

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте. Унда республиканан рәсми ҡунаҡтар сифатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә Лариса Абдуллина, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы белгесе Илдус Ҡаһарманов ҡатнашты.
Сара сиктәрендә “Аҡбуҙат” журналы мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина баҫманың йәш уҡыусылары менән осрашты. Балаларға журналдың махсус һаны, дүрт телдә сыҡҡан “Тере шишмә” китабы, милли орнаменттар менән биҙәлгән “Урал батыр” комиксы бүләк ителде.
Санкт-Петербург ҡалаһында йәмәғәт башланғысында башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе дәрестәре ойошторолған. Унда 15 бала шөғөлләнә. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы йәкшәмбе мәктәбенә ярҙам йөҙөнән алфавит, уҡытыу-методик ҡулланмалар, нәфис әҙәбиәт, Исмәғил Тасимов көндәрендә әүҙем ҡатнашҡан Артем Фәхриевкә министрлыҡ дипломдары тапшырҙы.
Башҡорт мәҙәниәте көндәре ҙур гала-концерт менән тамамланды. Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Гөлназ Ибраһимова әйтеүенсә, сара бик матур үткән. Концерт программаһы «Ирәндек» фольклор ансамбле ойошторолоуға 35 йыл тулыуға арналған. Шулай уҡ “Наза” бейеү ансамбле лә сағыу сығыштары менән тамашасыларҙың алҡыштарын яулаған.
– Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алған осорҙа ошондай күркәм сара үткәрелеүе бик әһәмиәтле. Милләттәштәребеҙ был мөһим саранан ситтә ҡалмаҫ, әүҙем ҡатнашыр, тип ышанабыҙ. Санкт-Петербург башҡорттарына килгәндә, беҙ – берҙәм һәм әүҙем. Башҡортостанға ярҙам һәм хәстәрлек өсөн рәхмәт, артабан да бәйләнештәр нығыныр тип өмөтләнәбеҙ, – ти Гөлназ Хәләф ҡыҙы.
Санкт-Петербург ҡалаһы хакимиәтенең Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм миграция сәйәсәте буйынса комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Семкин:
– Ҡалабыҙҙа башҡорт мәҙәниәтенә бағышланған йөкмәткеле, матур сара үтте, уны Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Был ойошма менән беҙҙең комитет күптән хеҙмәттәшлек итә, ҡоролтай – тотош ҡалаға билдәле саралар үткәреп торған ышаныслы партнер, – тине.
- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.