

Башҡортса StandUp* республика райондары буйлап ҙур гастроль туры иғлан итте. StandUp-тың башҡорт телендә сығыш яһаған иң яҡшы ете көлкө оҫтаһы халыҡты яңы форматтағы юмор менән таныштырыу маҡсатында төрлө төбәктәге ауыл-ҡалаларға юллана.
Башҡортса StandUp-та ҡатнашыусылар – Шаттар һәм тапҡырҙар клубының (КВН) төрлө лигаларында сығыш яһап өлгөргән, Өфөлә уйын-көлкөлө майҙансыҡтар ойошторған (мәҫәлән, башҡортса "Хәйерле StandUp кис”, “Прожарка”) тәжрибәле көлкө оҫталары. Концерт барышында асыҡ микрофон иғлан ителәсәк һәм уның ярҙамында төрлө төбәктәрҙә йәшәгән кешеләр үҙҙәрен сәнғәттең яңы алымында һынап ҡарай ала. Иң яҡшы сығыш яһаусылар Өфөлә үткән “Хәйерле StandUp кис” сараһына саҡырыу аласаҡ.
Проекттың ойоштороусыларының һәм ҡатнашыусыларының береһе булған Марсель Мөхәмәтйәнов “Башинформ” агентлығына белдереүенсә, райондарҙа ойошторолған гастролдәр халыҡты яңы төр юмор менән таныштырыуҙан тыш, талантлы йәштәргә үҙ һәләттәрен һынау һәм асыу өсөн майҙансыҡ та буласаҡ.
Команданың сығыштары Кушнаренко, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Бүздәк райондарында, Туймазы, Бәләбәй һәм Октябрьский ҡалаларында үтәсәк. Сараларҙың ваҡыты менән https://vk.com/subashkortsa төркөмөндә танышырға мөмкин. Гастролдәр һуңында Өфөлә ҙур StandUp концерты ойоштороу күҙаллана.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова билдәләүенсә, проект йәштәрҙең ижади һәләтен үҫтереүгә, үҫмерҙәрҙең ялын файҙалы ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.
Саралар ваҡытында барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар, республика Башлығының пандемияға бәйле сикләүҙәр тураһындағы Указында билдәләнгән пункттар теүәл үтәләсәк.
*StandUp – көлкө оҫтаһының халыҡ алдында яһаған сығышынан ғибәрәт комедия сәнғәте.