Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
22 Октябрь 2021, 14:35

“Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын беҙҙе тыуған ил!”

Бөгөн Краснокама районының Аҡтанышбаш ауылында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһен Әхмәтхужа Әхмәҙуллин исемендәге ауыл мәҙәниәте йортона тапшырыу тантанаһы үтә.

“Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын беҙҙе тыуған ил!”
“Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын беҙҙе тыуған ил!”

Бөгөн Краснокама районының Аҡтанышбаш ауылында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһен Әхмәтхужа Әхмәҙуллин исемендәге ауыл мәҙәниәте йортона тапшырыу тантанаһы үтә. Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Рәсәй Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин һәм башҡалар ҡатнашты.

Краснокама районында шайморатовсылар хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ былтыр ошо ваҡытта асылғайны. Яңы Аҡтанышбаш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Әхмәтхужа Әхмәҙуллин менән Хәнәфи Нурғәлиев – 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙәре. Икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән.

Хәнәфи Нурғәлиев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ мәктәп бинаһына ҡуйыла. 2020 йылдың апреленән белем усағы уның исемен йөрөтә.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев ауылдың тарихы менән танышҡанда был ерҙә ни тиклем көслө рухлы кешеләр йәшәгәненә йәнә инандым тип билдәләне.

  • - Был ауылдың тарихы бай, бынан тыш тарихи факттар көслө рухлы кешеләр йәшәүе тураһында һөйләй. Билдәле шәхестәрегеҙҙең исемен район кимәлендә генә түгел, республика кимәлендә күтәреүегеҙ ҙә һоҡландыра. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының исеме Миңлеғәле Шайморатовтың Советтар Союзы Геройы ордены ҡайтыу менән яңы һулыш алды. Ә дивизияның батырлығы яугирҙәрҙең ҡаһарманлығына бәйле. Дивизия ҡамауҙа ҡалғас, уның байрағын сығарыу – һеҙҙең яҡташығыҙҙың батырлығы. Ошо байраҡтың бөгөн ҡаһармандың тыуған төйәгенә ҡайтарылыуы – ҙур байрам, - тип билдәләне Урал Килсенбаев.

Рәсәй Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова бөгөнгө тантаналы сараның оҙаҡ әҙерләнеүен билдәләп үтте.

  • - Бөгөн 112-се кавалерия дивизияһының байрағын Яңы Аҡтанышбаш ауылының мәҙәниәт йортоноң сәхнәһенә сығарыу – оло тантана. Уның тормошҡа ашырылыуы төрлө тарихи ваҡиғаларҙың бер-береһенә үрелеп барылыуында. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйылғы йылды Тарих йылы тип иғлан итте. Бөгөн тарихи факттарҙың үҙгәртелеүе, икенсе юҫыҡта бирелеүе беҙҙе борсой. Үҫеп килгән быуынға дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә тейешбеҙ. Уларҙың ғорурланып һөйләрлек кешеләре – эргәләрендә – ғаилә тарихында, шәжәрәһендә. Бөгөн тап шундай сараларҙың береһе. Беҙ үҙебеҙҙең ҡаһарман шәхестәребеҙ тураһында күберәк һөйләргә тейеш. Икенсеһе инде – архив менән эшләү, йәғни шәжәрә төҙөүгә ҡайтып ҡала, - тине Эльвира Айытҡолова.
  • - Беҙ батырҙарыбыҙҙы бер ҡасан да онотмайбыҙ, быға хаҡыбыҙ юҡ. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин һәм Хәнәфи Нурғәлиев — данлы башҡорт дивизияһы яугирҙәре. Йәш быуынды тап улар кеүек ҡаһарман яҡташтарыбыҙ миҫалында тәрбиәләргә тейешбеҙ. Бөгөн беҙҙең районда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бер генә ветеран да ҡалманы. Шуға ла ошондай саралар ҙур әһәмиәткә эйә. Был ауылдан 1941 йылда һуғыш башланғас 600 кеше фронтҡа китә. Күптәре әйләнеп ҡайтмай. Ауылда иһә әле 700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Биш яугирҙең исеме 112-се Башҡорт кавалерия двизияһы менән бәйле. Уларҙың исемен кире ҡайтарыу, халыҡҡа танытыу буйынса ҙур эш атҡарылды. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар быға күп көс һалды. Әле беҙҙең маҡсат был эште киңерәк йәйелдереү. Үҫеп килгән быуын тарихты, үҙ ата-бабаларын белергә тейеш, — тине Рөстәм Мусин.

