Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
21 Октябрь 2021, 23:15

"Башҡорт рухы һәр саҡ минең менән"

Гөлгөнә - Әбйәлил районынан, күп йылдар Испанияла йәшәй, яҡташтар ассоциацияһын ойошторған. Уның һөйләүенсә...

"Башҡорт рухы һәр саҡ минең менән"
"Башҡорт рухы һәр саҡ минең менән"

Барселона янындағы Матаро ҡалаһында Испанияла йәшәгән халыҡтарҙың этник мәҙәниәте фестивале үтте. Маҡсат – донъялағы төрлө халыҡтарҙың рухи ҡиммәттәре менән танышыу, милли йолаларҙы, этник мәҙәниәтте һаҡлау һәм пропагандалау, милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу.

Байрамда Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр ҙә ҡатнашып, башҡорт бейеүҙәре, йырҙары һәм музыкаль-инструменталь композиция менән сығыш яһаны. Бының менән улар тамашасыларҙың, сараны ойоштороусыларҙың күңелен яуланы. Башҡорт йолаларын йөрөтөүсе булараҡ, Барселона, Севилья, Сарагоса ҡалаларында йәшәгән беҙҙең диаспора даими рәүештә донъяға милли оҡшашлыҡ, башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын, аш-һыуын күрһәтеп тора.

“Испан халҡына яңы мәҙәниәттәр менән танышыу ныҡ оҡшай”, – ти Барселона ҡалаһында йәшәгән Гөлгөнә Ғәйнуллина.

Улар ире менән бер-береһенең туған телен өйрәнә, мәҙәни саралар үткәрә, дуҫтарын йыя. Гөлгөнә үҙе Әбйәлил районынан, күп йылдар Испанияла йәшәй, яҡташтар ассоциацияһын ойошторған.

“Сәнғәт теле йәмғиәттәге, иҡтисадтағы барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы юҡҡа сығара. Мин Ватанымдан алыҫта йәшәп тә, башҡа милләттәр вәкилдәренә башҡорттар, йолаларыбыҙ тураһында һөйләй алыуыма шатмын. Башҡорт рухы һәр саҡ минең менән, – ти ул.

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: