәсе ауылының исеме лә кесе һүҙе менән бәйле. Ауыл йылдан-йыл ҙурая. Шәймөхәмәт олатайым ауыл старостаһы булып китә. Мәсет һалдырыуға өлгәшә. Улы Камалимөхәмәт унда балалар уҡыта. Ул мәзин була.

ХХ быуат башында ауылға Владимир исемле рус байы үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән килеп урынлаша. Ул урындағы халыҡ етештергән продукцияны һатып ала, мәсет төҙөргә лә ярҙам итә. Ә революция ауыл тормошон бик ҡатмарлаштыра. Камалимөхәмәт олатайымдың бер улын – аҡтар, бер улын ҡыҙылдар алып китә. Улар шул китеүҙән кире ҡайтмай. Илдә репрессиялар башланғас, мәсет клубҡа әйләндерелә. Дини һәм зыялы булғаны өсөн олатайымды 1937 йылда ҡулға алып, 10 йылға төрмәгә оҙаталар. Тик уҡымыш­лы улы Таһир Диниә назараты аша атаһын ҡотҡарыуға өлгәшә.

Олатайым үҙенең өс улын Бөйөк Ватан һуғышына оҙата. Бер улы хеҙмәт армияһында Силәбелә танк заводында эшләй. Һуғыштан һуң Ғәйнан исемле улы: “Генерал Рокоссовский ҡулынан “Батырлыҡ өсөн” миҙа­лын алырға насип итте миңә”, – тип бик ғорурланып һөйләй тор­ғайны. Бабай һуңынан Жуков ордены менән дә бүләкләнә. Ҡыҫ­ҡаһы, шуны әйтә алам: генетик яҡтан – сәләмәт, рухи яҡтан көслөбөҙ”, – ти ул.

Әлиә Закирйән ҡыҙы һымаҡ шундай илһөйәр, рухлы тыуған яҡты өйрәнеүселәр барҙа тари­хыбыҙ, телебеҙ онотолмаҫ, нәҫел тамырҙары менән ҡыҙыҡһы­ныу­сылар артыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Наилә ИМАЕВА.

Читайте нас: