Башҡорт донъяһы
25 Октябрь 2021, 12:30

Конференция фекерҙәштәрҙе йыйҙы

Сығыш яһаусылар Бәҙәрғол Юнаевҡа ҡағылышлы тарихи факттарҙы билдәләне. Ул 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең һәм башҡорттарҙан Уложенная комиссия депутаттарының береһе булған (1767–1769).

Конференция фекерҙәштәрҙе йыйҙыКонференция фекерҙәштәрҙе йыйҙы
Конференция фекерҙәштәрҙе йыйҙы

Свердловск өлкәһе Башҡорт үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Свердловск өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге берлектә VI Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәрҙе. Уның темаһы – “Свердловск өлкәһендәге башҡорт ырыуҙары тарихы. Иҫәт башҡорттары. Бәҙәрғол Юнаев – Иҫәт провинцияһы башҡорттарынан 1767–1769 йылдарҙағы Уложенная комиссия депутаты”.  

Спикерҙар булып Башҡортостан Республикаһы, Свердловск өлкәһе ғалимдары, “Өлкә йәмәғәт ойошмаларының документациялар үҙәге”, Урал тарихы һәм археологияһы музейы, Екатеринбургтың  Тарих музейы, Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе тарих һәм археология институты, башҡа төбәктәрҙәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре һәм бөтә теләүселәр сығыш яһаны.

Конференция онлайн тәртиптә үтте. Ҡатнашыусыларға Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары  Азат Сәлихов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сәләмләү һүҙҙәре ебәрҙе.

 Э.Айытҡолова, үҙҙәренең ысын байлығын – мәҙәниәтен һәм күп быуатлыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән Свердловск өлкәһе башҡорттары тарихтың бар осорҙарында ла үҙҙәрен башҡорт халҡының айырылғыһыҙ бер өлөшө тип һананы, тип билдәләне.

Конференция эшендә Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымов, Свердловск өлкәһенең Башҡорт үҙәге президенты Фәймә Йосопова, өлкә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Светлана Ҡулмурзина һәм башҡалар ҡатнашты.

Сығыш яһаусылар Бәҙәрғол Юнаевҡа ҡағылышлы тарихи факттарҙы билдәләне. Ул 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең һәм башҡорттарҙан Уложенная комиссия депутаттарының береһе булған (1767–1769).

Мәғлүм булғанынса, ул осорҙағы Уложенная комиссияға башҡорт халҡынан ике депутат һайланған: Иҫәт провинцияһынан – Бәҙәрғол Юнаев һәм Өфө провинцияһынан – Туҡтамыш Ишбулатов. Халыҡтың теләгенән сығып, улар наказдар төҙөгән. Мәҫәлән, кешеләрҙең нужалары, тәҡдимдәре бәйән ителгән хаттар нигеҙендә Б.Юнаев Иҫәт провинцияһы башҡорттарының дөйөмләштерелгән наказын төҙөп тапшыра. Ул 22 пункттан тора. Уларҙа дин ирке, власть һәм идара итеү органдарында башҡорттарҙан вәкилдәр булыу хоҡуғы яҡлана, аҫаба ерҙәрҙе чиновниктар һәм тау заводсылары үҙләштереүенән һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә.

Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас