

“Рәсәй тәмдәре” туҡланыу аҙыҡ-түлеге төбәк брендтары милли конкурсының “Халыҡ тауыш биреүе” этабында тауыш биреү тамамланыуға 10 көн генә ҡалды!
7 ноябргә тиклем һәр кемегеҙ яратҡан ризығығыҙ өсөн тауыш бирә ала. Бының өсөн https://russiantastes.ru/ һылтанмаһы буйынса сайтҡа инеп, исемлектән беҙҙең төбәкте һәм оҡшаған брендты һайларға кәрәк.
Әлегә бер башҡорт бренды ла мең тауыш сиген үтә алманы. Иң күбе Башҡорт өсбосмағы йыйҙы – 876 тауыш. Артынса Башҡорт балы бара – 520, өсөнсө урында – Федоровка ҡаҙы (416).
Быйыл республиканан 15 башҡорт бренды тәҡдим ителгәйне. Улар – Башҡорт балы, Башҡорт ҡымыҙы, Башҡорт ҡорото, Башҡорт ҡаҡланған ҡаҙылығы, Башҡорт өсбосмағы, Башҡорт оҙаҡ һаҡланған сыры, Башҡорт соусы, Башҡорт баллы сыры, Башҡортостандан шоколад, Башҡортостандан ыҫланған дөйәғош ите, Башҡорт балынан эшләнгән алкоголһеҙ эсемлек, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы.