Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Октябрь 2021, 21:00

Ҡаһарманлығын Михаил Девятаев ҡабатлаған

1945 йылдың 8 февралендә Михаил Девятаевтың ҡаһарманлығын ҡабатлаған Яңауыл районы Кесеҡор ауылы уҙаманы Ғәфүр Шарыгиндың яҙмышы хаҡында нимә беләбеҙ?

Ҡаһарманлығын Михаил Девятаев ҡабатлаған
Ҡаһарманлығын Михаил Девятаев ҡабатлаған

Яңауыл районы егете Ғәфүр Шарыгиндың аяныслы яҙмышы хаҡында

1945 йылдың 8 февралендә Михаил Девятаевтың ҡаһарманлығын ҡабатлаған Яңауыл районы Кесеҡор ауылы уҙаманы Ғәфүр Шарыгиндың яҙмышы хаҡында нимә беләбеҙ? Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, үлем лагерында ҡарап торғоһоҙ булып ябыҡҡан, йәне тәнендә саҡ эленеп торған Михаил Петрович йәшерен нацистар базаһының бомбардировщигын алып китә һәм немец итсребителдәре пилоттарынан ҡасып өлгөрә.

Һуңғараҡ ул Советтар Союзы Геройы исемен ала. Ә  Ғәфүр Шарыгинды тыуған яғында нимә көтә? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. 2012 йылда «Яңауыл таңдары»  гәзитендә уның тураһында тәүге мәҡәлә баҫыла.  (№177-178, 15 сентябрь). Туғандары һәм райондың башҡорттар ҡоролтайы легендар  яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү эшенә тотонған. Бөгөн уның тыуған ауылында мемориаль таҡта асырға әҙерләнәләр.

Кем һеҙ, Ғәфүр Шарыгин?

Кесеҡорҙар иһә герой яҡташтарын һис тә онотмаған.  Ғәфүр Сәҙришариға улының туғандары бик күп икән. Уның бер туған апаһы Миңлетәскирәнең улы  Рикаф Абдуллин бына нимә һөйләй:

- Олатайыбыҙ Сәҙришәриғаның ун ике балаһы булған.  Уларҙың икәүһе бала саҡта уҡ вафат була. Улдары Сәғит, Ҡәүи, Мәүләүи, Ғәфүр, Хасип Бөйөк Ватан һуғышына китә.  Икәүһе имен-һау әйләнеп ҡайта,  Туғандарҙың береһенең яҙмышы билдәһеҙ.

Ғәфүр ағай 1915 йылда донъяға килә. Ҡалтасы районы Калегин ауылында урта мәктәпте тамамлай.   Бөрө бухгалтерҙар мәктәбендә белем ала.  Ҡайтҡас уны райондың финанс бүлегенә инспектор итеп ҡуялар. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем «Азат» колхозында иҫәпсе булып эшләй. Һуғыш башланғас та фронтҡа китә. Бөтә Союз коммунистар (большевиктар) партияһының (ВКП(б) партия ағзаларын теркәү бланкы мәғлүмәттәренә ҡарағанда 1942 йылдың май айында партияға алына.  «1936-37 йылдарҙа 55-се танк батальоны бүлеге курсанты, 1937 – 39 йылдарҙа –25-се авиабригада курсанты, 39-40 йылдарҙа – 36-сы авиаполктың 25-се авиабригадаһы уҡсы-радисы була…» Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, һуңғараҡ Төнъяҡ-Көнбайыш фронтҡа йүнәлтелә.  Пе-2 бомбардировщигы уҡсыһы булып яуға инә.

 «Пе-2 экипажы хәрби заданиенан әйләнеп ҡайтмай»

Яҡташыбыҙҙың артабанғы яҙмышына Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивынан алынған справка аныҡлыҡ индерә. Уны Ғәфүр ағайҙың улы, Ярослав өлкәһе Рыбинск ҡалаһында йәшәүсе Владимир Шарыгин биргән.

«Шарыгин Ғәфүр Гарилла улы 1941 йылдың 8 мартынан алып 72-се бомбардировка авиация полкында хеҙмәт итә (38-се һанлы бойороҡ менән беренсе авиация экипажының осоусы-техник составының исемлеге иғлан ителгән). Старшина, һауа уҡсы-радисы дәрәжәһендә була ул. 1942 йылдың 8 авгусында вафат була һәм часть исемлегенән сығарыла (017-се һанлы бойороҡ, 1942 йылдың 8 авгусы) – тиелә документта.

 «1942 йылдың 26 июлендә 72-се бомбардировка авиация полкы алдына Рамуш янындағы Ловать йылғаһы аша кисеүҙе юҡҡа сығарырға һәм Омычкинола Пе-2 самолеттары составында төркөм менән дошман ғәскәрен һәм автортранспортты тар мар итеү маҡсаты ҡуйыла... Бомбардировка һөҙөмтәһендә 7 автомашина һәм 4 йәйәүле ғәскәр бүлексәһе юҡҡа сығарыла», тиелә артабан документта.

Самолет һәм осоусы, звено командиры, лейтенант Козлов, штурман, өлкән лейтенант Вандышев, уҡсы-радист, старшина Шарыгин хрби заданиенан әйләнеп ҡайтмай...

 «Икенсе донъя һуғышы авиаторҙары» сайтында ошондай мәғлүмәт тә бар: «1942 йылдың 26 июнендә 15:55 сәғәттә 72-се бомбардировка авиация полкының Пе-2 звеноһы (Төнъяҡ-Көнбайыш фронт, һөжүм итеүсе авиация төркөмө) 3000 метр бейеклектән Н-Свинухово ауылынан төнъяҡ-көнсығышҡа ҡарай 500 метр арауыҡта, урман ситендә автомашиналар колоннаһын тар мар итә. 4 автомашина һәм һалдаттар бүлексәһе юҡҡа сығарыла. Шул уҡ экипаж күрһәтелгән.

Шуны ла өҫтәргә кәрәк,  72 бомбардировка авиация полкы 1941 йылдың 22 июненән алып 7 мартҡа, 1 апрелдән алып 20 ноябргә тиклем хәрәкәт итеүсе армия составына ингән.

Немец плены

Ә артабанғы хәлдәр тураһында байтаҡ йылдар үткәс кенә билдәле була.

- Ул иҫ китес атай ине, - тип һөйләй Владимир Ғәфүр улы. – Йомоҡ кеше ине, һуғыш тураһында асылып һөйләп барманы. 

… Командир һәләк була. Вандышев менән Шарыгин байтаҡ ваҡыт урман эсендә йөрөй. Аслыҡтан һәм өҙлөгөүҙән Вандышев та йән бирә. Ғәфүр иһә бер нисә көндән йәш көтөүсегә тап була. Егет уны оккупациялағы биләмәлә урынлашҡан емерек өйгә индерә.  Староста полицейскийҙарҙы саҡыра, улары эт эйәрткән немецтарҙы алып килә. Ғәфүр мейес эсенә йәшенеп өлгөрә.

Өйҙө урап сығып бер кемде лә тапмағас инде китергә йыйынғанда эҙләүселәрҙең береһе мейес эсенә күҙ һала һәм Ғәфүрҙе күреп ҡала. Ныҡ ҡаршы тора егет, шул саҡ немецтарҙың береһе ике тапҡыр аяғына ата. Ҡанға батҡан старшинаны туҡмап штабҡа алып китәләр, һорау алғандан һуң хәрби әсирҙәр өсөн лагерға  ебәрәләр. Был яраланыуҙан һуң ул сатанлап ҡала, әммә физик эште башҡара ала.

Ғәфүр Сәҙришәриға улы Кесеҡырҙағы туғандарына документтарын немецтар тартып алыуы тураһында һөйләй.  Партбилетын иһә ул аш бүлмәһендә эшләгән рус ҡатынында йәшереп ҡалдыра. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә уның Рәсәй социаль-сәйәси тарих дәүләт архивынан алынған Бөтә Союз коммунистар (большевиктар) партияһы ағзаһының теркәү бланкы һаҡланған. Ғәфүр Шарыгиндың партия билеты: милләте – башҡорт, ата-әсәһенең 1917 йылдан һуңғы социаль хәле – ярлы крәҫтиәндәр, 1929 йылдан алып колхозсылар. 1942 йылдың 11 майында партияға алынған, билет номеры - 4420020

…Бында, лагерҙа Ғәфүр Сәҙришәриға улы ауылдашы Шәрифйән Әхмәтовты осрата. Ул бер нисә тапҡыр ҡасҡандан һуң ныҡ  туҡмалып һәм яраланып эшлектән сыға, уны ас тоталар. Ғәфүр ауылдашын ас үлемдән ҡотҡарыр өсөн төрлө юлдар менән уға ризыҡ алып килә. Һуңынан, тыныс тормошта Шәрифйән үҙенең ҡотҡарыусыһына ғүмер буйы рәхмәтле була. Лагерҙа тағы ла бер Кесеҡыр кешеһе – Кашап була.  Ғәфүр уға ла ярҙам итә, тик Кашап бабайға тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип булмай.

Рикаф Абдуллин әйтеүенсә, Ғәфүр ағай үҙенең яратҡан апаһына бик күпте һөйләгән булған. Мҫәлән, немецтарҙың өс тапҡыр үҙенә ҡәбер ҡаҙҙыртыуы хаҡында һөйләп ҡалдырған. Һәр  осраҡта ла ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡала ул. Һуңғы тапҡыр ҡәбер ҡаҙғанында велосипедта хат ташыусы килеп етә һәм Ғәфүр Шарыгинды хәрби базаға ебәреү ҡарары тураһында хәбәр итә, икенсеһендә уны осоусылар курстарына ебәрәләр...

Хәрби базала ул немец самолетын хеҙмәтләндерә башлай. Разведка мәктәбенә барырға тәҡдим итәләр, әммә ул сатанлығы менән аҡланып баш тарта. Әсирҙәге иптәштәре немецтарҙың тәҡдимен ҡабул итергә  кәңәш итәләр. Һәм ул ризалаша. Ғәфүр ағай һөйләүенсә, разведка мәктәбендә  немкамын тип йөрөгән уҡытыусы ҡатын СССР-ҙан эшкә алынған була. Шарыгин курсты тамамлағандан һуң да самолеттарҙы ҡарай һәм тыуған яғына ҡайтырға хыяллана. Иң ышаныслы бомбардировщикты һайлай ул. Пермдә тыуып үҫкән механик менән таныша. Һуғыштан һуң улар йыш ҡына осрашып шул ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөр була.

- Был көндә фашистарҙың байрамы була. Самолетҡа бензин ҡойолған. Ҡасыр өсөн ошонан да уңайлыраҡ мәлдең булыуы мөмкин түгел. Ике дуҫына алдан уҡ әҙер тороғоҙ тип әйтеп ҡуя. Немецтарҙың эсеп иҫергәнен көтөп алғас самолетҡа ултырып һауаға күтәреләләр. Немецтарҙың бомбардировщикты атып төшөрөргә маташыуы бушҡа була. Ленинград фронтына барып еткәс атайым  рус һәм немец телдәрендә самолетты ултыртырға рөхсәт һорай, - тип һөйләй Владимир Шарыгин.

Тыуған яҡта уны нимә көтә?

Самолетты ултыртырға рөхсәт итәләр, артабан НКВД органдарына тапшыралар. Әсирлек, тикшереү эштәре башлана.

СССР-ҙың репрессия ҡорбандары сайтынан алынған белешмә лә совет летчигының ҡатмарлы яҙмышы хаҡында  һөйләй: Ғәфүр Шарыгин (атаһының исеме Ғарип тип күрһәтелгән), 1915 йылғы, башҡорт, тулы булмаған урта белемле,  партия ағзаһы, 72-се бомбардировка авиация полкы уҡсыһы, радист,  1944 йылдың 22 майында 58-16* статья буйынса ғәйепләнеп биш йылға иркенән мәхрүм ителгән, 1965 йылдың 31 майында реабилитацияланған («Башҡортостан Республикаһының Хәтер китабынан»).

- Унан бик ныҡ һорау алалар, Кесеҡырға ла запрос ебәрәләр. Тыуған ауылынан иһә ышанысһыҙ кеше, мулла балаһы тигән яуап килә. Атайым был ҡағыҙҙы үҙ күҙҙәре менән күрә, хатта ҡултамғаһын да таный, - тип дауам итә Владмир Ғәфүр улы.

Һорау алыусы чекист уны һатлыҡ йән тип ғәйепләй башлағас атайым үҙе ултырған ултырғысты уға бәрә. Бынан һуң уны бер нисә тәүлек муйынынан һалҡын һыуҙа тоталар, йоҡоһонан яҙҙыралар, башҡа төрлө яза бирәләр. Шунан уны Рыбинск ҡалаһындағы төрмәгә ебәрәләр.

Үпкә тойғоһо

Биш йылдан ниндәйҙер мөғжизә менән ашнаҡсы ҡатын йәшереп алып ҡалған партия билеты табыла. Ул бик күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерә һәм Ғәфүр Шарыгинды төрмәнән сығаралар. Һуңғараҡ ул реабилитациялана һәм хатта аҡсалата компенсация ала.

-  50-се йылда ул Мологала тыуып үҫкән рус ҡыҙы Нина Александровна менән таныша.  Шул уҡ йылда өйләнешәләр,  Ғәфүр ағай ҡорос иретеүе булып эшләй.

- Атай-әсәйебеҙ һәйбәт йәшәне,  - тип хәтирәләре менән бүлешә Владимир – Беҙ өс бала үҫтек.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Татьяна өс йыл элек вафат булды. Мин әсәйемә оҡшағанмын, Сергей атайыбыҙға тартҡан. Атайыбыҙ ике метр буйлы, баһадир кәүҙәле ине. Беҙҙе иркәләтмәне лә, ҡыйырһытманы ла. Талапсан булды, бик күпкә өйрәтте.

- Атайығыҙҙың Михаил Девятаев менән осрашыуы дөрөҫмө, - тип һорайым Владимирҙан.

- «Беҙ уның менән бик күп һөйләштек» – был уның һүҙҙәре. Әммә теүәл генә бер нимә лә әйтә алмайым, - ти В. Шарыгин. – Ул бик йомоҡ булды.  26 йәштә әсирлеккә алынып шундай һынауҙар үтеү... Ул бит тыуған яҡҡа, фронтҡа ынтылған. Ә һөҙөмтәлә срок алған. 9 май байрамдарына саҡырһалар ҙа йөрөмәй торғайны. Үпкә тойғоһо бик ҙур ине. Партия билетын да яңынан тергеҙеп торманы.

Улы әйтеүенсә, Ғәфүр Сәҙришәриға улы Яңауылға ҡайтып өй алырға, тыуған төйәгендә йәшәргә хыялланған. Уралда ысын кешеләр йәшәй тип әйтер булған. Кесеҡырға ғаиләһе менән һирәк булһа ла ҡайтып урман, яландарҙы гиҙергә, балыҡ тоторға, тыуған еренән көс алырға яратҡан. Ләкин уның был яҡҡа ҡайтып йәшәү хыялы томошҡа ашмай. 66 йәшендә башына ҡан һауыуҙан вафат була ул. Ғәфүр Шарыгин  Рыбинск ҡалаһында ерләнгән.

Яҡташыбыҙҙың яҙмышында билдәһеҙ факттар ҙа күп әле. Туғандары, крайҙы өйрәнеүселәр уның тормош юлына асыҡлыҡ индереү өсөн архив материалдары менән таныша.  «Яңауыл таңдары» ла был тарихты яҡтыртып барасаҡ.

Раушания ҒӘРИФУЛЛИНА.

(Г. Яҡупова тәржемәһе)

*Рамушево – Новгород өлкәһе Старорусск районындағы ауыл. 1942 йылдың апрелендә - 1943 йылдың февралендә Иҫке Русса - Демянск юлында фашистарҙың демянск гарнизоны менән ҡаршы яҡ көстәрен бәйләүсе «Рамушево коридоры»  үтә.

*Омычкино –Новгородской өлкәһендәге ауыл.

 

Фотолар геройҙың шәхси архивынан. 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: