Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
22 Октябрь 2021, 13:59

Милләттәр аҡылын йыйҙы был йыйын

Башҡорт ырыуҙары ҡоро – республикалағы халыҡтар берҙәмлегенең сағыу миҫалы.

Эльвира Айытҡолова, Урал Килсенбаев һәм башҡалар ырыуҙар күргәҙмәһе менән таныша.
Эльвира Айытҡолова, Урал Килсенбаев һәм башҡалар ырыуҙар күргәҙмәһе менән таныша.

Туймазы ҡалаһында Башҡорт ырыуҙары ҡоро үткәрелде. Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә ойошторолған сарала республиканың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә йәшәгән егерменән ашыу башҡорт ырыу вәкилдәре, рәсми ҡунаҡтар һәм күп кенә милли-мәҙәни үҙәктәрҙән ҡатнаштылар. Ҡор бай йөкмәткеле булды, ул ғилми сығыштарҙан алып спорт уйындарына саҡлы төрлө сараларҙы үҙ эсенә алғайны.

 

Тарихи иҫтәлектәр, ҡомартҡылар...

 

Йыйын саралары райондың Ҡандра-Төмәкәй ауылында башҡорт ырыуҙарына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ асыуҙан башланды. Унда рәсми ҡунаҡтар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары, башҡорт ырыуҙарының йәмәғәт ойошмалары советтары, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре, урындағы халыҡ ҡатнашты.

Артабан Туймазының “Родина” мәҙәниәт һарайында ырыуҙар күргәҙмәһе асылды. Һәр ырыуҙың оҫталары үҙҙәренең башҡа бер ерҙә лә осратып булмаҫлыҡ матур ҙа, йөкмәткеле лә эштәрен ҡуй­ғайны. Ҡунаҡтар уларҙы һоҡланып та, ғәжәп итеп тә ҡарап йөрөнө.

Башҡортостандың дәүләт архивы, мәҫәлән, “Үҙ туғандарыңды тап” тигән тарихи-документаль проектын күрһәтте. Ул 1917 йылда Өфө губернияһында үткәрелгән ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре менән танышыу форсаты бирә.

 

Ҡандракүл буйы – йыйын урыны

 

Башҡорт ырыуҙары ҡороноң Туймазыла үткәрелеүе осраҡлы түгел. Был төбәктәге Ҡандракүл буйында ырыуҙар йыйыны боронғо замандарҙа уҡ йыш уҙғарылып торған. Был һыу ятҡылығы ҙурлығы һәм тәбиғәтенең иҫ киткес матур­лығы менән элек-электән иғтибар­ҙы йәлеп иткән. Күл буйындағы ҡая­ларҙың береһендә тарихи Башҡортостандың төрлө яҡтары­нан килгән башҡорттарҙың уйып яһалған ырыу тамғалары – Мең, Бөрйән, Бүләр һәм башҡалар – бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған.

Туймазы районы респуб­ли­ка­быҙҙың сәнәғәт һәм ауыл хужалығы алға киткән төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә. Бында Туймазы һәм Октябрьский ҡалалары, ҡала тибын­дағы дүрт ҡасаба урынлашҡан, ауылдар һаны йөҙҙән ашыу.

Районда урындағы башҡорт ҡоролтайының әүҙем эшләгәнен барыһы ла белә. Һуңғы йылдарҙа Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бай тәжрибә тупланы. Ҡоролтай ағзалары бөтә милли-мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Улар араһында ошо һуңғы бер нисә йылда ойошторолғандарынан “Салауат көндәре”н, “Оҙон көй”ҙө, “Ҡурай” байрамы”н һәм башҡа­ларҙы күр­һәтергә мөмкин. Бынан тыш Баш­ҡортостандың күренекле яҙыусы­лары, шағирҙары менән осра­шыуҙар ҙа даими үткәрелеп тора. Туймазы районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының баш­ҡарма комитеты рәйесе Гәүһәр Фазуллина билдәләүенсә, ҡала баш­ҡорттары районда ғына түгел, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән төрлө мәҙәни һәм башҡа сараларҙа ла ҡатнаша, уҡытыусылар ғына түгел, уҡыусылар ҙа матбуғат менән дуҫ.

Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы әйтеүенсә, райондың Телдәр буйынса комис­сияһының уңышлы эшләүендә лә ҡоролтай ағзаларының өлөшө ҙур. Улар йылына бер нисә рейд ойоштора, алтаҡталарҙа табылған хаталарҙың “хужаларына” хаттар яҙа, уларҙы комиссия ултырышына саҡыра, хаталар рәсемен гәзит биттәрендә күрһәтә.

 

Мәғлүмәттәр күп бирелде

 

“Родина” мәҙәниәт һарайында үт­кәрелгән пленар ултырыш йы­йындың төп өлөшө булды. Мо­де­раторҙары – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе Эльвира Айыт­ҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов.

Пленар ултырышта Башҡорт­остан Башлығы Хакимиәте етәксе­һенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе Эльвира Айыт­ҡолова, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Айбулат Псәнчин, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының Башҡар­ма комитеты ағзаһы, тарих фән­дәре кандидаты, журналсит һәм телепроекттар авторы Салауат Хәмиҙуллин, Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро рә­йесе урынбаҫары Велмир Аҙнаев, Ҡырғыҙҙар ырыуынан Рөстәм Камалов, “Без – башҡортлар” хәрәкәте етәксеһе, Туйма­зылағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Альберт Исмаил һәм башҡаларҙың сығыштары, ғилми докладтар, мәғлүмәттәргә бай телмәрҙәр булараҡ күптәрҙең иҫендә ҡалды, һәм артабанғы эштәрендә файҙаланырҙар тип өмөт итәйек.

 

Республика өсөн беҙ яуаплы

 

– Ырыуҙар ҡорон, был көндө тү­ҙемһеҙләнеп көттөк. Ошондай сара мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн бик кәрәк ине. Оло ҡорҙоң халыҡ иҫәбен алыу кеүек мөһим ваҡиға башланып торғанда үткәрелеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә, — тине Эльвира Айытҡолова үҙенең тәбрикләү сығышында. — Беҙ, башҡорттар, республиканы бул­дырған, бар иткән милләт. Төбәктә­ бар­ған һәр ваҡиға, тыныслыҡ, бер­ҙәм­лек, Башҡорт­остан халыҡта­рының үҫеше өсөн яуаплыбыҙ. Һәм, әлбиттә, башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен телгә алғанда, тәү сиратта уның берләштереүсе көс икәнлеген билдәләйбеҙ. Бөгөнгө заманда, глобалләшеү кеүек төшөнсәләр алғы планға сыҡҡанда, тамырҙарыңды, туған телеңде, тарихыңды белеү ныҡлы рухи нигеҙ булдыра һәм төрлө тарафтан тәьҫир иткән мәғлүмәти баҫымға ҡаршы тороу мөмкинлеген бирә. Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте – милләтебеҙҙе берләштергән, туплаған сара ла. Беҙ төрлөлөк йәһәтенән, шул иҫәптән һөйләштәр менән көслө. Мәҫәлән, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын ғына алайыҡ. Әлеге ваҡытта ошо йүнәлеште нығытҡан хәрәкәт­тәрҙең булыуы (“Без – башҡорт­лар”, мәҫәлән) халҡыбыҙҙың ысын мәғәнәһендә оло берләшеү юлында икәнлеген иҫбатлай.

Юлдаш Йосопов башҡорт ырыу­ҙары хәрәкәтенең 2021 йылдағы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин башҡорт­тарҙың ырыу системаһы формалашыуы үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

 

Һорауҙар ҙа бар, тәҡдимдәр ҙә

 

Ырыуҙар ҡоро сиктәрендә шулай уҡ “Башҡорт ырыуҙары хәрә­кәте үҫешенең юл картаһы” тема­һына стратегик сессия һәм “Этнос – субэтнос: дөйөмлөк һәм шәхсилек нисбәте. Этник үҙбил­дәләнеш формалашыуы” темаһына түңәрәк өҫ­тәл ойошторолдо, унда төрлө ырыу вәкилдәре, Башҡортостандың милли-мәҙәни үҙәктәре, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәктәре ағзалары ҡатнашты.

Ырыуҙар ҡоронда ҡатнашыу­сылар 12 төркөмгә бүленеп, төрлө көнүҙәк мәсьәләләр буйынса стратегик сессияла фекер алышты. Башҡорт ырыуҙары үҫеше өсөн ниндәй саралар үткәреү мотлаҡ? Ырыуҙар хәрәкәтенә нисек йәш­тәрҙе йәлеп итергә? Халыҡ кәсеп­тәрен нисек тергеҙергә? Өмәләр үткәреү кәрәкме? Димләү мәктәбен нисек йәнләндерергә?

Ошо һәм башҡа һорауҙар яңғы­ра­ны, байтаҡ тәҡдимдәр индерелде. Шул иҫәптән һәр ырыуҙың арҙаҡлы шәхестәр исемлеген асыҡлау һәм уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, үҙенсәлекле милли ризыҡтары исемлеген туплау, шәжәрә байрамдарын уҙғарыу... Ғөмүмән, һәр ырыу вәкиле көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты, уларҙы хәл итеүҙә иң ҡулай ысулдарҙы тәҡдим итте. Йәнле аралашыу йыр-моң менән үрелеп барҙы.

Туймазының Үҙәк ял паркында шулай уҡ “Бәйге” башҡорт уйындарының беренсе чемпионаты ла үткәрелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был спорт ярышында боронғо баш­ҡорт ырыуҙарының көс һәм таһыл­лыҡты күрһәткән уйындары нигеҙендә ойошторғайны. Сарала һигеҙ башҡорт ырыуы командаһы көс һынашты: “Табын” (Силәбе өлкәһе), “Юрматы” (Өфө), “Ғәйнә” (Пермь крайы), “Балыҡсы” (Асҡын районы), “Уран” (Яңауыл районы), “Ҡаңлы” (Туймазы районы), “Йылан” (Дүртөйлө районы), “Ҡырғыҙ” (Илеш районы). Команда ағзалары традицион баш­ҡорт милли спорт төрҙәрендә ярышты. Һүҙ арҡан тартыу, башҡорт триатлоны, йөк һөйрәү, төк әйләндереү, уҡтан атыу, таяҡ тартыу, бүрәнәлә тамға ырып яһау һәм башҡа бәйгеләр хаҡында бара. Юлай Ғәлиуллин, Раил Бикмаев, Альберт Мостафин һәм башҡа әүҙемселәр бындай бәйгеләрҙе ойоштороуҙа байтаҡ тәжрибә туплаған да инде. Улар үҙҙәре әйтеүенсә, артабан ошондай ярыштарҙы даими үткәреп тороу һәм хатта “этноспорт” тигән төшөнсәне лә әйләнешкә индереү маҡсаты ҡуйыла.

Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса өс еңеүсе билдәләнде. I урынға “Юрматы” командаһы сыҡты һәм 150 мең һум аҡса, Еңеүселәр шлемын алды. II урынды “Йылан”дар яуланы (100 мең һум), III урында – “Балыҡсылар” (50 мең һум).

Башҡорт ырыуҙары йыйынын ябыу тантанаһында Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡандарға һәм “Бәйге” чемпионаты еңеүселәренә иҫтәлекле наградалар тапшырылды.

Маҡсат – милләтте сифатлы итеү

 

Республика ҡалалары һәм райондарында үткәрелгән башҡорт ырыуҙары йыйындары һәм уларҙы йомғаҡлау булараҡ Туймазыла уҙғарылған съезд – халҡыбыҙ өсөн ошо быуат тарихындағы ҙур ваҡиға. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Туймазылағы йыйын буйынса матбуғат конфе­ренцияһы ла уҙғарҙы. Унда Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов, Баш­ҡортостандың Стратегик тикше­ренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты, журналист һәм телепроекттар авторы Салауат Хәмиҙуллин, Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев сығыш яһаны һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

– Бөтә донъяның билдәле дәрәжәлә глобалләштереүгә дусар ителеүе барыбыҙға ла мәғлүм, – тине Ғәлим Миңлеғәле улы. – Был процесс тәьҫир итмәгән бер халыҡ та юҡ, беҙҙең Рәсәй халыҡтарының уртаҡ һыҙаттары ла аҡрынлап юйыла бара. Англо-сакстарҙың сәйәсәтенә, Көньяҡ-көнсығыштан баҫымға һәм башҡа йүнәлештәргә ҡаршы тороуы еңел түгел. Бындай шарттарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милләттең сифатын һаҡлап ҡалыуҙы үҙенең бурысы итеп ҡуя һәм шул юҫыҡта бөтә тырышлығын һала. Әммә беҙ был эштә һан яғынан кемдәрҙелер уҙып китеүҙе маҡсат итеп ҡуймайбыҙ. Халыҡ, бигерәк тә йәштәр, үҙ милләтенең тарихын, шәжәрәһен белергә тейеш. Һуңғы ваҡытта күптәр бөгөнгө ише ошондай байрамдарҙа, күргәҙмәләрҙә бик теләп ҡатнаша, шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһынғандар ҙа күбәйә бара. Беҙ ошо глобалләштереү барышындағы “биологик организмдар”ға әйләнеп китмәҫкә, ә тарихи үҫеш барышында барлыҡҡа килгән ҡаҙаныштарыбыҙҙы, йолалар һәм үҙенсәлектәрҙе быуындан-быуынға тапшыра барырға бурыслыбыҙ.

– Ырыуҙар хәрәкәте элек-электән өйрәнелә, әммә уның тарихы, ҡаҙанышы, үҙенсәлектәре тураһында һөйләүҙе юғары кимәлгә һәм бөтә халыҡ иғтибарына сығарыу үткән быуаттың 90-сы йылдарында, үҙгәртеп ҡороу осоронда ғына була башланы, – ти Салауат Ишмөхәмәт улы. – Тарихи хәтерҙе юғалтмау бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Ғилми яҡтан ниндәй генә тарихи йүнәлеште өйрәнһәк тә, боронғо волость исемдәрен ҡулланмай булмай, ә бит был исемдәр ырыуҙар атамаларынан барлыҡҡа килгән. Улар бер ниндәй күрһәтмә-фәлән буйынса түгел, ә тарихи яҡтан, үҙенән-үҙе тиһәң дә була, барлыҡҡа килгән. 90-сы йылдарҙа ырыуҙар йыйындары үткәрә башлағанда тап ошо рәсми тарихи сығанаҡтар һәйбәт ярҙам итте лә инде. Шул осорҙа башҡорт ырыуҙарына бағышланған китаптар ҙа күренә башланы. Билдәле тарихсы ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың “История сел и деревень Башкортостана” тигән китабы баҫылып сығыуы йәмәғәтселектә ырыуҙар хәрәкәтен бермә-бер көсәйтеп ебәрҙе.

Юлдаш Мөхәмәт улы билдә­ләүенсә, бөгөнгә 20-ләп башҡорт ырыуының йыйындары үткәрелһә, яҡын киләсәктә улар дауам итәсәк әле, сөнки Башҡорт тарихы йылы әле тамамланмаған. Быйылғы ғинуарҙан алып үткәрелә башлаған был йы­йындарҙы мөмкин тиклем киңерәк характерҙа ойошторорға тырыш­ҡандар – улар геральдика проекттарынан алып балалар һүрәттәре күргәҙмәләренә саҡлы күберәк өл­кәләрҙе ошо сара эсенә алырға ынтылған һәм маҡсатына өлгәшкән.

 

Урал КИЛСЕНБАЕВ,

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары:

– Алдан әҙерләнгән һүҙҙәрҙе ситкә ҡуйып, үҙемдең уй-тойғолар менән бүлешәһем килә. Беренсенән, беҙҙең республиканың төп йәшәү көсө – уның үҙ-ара татыу йәшәгән күп милләтле халҡында. Икенсе тотҡаһы – башҡорт халҡының, башҡорт ерендә йәшәгән халыҡтарҙың тарихы. Элек-электән беҙҙә иллеләп ырыу тоҡомдары йәшәй. Уларҙың тарихын өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле.

Белеүебеҙсә, йыл барышында егермеләп ырыу йыйыны уҙғарылды. Туймазылағы башҡорт ырыуҙары йыйыны барыбыҙ өсөн дә үтә мөһим. Мәктәптә, юғары уҡыу йорттарында беҙгә “башҡорттарҙа ете ырыу булған” тип кенә һөйләнеләр. Тимәк, беҙ үҙебеҙҙең байлыҡты, рухты сикләгәнбеҙ.

Өс йыл самаһы элек яңы йүнәлеш асылып китте, һөҙөмтәлә ошо 20-нән ашыу ырыуҙың йыйындарын һәм, уларҙың һөҙөмтәһе булараҡ, Туймазыла ҙур съезд үткәрҙек. Был йүнәлештә бик күп эш башҡарылды, беҙ үҙ тарихыбыҙҙың яңынан-яңы биттәрен асабыҙ. Ҙур ҡаҙаныш был. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты коллективына, уларҙың бөтә әүҙемселәренә башҡарылған эштәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Райондарҙа ҡабат тергеҙелгән ырыу етәкселектәренә айырым рәхмәт!

 

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА,

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:

– Йыйында башҡорт ырыуҙарының ғына түгел, ә башҡа милләттәрҙең мәҙәниәт үҙәктәре вәкилдәре лә ҡатнаша, шуға һөйләшеү ике телдә – башҡорт һәм рус телдәрендә – бара. Был шарт тәжрибә уртаҡлашырға ла һәйбәт ярҙам итер, сөнки Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика Хөкүмәте һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте менән берлектә алып барған эшмәкәрлек төбәгебеҙ халыҡтарының берҙәмлеген нығытыуға, үҙ-ара ышанысты артабан яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән Туймазы районына ҙур рәхмәт. Бында башҡорт ырыуҙары йыйыны беренсе тапҡыр ғына үткәрелмәй һәм ул һәр саҡ юғары кимәлдә ойошторола. Йыйында 188 кеше ҡатнашты, шуларҙың 158-е – делегат.

 

Әхнәф ТИМЕРБУЛАТОВ,

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Мең ырыуы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе:

– Бөгөнгө көндә беҙҙең Мең ырыуы тоҡомдары республиканың Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән, Благовар, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк райондарында йәшәй. Әлбиттә, был ырыу вәкилдәре башҡа төбәктәрҙә лә бар. Шул иҫәптән – күрше Татарстанда ла.

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, ырыуыбыҙға ҡараған кешеләр 270 мең тирәһе. Беҙҙең ырыуҙың тәүге йыйынын 1994 йылда Дәүләкән ҡалаһында үткәргәйнек, һуңғыһы 2012 йылда Өфөлә уҙғарылды. Ошо йыйынға саҡлы рәйес урынбаҫары булһам, был сарала йыйын рәйес вазифаһын йөкмәтте.

Бөгөн залда күп ырыу етәкселәре ултыра, булған тәжрибәбеҙҙе улар менән уртаҡлашырға беҙ һәр саҡ әҙер, уларҙан да йоғонтоло эш алымдарын отоп алырбыҙ тип уйлайым. Шуны ла айырым әйтәһем килә: мин тарихсы ла, телсе лә түгел, ә инженер. Әммә, ырыуҙар хәрәкәтендә оҙаҡ йылдар ҡатнашып йәшәгәс, был шөғөл үтә яҡын.

Читайте нас: