Башҡорт донъяһы
25 Октябрь 2021, 08:30

Ҡошсолар оло ҡорға әҙерләнә

Мәсетлеләр мөһим сараға етди әҙерлек эштәре алып бара. Мәҫәлән, Ҡошсо ырыуының гербын булдырыу йәһәтенән ижади төркөм етди эшләне.  

Ҡошсолар оло ҡорға әҙерләнәҠошсолар оло ҡорға әҙерләнә
Ҡошсолар оло ҡорға әҙерләнә

28 октябрҙа Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында Башҡорт тарихы йылы һәм “Мәҙәни башланғыстар” Президент фонды проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ҡошсо ырыуы йыйыны (съезы) үтәсәк. Байрамды ауыл биләмәләренең тирмәләре, халыҡ һөнәрмәндәре эштәре, милли кейем һәм шәжәрәләр күргәҙмәләре биҙәйәсәк.

Мәсетлеләр мөһим сараға етди әҙерлек эштәре алып бара. Мәҫәлән, Ҡошсо ырыуының гербын булдырыу йәһәтенән ижади төркөм етди эшләне. Шулай уҡ райондың Ләмәҙтамаҡ ауылы янындағы тауҙа “Ҡошсо ырыуы” тигән тарихи яҙма барлыҡҡа килде.

Ҡошсолар йәмле Әй буйҙарын төйәк итеп, бөгөнгө көндә Мәсетле районының 15 ауылында йәшәй: Мәләкәҫ, Борғатъя, Ҡыҙылбай, Айып, Йонос, Тимерәк, Тимербай, Ҡорғат, Юлай һәм башҡа ауылдар.  

“Ҡошсо ырыуы” тигән яҙманы булдырыу башланғысы менән Оло Ыҡтамаҡта йәшәгән аҡһаҡал Әхмәтнур Хафизов сыға. Был идеяны Ләмәҙтамаҡта йәшәгән Ҡошсо ырыуы вәкилдәре лә күтәреп ала һәм уны тормошҡа ашырыуға Наил Ғилметдинов, Миңлейәр Әғлетдинов, Ришат Бәҙретдинов, Айсыуаҡ Дилмөхәмәтов, Илдар Мөхәмәтов, Айрат Бәҙретдинов, Заһир Фәтихов, Ришат Ғәлимов, Зинфира Бәҙретдинова, Нурания Ғилметдинова, Илгизә Лоҡманова һәм Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы биләмәһе башлығы Рәил Низамов ярҙам күрһәтә.

“Һәр кеше үҙенең тамырҙарын, шәжәрәһен белергә тейеш. Үткәнеңде белмәйенсә, киләсәк юҡ. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы биләмәһендә йәшәгән ҡошсолар быны яҡшы аңлай һәм шуны эш менән дә дәлилләп ҡуйҙы”, - ти Әхмәтнур Хафизов.

Фото һәм сығанаҡ: Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас