Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
21 Октябрь 2021, 16:00

Барыһы ла һөйөүҙән башлана

Китапта билдәле сәнғәт әһеле, вокал буйынса педагог, профессор, Өфөнөң почётлы гражданы Миләүшә Мортазина менән әңгәмәләр килтерелгән. Унда түбәндәге юлдар бар...

Барыһы ла һөйөүҙән башлана
Барыһы ла һөйөүҙән башлана

Бөтә ғәмәлдәр ҙә тыуған илгә, телгә, тормошҡа, киләсәккә булған һөйөүҙән инеш ала. Беҙ ошо хәҡиҡәтте инҡар итмәй йәшәйбеҙ икән, тамырыбыҙ ныҡ, килер көндәребеҙ ышаныслы буласаҡ. Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы барышында һәр милләт үҙенең тарихи йылъяҙмаһының сағыу биттәрен яҙа. Халҡы, шәхестәре, эштәре менән.

«Ижад – бәхет синонимы» тигән китапта билдәле сәнғәт әһеле, вокал буйынса педагог, профессор, СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, РСФСР‑ҙың һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, икенсе дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Өфөнөң почётлы гражданы Миләүшә Мортазина менән әңгәмәләр килтерелгән. Унда түбәндәге юлдар бар:

«Ауыр аслыҡ йылдарына тура килгән бала сағыма ҡарамаҫтан, һөйөү тойоп үҫтем. Минең Кесе Ватаным - Кушнаренко районының Баҡай ауылы. Әнүәр ағайым әйтмешләй, «Баҡай - буйға һуҙылған ауыл, бер осонда - башҡорттар, икенсеһендә татарҙар йәшәй. Беҙ башҡорт өлөшөндә йәшәнек, башҡорттарбыҙ». Ә мин кем Башҡортостанда тыуған, барыһын да башҡорт тип иҫәпләйем, тик беҙ өс телдә - русса, башҡортса һәм татарса һөйләшәбеҙ. Архивтан нәҫел-нәсәбем тураһында мәғлүмәт һорағас, хатта бығаса татар тип иҫәпләнгән атайым яҡлап та бар туғандарыбыҙ башҡорт икәнлеге асыҡланды».

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: