Башҡорт донъяһы
22 Октябрь 2021, 07:10

Берҙәмлектә – көс, ти халыҡ мәҡәле.

Иң алдынғы уҡыу йорттары менән булдырылған килешеүҙә яңы бурыстар, төрлө йүнәлештәге эш төрҙәре ҡаралды.

Берҙәмлектә – көс, ти халыҡ мәҡәле.Берҙәмлектә – көс, ти халыҡ мәҡәле.
Берҙәмлектә – көс, ти халыҡ мәҡәле.

Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаты һәм Республика инженер лицей-интернаты менән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө. Иң алдынғы уҡыу йорттары менән булдырылған килешеүҙә яңы бурыстар, төрлө йүнәлештәге эш төрҙәре ҡаралды.

 "Беҙҙең белем биреү ойошмаларының уртаҡ үҙенсәлектәре бик күп. Һәр белем усағында  ла отошло методик йүнәлештәр яңы форматта үҫеш алған. Шулай ҙа, тәжрибә уртаҡлашып, педагогик хеҙмәтебеҙҙең иң ҡулайлы алымдарын бер-беребеҙҙән өйрәнеп үтеү артыҡ булмаҫ. Яңы белем программаһын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу барышында берлектәге оҫталыҡ дәрестәре, төрлө предмет форумдары, инновацион майҙансыҡтар, фәнни-методик кәңәшмәләр, ҡыҙыҡлы яңы проекттар булдырыу, уҡыусыларыбыҙ араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытыу киләсәктең ныҡлы нигеҙе, киңәйтелгән уҡыу процесының төплө башланғысы буласаҡ", - тип ышанысын белдерҙе 20-се гимназия директоры Булат Зинуров.

Өс тағандың килешеүе – киләсәгебеҙҙең ныҡлы балҡышы. Хеҙмәттәшлек килешеүен ҡабул иткән уҡыу йорттары коллективтарына оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Матур башланғыстың берлектәге педагогик хеҙмәтенә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас