Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
21 Октябрь 2021, 10:30

Ырыуың кем?

«Ашҡаҙар» радиоһы башҡорт ырыуҙары тураһында яңы роликтар циклы әҙерләне.

Ырыуың кем?
Ырыуың кем?

Республиканың тәүлек әйләнәһенә эшләгән «Ашҡаҙар» радиоһының фонды башҡорт ырыуҙары тураһындағы роликтар циклы менән тулыланды. Дөрөҫөрәге 49 ролик менән. Тарихсылар фекере буйынса, башҡорт халҡының генофондын нәҡ ошо ырыу вәкилдәре тәшкил итә.

«Роликтар өс өлөштән тора. Уның тәүге өлөшөндә – ырыу йәшәгән ерҙәр, икенсеһендә ырыу тарихынан ҡыҙыҡлы осраҡтар тураһында бәйән ителә. Өсөнсө өлөш иһә ырыуҙың билдәле шәхестәре менән таныштыра.

Ҙур, ҡеүәтле ырыуҙар тураһында мәғлүмәт күп, ә бәләкәйерәктәре тураһында – әҙерәк. Шуның өсөн дә 3-4 минутлыҡ ролик әҙерләү өсөн тарих китаптарын арыу уҡ аҡтарырға тура килде. Әлбиттә, билдәле тарихсыларыбыҙҙың хеҙмәттәренә таяндыҡ – тарих фәндәре докторы Рим Йәнғужин, тарих фәндәре кандидаттары Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Искәндәр Сәйетбатталов һәм башҡалар.

Роликтарҙы «Ашҡаҙар» һәм «Юлдаш» радиостудияһы журналистары бергә эшләне. Ижад кешеләренең күҙе яна икән, тимәк, яҡшы материал килеп сығасаҡ. Шулай булды ла. Тауыш режиссерҙары Гөлйемеш Баязитова менән Рөстәм Ҡәҙерғолов роликтар матур яңғыраһын өсөн бар күңелен һалып эшләне», – ти «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

«Ырыуың кем?» роликтарын «Ашҡаҙар» радиоһында көн һайын 08.45, 16.45 и 14.15, 23.15 сәғәттәрҙә тыңларға мөмкин. Редакция телефоны: 8 (347) 461-482.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: