Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
27 Октябрь 2021, 20:00

"Күңелебеҙгә туған телебеҙҙең моңо һеңгән"

"Беҙ ҡустым Илдар менән нәҫел-нәсепте, мәҙәниәтте хөрмәтләү, ихтирам итеү мөхитендә тәрбиәләндек. Әле лә башҡорт халҡының улдары тигән исемде оло ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ".

"Күңелебеҙгә туған телебеҙҙең моңо һеңгән"
"Күңелебеҙгә туған телебеҙҙең моңо һеңгән"

Исеме бар донъяға билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, арҙаҡлы милләттәшебеҙ Асҡар Абдразаҡов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән флешмобҡа ҡушыла. Ул шәхси сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙған.

“Беҙҙең республикала башҡорт теле һаҡланһын һәм үҫһен өсөн бихисап эш башҡарыла, шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренә лә ҙур иғтибар бүленә.

Минең атайым, билдәле режиссер һәм йәмәғәт эшмәкәре Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов – Ырымбур башҡорто, бар ғүмерен Башҡортостан сәнғәтен, башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә бағышланы. Беҙ ҡустым Илдар менән бала саҡтан күңелебеҙгә туған башҡорт теленең моңон һеңдереп үҫтек, нәҫел-нәсепте, мәҙәниәтте хөрмәтләү, ихтирам итеү мөхитендә тәрбиәләндек. Әле лә башҡорт халҡының улдары тигән исемде оло ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ.

Әле, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы барғанда, милләтебеҙҙе тағы бер тапҡыр билдәләү мөмкинлегебеҙ бар. Минеңсә, һәр кем үҙенең ата-бабаһын, тамырҙарын иҫләр һәм илебеҙҙең этномәҙәни, тел үҫеше йәһәтенән уйланылған, киләсәккә йүнәлтелгән сәйәсәтен төҙөргә ярҙам итер”, - тип яҙҙы Асҡар Әмир улы.

#МыБашкиры#БеҙБашҡорттар #БезБашҡортлар
#всемирныйкурултайБашкир #башкортостан

Фото геройҙың шәхси сәхифәһенән.

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: