Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
21 Октябрь 2021, 21:45

Ғалимәнең хеҙмәте баһаланды

Гөлназ Азаматова - 1864 йылда Рәсәйҙә индерелә башлаған земство реформаһы, үҙидаралыҡ тарихы менән оҙаҡ йылдар ҡыҙыҡһынған, ошо теманы лайыҡлы өйрәнгән, ғилми хеҙмәттәр бағышлаған ғалимә.

Ғалимәнең хеҙмәте баһаланды
Ғалимәнең хеҙмәте баһаланды

Бөгөн Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала тарих фәндәре докторы Гөлназ Азаматованың “Рәсәйҙең күп милләтле төбәгендә земство идаралығы: Өфө губернаһы миҫалында, 1874 – 1917 йылдар” тип аталған монографияһының исем туйы үтте.

Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының проекты һаналған был хеҙмәт “Ватан тарихы” фонды ярҙамы менән донъя күргән. Әлеге институттың әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, тарихсы Гөлназ Азаматова - 1864 йылда Рәсәйҙә индерелә башлаған земство реформаһы, үҙидаралыҡ тарихы менән оҙаҡ йылдар ҡыҙыҡһынған, ошо теманы лайыҡлы өйрәнгән, ғилми хеҙмәттәр бағышлаған ғалимә.

Авторҙың сарала ҡатнашҡан коллегалары, тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бөгөнгө Рәсәйҙә үҙидаралыҡты үҫтереү шарттарында был монографияның көнүҙәк булыуын билдәләне. Хеҙмәт үҙендә бихисап архив материалдарын, земство реформаһы осоронда башҡарылған эштәр тураһында һөйләгән сығанаҡтарҙы, халыҡтың шул ваҡыттағы тормош-көнкүрешенә ҡағылышлы материалдарҙы туплауы менән әһәмиәтле, тине сығыш яһаусылар.

Монографияның исем туйы йәнле фекер алышыу рәүешендә барҙы. Ҙур эште атҡарып сыҡҡан ғалимә Гөлназ Булат ҡыҙы үҙе эшләгән институт етәкселегенә, тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте тарихы бүлегендәге коллегаларына, Рәсәй тарих йәмғиәтенә, “Ватан тарихы” фондына ҙур рәхмәт белдерҙе.

Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан ойошторолған Рәсәйҙә земство реформаһына арналған күргәҙмә лә күптәр күңеленә хуш килде, уның ярҙамында китапхана фондында һаҡланған үҙенсәлекле сығанаҡтар менән танышырға мөмкин булды.

Фото: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: