

Бөрйән - Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи үҫеше буйынса беренсе урында торған район. Тыуған яғында төпләнгән йәштәр унда бөгөн дә күп.
Көндәлек тормошта иғтибар итмәгән үҙгәрештәр халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында күҙгә ташлана, ти Рәүилә Йортбағышева. Ул - Иҫке Мөсәт, Иҫке Собханғол һәм Яңы Собханғол ауылдары иҫәп алыусыһы. Рәүилә Йортбағышева халыҡтың кампанияла әүҙем ҡатнашыуын билдәләй. Уны йәштәрҙең күп булыуы, яңы һалынған өйҙәр, ишле ғаиләләрҙең артыуы, халыҡтың матур йәшәүе ҡыуандыра.
"Планшетта эшләргә өйрәнеп алдыҡ. Бер-ике кешенән торған ғаилә тураһындағы мәғлүмәтте 7-10 минутта тултырһам, биш, ете, туғыҙ бала тәрбиәләгән ишлеләрҙә иҫәп алыу ярты сәғәттән ашып китә", – ти Рәүилә Йортбағышева.
Был юлы ул район үҙәгендә йәшәгән Евгений Быковтар йортонда ғаилә башлығын тап иткән. Евгений Владимирович һорауҙарға саф башҡортса яуап биргән.
"Бөрйәнде олатайым төйәк иткән. Ғүмер буйы ошо төбәктә йәшәп, телем башҡортса асылғас, быға аптырарлыҡ урын юҡ. Беҙгә башҡорт теле туған тел кеүек. Өйләнгәнмен, өс балам бар, улар ҙа башҡортса белә, иркен аралаша. Был беҙҙең өсөн бик мөһим тип иҫәпләйем. Бөрйәндә йәшәү башҡорт булыуға тиң", – тип йылмая Евгений Владимирович.
Валентина Ивановна Зарипова ла район үҙәге Иҫке Собханғолда йәшәй. Был яҡта төпләнеүенә – 38 йыл. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ул ҙур теләк менән ҡатнаша. Беҙҙең илдә йәшәгән һәр кемдең гражданлыҡ бурысы ул, тип иҫәпләй.
"Милләтем буйынса русмын, әммә ике телдә лә еңел аралашам һәм уларҙың икеһен дә туған телем тип һанайым. Төрлө халыҡтар бер-береһен хөрмәт итеп, дуҫ, татыу йәшәй беҙҙә. Туған-таныштарымды халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға өндәйем, районыбыҙҙың киләсәге өсөн мөһим ул", – ти Валентина Ивановна.
Г. Яҡупова әҙерләне.
Фото Р. Йортбағышеваның шәхси альбомынан.