Хәнәфи Нурғәли улы Нурғәлиев 1913 йылда тыуған. Һуңғараҡ ғаиләләре Краснокама районының Урал ауылына күсә. Хәнәфи Нурғәли улы тураһында "Халыҡ хәтере" сайтында мәғлүмәт бар.

Капитан Нурғәлиев 1942 йылдың 28 ноябрендә алышта алған ауыр яраларынан вафат булған.

  •  

Обливский районы ерҙәрендә данлыҡлы дивизия яугирҙәренең ҡаны күп ҡойолған. Обливский станцияһы - Сталинградта торған Паулюс төркөмөн хәрби техника, ҡорал, боеприпас һәм башҡа матди саралар менән тәьмин итеп тороусы ҙур тимер юл станцияһы, шуға күрә, стратегик әһәмиәткә эйә булараҡ, был пунктты немецтар оҙаҡ оборонаға әҙерләгән. Тап ошонда 1942 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында башҡорт атлылары немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән. Ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан булған капитан Хәнәфи Нурғәлиев батырҙарса һәләк була.

Әхмәтхужа Әхмәҙуллин дивизия байраҡсыһы була.

"Дивизияла Әхмәтхужа Әхмәҙуллинды белмәгән бер һалдат йә командир юҡ ине. Уның исеме дивизияның йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уны генерал Шайморатов айырыуса хөрмәт итте",— дивизияның сәйәси бүлеге етәксеһе урынбаҫары Сабир Ҡадиров хәтирәләрендә шулай тип яҙған.

Дивизияға килгәнсе үк, уның күкрәген Ҡыҙыл Байраҡ ордены биҙәй. Уны граждандар һуғышы ваҡытында батырлығы өсөн ала: 20-се йылдар аҙағында баҫмасыларҙы ҡыйратҡанда ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин СССР Юғары Советының беренсе саҡырылыш депутаты була. Ул колхоз рәйесе булып эшләгәндә, хужалыҡ Краснокама районында алдынғылар рәтенә сыға, шуға халыҡ уны бик хөрмәт итә. 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә, уны Шайморатов дивизияһына ебәрәләр.

"Уны үҙ теләге буйынса 2-се полктың пулемет эскадронына тәғәйенләйҙәр. "Пулемет - минең хәрби дуҫым, беҙ уның менән күп гитлерсыны юҡ итербеҙ", - тип ҡабатларға ярата ул. Тиҙҙән уны эскадрондың коммунистары партия ойошмаһы секретары итеп һайланылар", — тип яҙа яҙыусы Сабир Ҡадиров үҙенең хәтирәләрендә.

Олым йылғаһы буйҙарында барған тәүге алышта уҡ Әхмәтхужа батырлыҡ күрһәтә. Үҙенең "максим" пулеметы менән 29 дошман һалдатын юҡ иткәне өсөн "Батырлыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ була. Командирҙары ҡамауҙа ҡалғанда, ике тапҡыр иптәштәрен атакаға күтәрә. Дивизия Донбасста тәрән рейдта булғанда, Әхмәҙуллин дивизияның байраҡсыһы итеп тәғәйенләнә. Иң ауыр, хәүефле ваҡытта ла ул байраҡты күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай.

1943 йылдың февралендә дивизия 8-се кавалерия корпусы составында дошман тылында хәрәкәт итә. 23 февралдә иртәнге сәғәт биштә дивизия яугирҙәре дошман тылынан сығыу өсөн үлемесле көрәш алып бара. Киҫкен минуттарҙа иң алда байраҡсы Әхмәҙуллин яугирҙәрҙе: "Алға, иптәштәр! Тыуған ил өсөн, туғандар өсөн, балалар өсөн алға!" - тип еңеүгә әйҙәй.

Башҡорт халҡының ҡаһарман улы Әхмәтхужа Әхмәҙуллин генерал Миңлеғәле Шайморатов менән бергә был алышта һәләк була.

Ул Луганск өлкәһендә туғандар ҡәберенә ерләнгән.

Әхмәтхужа Әхмәҙуллинға мемориаль таҡтаташ мәҙәниәт йорто бинаһына ҡуйылған.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: