Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
19 Октябрь 2021, 10:20

Туған телгә һөйөү тәрбиәләй

Геройҙың шәхси архивынан.
Фото:Геройҙың шәхси архивынан.

Борай районында башҡорт телен туған тел булараҡ – 1073 уҡыусы, дәүләт теле булараҡ 1029 бала уҡый. Ата-әсәләрҙең балаларын уҡытыу өсөн башҡорт телен туған тел булараҡ һайлауы, әлбиттә, уларҙың үҙ асылын аңлауына, сабыйҙарының туған телен белһен, тип тырышыуына ишаралай.    22 уҡытыусы башҡорт теле серҙәренә төшөндөрә. Борайҙың 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Мостафина ла – улар иҫәбендә.

Айгөл Нәғим ҡыҙы – юғары категориялы уҡытыусы. Һәр саҡ эҙләнгән, белемен камиллаштырған уҡытыусы­ның хеҙмәт һөҙөмтәләре лә тос: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Башҡортостан Респуб­ликаһының Почет грамоталарына, Мәғариф һәм фән министрлығының Грантына лайыҡ булған.

Уның уҡыусылары – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсы номинанттары, төрлө дәрәжәләге бәйгеләр, тел һәм әҙәбиәт буйынса уҙғарылған олимпиадалар, фәнни-тикшеренеү конференциялары призерҙары һәм еңеүселәре.

– Уҡытыусы булыу теләге миндә бала саҡта тыуҙы. Мәктәптән һуң Нефтекама педагогия училищеһында уҡып, башланғыс кластар уҡытыу­сыһы һөнәрен алдым. Унда башҡорт төркөмөндә уҡыным. Юғары белемгә эйә булыу зарурлығы тыуғас, һис икеләнмәйенсә башҡорт теле факультетына уҡырға индем. Эшемде бик яратам. Әҙәбиәт дәрестәре миңә нығыраҡ оҡшай, сөнки дәрестәрҙә балалар менән туған телдә аралашаһың, әҫәрҙәр аша тормош, йәшәү мәғәнәһен эҙләйһең, туған телдең камиллығына, матурлығына төшөнәһең, – ти ул.

Айгөл Нәғим ҡыҙы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты мөдире лә. Дәрестәрҙе федераль дәүләт стандарттарына тура килтереп үткәрер өсөн кабинетты йыһазландырыу, булғандарын тулыландырыу, һаҡлау ҙа уның өҫтөндә. Кабинетта интерактив таҡта, әҙиптәрҙең портреттары, тел һәм әҙәбиәт белеме буйынса, орфографик һәм аңлатмалы һүҙлектәр, яҙыусыларҙың йыйын­тыҡтары, әҫәрҙәре уҡыусыларға ҡул һуҙымында ғына. Ал да уҡы, белемеңде арттыр, камиллаштыр.

Уҡытыусы үҙ эшендә заман технологияларының береһе булған электрон уҡытыу алымдарын әүҙем ҡуллана. Уның күп дәрестәре мультимедиа ресурстарын ҡулланып, интерактив таҡта янында үтә. Һуңғы 10 йыл эсендә ул үҙ эшендә дистанцияла уҡытыу алымдарын ҡулланыу буйынса байтаҡ тәжрибә тупланы. Йөкмәткеле итеп төҙөлгән интернет сайты ла уҡыусылары өсөн дә, хеҙмәттәштәренә лә бай методик ярҙам булып тора.

Класс етәксеһе булараҡ та, уҡыусылары һәм ата-әсәләре менән уртаҡ тел табып эшләй Айгөл Нәғим ҡыҙы. Уҡыусылары төрлө бәйгеләрҙә, конкурстарҙа, бигерәк тә Шәжәрә байрамдарында, милли кейем, милли аш-һыу көндәрендә иң беренсе булып уҡытыусыларына ярҙамға килә, башҡорт теле дәрестәрен айырыуса яратып уҡый.

Уҡытыусы үҙе лә төрлө конкурс­тарҙа, бәйгеләрҙә даими ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһының әүҙем ағзаларының береһе. Мәктәптә уҡыған сағынан алып әлегә тиклем спорт менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба ул, айырыуса саңғыла йөрөргә ярата. Ғаиләһендә ул – яғымлы тормош иптәше, хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә.

Билдәле, хәҙерге заманда туған тел уҡытыусыларына айырыуса ауыр: улар иңендә туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли аңды һаҡлап ҡалыу бурысы ята. Айгөл Мостафина – быны яҡшы үтәй алған уҡытыусыларҙың береһе.

 

Венера АРЫҪЛАНОВА.

 

Борай районы.

Читайте нас: