

Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта Ҡошсо ырыуы йыйыны бара. Унда, ырыу вәкилдәренән тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, район хакимиәте етәкселәре, ғалимдар, башҡорт теле һәм тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре ҡатнаша.
Сара башланырҙан алда район мәҙәниәт йортонда ҡунаҡ ҡаршылау тантанаһы булды, шул уҡ мәлдә урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе асылды, Ҡошсо ырыуы тураһында документаль фильм тәҡдим ителде. Йыйындың пленар өлөшөндә иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, ғалимдар Нурислам Ҡалмантаев, Салауат Хәмиҙуллин, Искәндәр Сәйетбатталов һәм башҡалар телмәр тотто.
– Башҡорттар элек-электән үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса ҡарарҙарҙы күмәк йыйылып, кәңәшләшеп сығарған, – тине Ғәлим Яҡупов. – Бындай саралар халыҡтың тупланыуына, рухи йәһәттән көсәйеүенә булышлыҡ итә, хаталаныуға ла урын ҡалдырмай. Хәҙерге глобалләшеү шарттарында үҙебеҙҙе милләт булараҡ һаҡлап ҡалыу өсөн йыйын йолаһын тергеҙеү мөһим.
Ҡорға Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарынан ғына түгел, Свердловск өлкәһенән дә вәкилдәр килгән ине. Мәғлүм булыуынса, улар араһында милли үҙаңын юғалтҡан ҡан ҡәрҙәштәребеҙ күп, әммә һуңғы йылдарҙа, шәжәрәләрен өйрәнеп, башҡортлоғон иҫбатлаусылар арта башлаған.
Ҡошсо ырыуы йыйыны барышы тураһында киләһе яҙмаларҙа уҡырһығыҙ.